6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Содовик" һәм "Нефтяник" - алда
15.06.05


       Рәсәй беренселегенең һуңғы турында Башҡортостандың икенсе л ига командалары сираттағы еңеүҙәргә өлгәште. Стәрлетамаҡ командаһы Әлмәттең "Алнас" командаһын артта ҡалдырып, "Урал - Волга буйы" зонаһында алда килеүен дауам итә. Ә Өфө клубы "Сатурнды" тар - мар иткәндән һуң алтынсы урындан дүртенсегә
       күтәрелде.
       "Содовик" һәм "Нефтяник" командаларына ҡаршы уйнаусыларҙы к өслө оппоненттар рәтенә индереп булмаһа ла, башҡорт коллективтарының һуңғы матчтары бик үк уңышлы тамамланмауы л а ихтимал ине. Әммә был юлы көтөлмәгән хәлдәр кәйефте боҙманы. "Содовиктың" һөжүм итеүсеһе Зацепин "Алнасҡа" һәр т айм һайын берәр гол индерҙе. Үҙ ҡапҡаһын стәрлетамаҡтар таҙа
       килеш һаҡланы. 2 : 0 - һәм Александр Игнатенко тәрбиәләнеүс еләре рәттән һигеҙенсе тапҡыр еңеүгә өлгәште.
       Өфө "нефтселәре" ҡала көнөндә үҙ яланында Яр Саллы ҡалаһының көсһөҙ генә командаһын ҡабул итте. Яңғырауыҡлы "Сатурн" исемен йөрөтөүҙәре лә был командаға ярҙам итә алманы. Өфөлөләрҙең ҡапҡаһына индерелгән берҙән - бер голды планета киңлегендәге ҡаҙаныш тип бер ҙә әйтеп булмай.
       Ә бына "Нефтяник" ҡунаҡтар фонында үҙен бик матур күрһәтт е, ҡаршы ҡапҡаға тупты баш менән дә, аяҡ менән дә индерҙеләр . Һөҙөмтәлә - Суренский тәрбиәләнеүселәре иҫәбендә рәттән би шенсе еңеү.
       "Урал - Волга буйы" зона таблицаһы буйынса хәл түбәндәгес ә: "Содовик" беренсе килә, уның артынан "Лада" (Тольятти) һә м "Носта" (Новотроицк) бара. Әлегә эҙәрләүселәр артыҡ артта ҡалмай ине. Әммә хәҙер алға сығырға дәғүә итеүселәрҙең береһенең булһа ла позицияһы ҡаҡшарға тейеш - 19 июндә "Лада" менән "Носта" Тольяттила осрашасаҡ. "Содовик" өсөн иң
       яҡшыһы - был командаларҙың береһе лә еңмәүе. Хәйер, әлегә варианттар төҙөргә иртәрәк әле - Александр Игнатенко командаһына еңергә лә еңергә кәрәк.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал