6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Чемпион үҙ исемен аҡланы
15.06.05


       Донъяның иң оҫта шашкасыһы Александр Георгиев күптән түгел И шембайҙа халыҡ - ара шашка буйынса ир - аттар араһында
       үткән донъя беренселегендә үҙ көйәрмәндәрен хәүефкә һалып
       алды. Турнир барышында ул Туланан килгән Александр Гетманскийға бирешеп килде, әммә һөҙөмтәлә иң күп мәрәй
       йыйып, "өйҙә кем хужа" икәнлеген күрһәтте.
       Ярышты Александр Георгиев ниңәлер бирешеп башланы - ғәҙәттә тиҙ шашкала бик көслө уйын күрһәтеүсе булып танылһа ла, ул хатта призерҙар иҫәбенә лә инмәне, бары дүртенсе урын ға ғына дәғүә итте. Төп программала ла Александрҙы проблемал ар эҙәрлекләне. Өсөнсө турҙа ул бик үк көслөләрҙән һаналмаға н Елена Мильшинанан еңелә яҙҙы.
       Бишенсе турға тиклем Александр Георгиев беренсе урынды Тула оҫтаһы Александр Гетманский менән бүлешеп килде. Һуңғыһы үҙенең яҡташы Андрей Столяровты еңә алманы һәм Георгиев бер аҙға берҙән - бер алдынғы шашкасы булып ҡалды. Тик тиҙ арала Гетманский уны ҡыуып етте һәм етенсе турҙа шул уҡ Мильшинаны еңеп, Тула гроссмейстеры алға сыҡты. Георгиев Гетманский менән иҫәпте унынсы турҙа ғына тиегҙләй алды. Бының өсөн Ишембай Александрына Тула Александрын шәхси
       осрашыуҙа еңергә тура килде. Бер тапҡыр еңелгәндән һуң, Гетманский Владимир Мильшинға ҡаршы партияны ла ота алманы, ә Георгиев Янис Сафинды артта ҡалдырып беренсе рәткә сыҡты. Әммә киләһе тур тағы үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Тула шашкасыһы өфөлө Ринат Ишембаевты еңде, ә Георгиев менән Андрей Столяровтың уйыны тигеҙ иҫәп менән тамамланды. Аҙаҡҡы, ун өсөнсө тур ҙа Георгиев файҙаһына түгел ине. Әммә
       чемпион иң ҡыйын хәлдән дә лайыҡлы сыға белгән өсөн дә чемпион исемен яулай бит инде. Гетманскийҙың Стәрлетамаҡтан килгән Муродулло Амриллаевҡа ҡаршы уйыны тигеҙ иҫәп менән тамамланды, ә Александр Георгиев Сергей Федин менән осрашыуҙа еңеүгә өлгәшеп, 20 мәрәй йыйҙы һәм Тула гроссмейстерын бер балға артта ҡалдырып Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Был һөҙөмтә ғәҙел, сөнки "алтын" эйәһе Георгиев көмөш призер Гетманскийҙы еңде. Бронза миҙал мәскәүле Александр Шварцманға эләкте.
       Гәзит уҡыусыларыбыҙға ни өсөн Рәсәй чемпионатында ирҙәр менән бер рәттән ҡатын - ҡыҙҙар һәм йәш шашкасылар ҙа уйнауын аңлатып китергә кәрәк. Эш түбәндә, хөрмәтле ҡатын - ҡыҙҙар ҙа, үҫеп килеүсе таланттар ҙа рәсми һайлау үтте һәм көслө зат менән бергә турнирҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Уларҙың һаны бәлки аҙыраҡ та булыр ине, әммә бер нисә шашкасы ир - ат турнирҙа ҡатнашыуҙан баш тартты һәм йәштәр
       һәм ҡатын - ҡыҙҙар өсөн өҫтәмә урындар барлыҡҡа килде.
       12 йәшлек Айнур Шәйбәковтың уйынын айырыуса билдәләп үтерәг кәрәктер. Был Ишембай вундеркинды ике халыҡ - ара гроссмейстер - Владимир Мильшин һәм Андрей Калмаковты үтеп, етенсе урынға сыҡты, бер позицияға ул Башҡортостандың тағы бер вәкилен - ҡатын - ҡыҙҙар араһында донъя чемпионкаһы Тамара Таһыҡҡужинаны ла артта ҡалдырҙы.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал