6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Юрий Шевчук: "Өфөлә сығыш яһауы миңә һәр ваҡыт ауырыраҡ"
15.06.05


       Был концертты өфөлөләр күптән көтә ине. Бындай сағыу шоуҙы
       бер көндә генә ойоштороп булмай, әлбиттә. Сәхнә ( әйткәндәй ,
       унда Шевчукка тиклем Пол Маккартни үҙе йырлаған) һәм башҡа аппаратура тотош Мәскәүҙән килтерелде.
       Тамашасылар илдең барлыҡ мөйөштәренән дә килгән ине. Мин
       концертта Ҡазан егеттәрен, Стәрлетамаҡтан килгән өлкән йәштәге парҙы, Питерҙың үткен ҡыҙҙарын, Екатеринбургтан килгән йәш рокерҙы күрҙем. Концерттан һуң улар хыялдарының тормошҡа ашыуы, өмөттәренең аҡланыуын белдерҙе. Тик бер генә кеше ҡәнәғәт түгел ине, ул - Юрий Шевчук үҙе.
       - Мин бер ваҡытта ла ҡәнәғәт ҡалғаным юҡ. Миңә ҡалһа, тау ыш бер аҙ "ситтә йөрөнө", буғай. Концерт аҙағына тауышым бөтөнләй бөттө. Ғөмүмән, Өфөлә сығыш яһау минең өсөн һәр ваҡыт ҙур һынау, ышанмаһағыҙ, егеттәрҙән һорағыҙ. Бында
       сәхнәгә сыҡҡанда мин һәр ваҡыт тулҡынланам. Залда дуҫтарым һәм таныштарым күп булғанғалыр, моғайын. Бәлки башҡа сәбәп б арҙыр. Белмәйем. Әммә миңә Өфөлә бер концертҡа ҡарағанда, Мә скәүҙә биш концерт биреү еңелерәк. Өфө - тәүге мөхәббәт
       кеүек ул. Яҡының тураһында һөйләүе һәр ваҡыт ауыр. Йыр яҙыуы, шиғыр аша биреүе еңелерәк.
       - Был концерт ҡиммәткә төштөмө
       - Әлбиттә. Үҙебеҙ йырып сыға алмаҫ инек. Ярҙам иткәндәргә барыһына ла рәхмәт. Улар араһында ябай эшҡыуарҙар ҙа, ӨМЕБ к еүек ҙур предприятиелар ҙа булды. Ҡала хакимиәтенә ҙур
       рәхмәт, ул "Аҡбуҙат" ипподромындағы майҙанда бушлай сығыш яһау мөмкинселеге бирҙе, һаҡ менән тәьмин итте.
       - Өфөгә был ҡайтыуығыҙ һеҙҙең өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә
       эйә. Һеҙгә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән
       исем бирелде. Һәм ул билдәне БР Президенты үҙе тапшырҙы.
       - Эйе, нәҡ концерт көнөндә беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы мен ән осраштыҡ. Һәм, әйтергә кәрәк, ысын күңелдән, ирҙәрсә һөйләштек. Күп нимә тураһында. Чечнялағы һуғыш хаҡында. Өфө тураһында. Ул, минеңсә, һөжүмде ҡабул итә һәм яуап бирә белә . Мин уға бик үк күңелле булмаған һорауҙар ҙа бирҙем.
       - Һеҙ Чечняла бер нисә тапҡыр булған кеше. Ҡайһы берәүҙәр быны пиар тип иҫәпләй...
       - Был төптө дөрөҫ түгел. Толстой, Лермонтов, Пушкин да Кавказға, Севастополгә барып, пиар менән шөғөлләнгәнме юҡһа
       Миңә ҡалһа, ҡайҙа ҡыйын, шунда барыу рус яҙыусыларынан ҡалған матур йола. Үҙеңде, кешеләрҙе, тормошто аңлау өсөн кәрәк ул. Ундағы кешеләрҙе мин сикһеҙ хөрмәт итәм. Минең өсөн беҙ йәшәгән тормоштан саф тәьҫораттар алыу кәрәк. Чечня , Әфғанстан, Байконурға барыуҙар, төрлө урындарҙа, Себерҙең төпкөл ауылдарында сығыш яһауҙар ҙа ошонан килә. "Раскрутка" , "промоушен", "пиар" төшөнсәләре меәнн башы әйләнгән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә бындай эште күңел өсөн эшләй булыуын аңлауы ҡыйындыр, моғайын. Нимә тип кенә әйтмәйем, улар шунда уҡ "Шевчук үҙенә пиар эшләй", - тип ҡабул итә.
       - Һеҙ сит илдәрҙә йыш булаһығыҙ. Ҡайҙа йәшәүе еңелерәк - беҙҙәме, ундамы
       - Үҙ- үҙеңде аңламаһаң, ҡайҙа ла ауыр. Миңә ҡалһа, сит ил дә
       ҡыйыныраҡ та. Хәйер, ҡасандыр, 82 - се йылдарҙа мин унда
       барырға хыяллана торғайным.
       - Бөгөн бик күп элекке йырҙар йырланды. Айырыуса ҡәҙерлеләре бармы
       Йырҙарымдың береһен дә айырып әйтә алмайым. Уларҙы нисек баһалайһың инде. Йырҙы популярлыҡ йәһәтенән баһалағанда, беҙ йыш ҡына тамашасылар менән килешмәйбеҙ һәм үҙ ижадыбыҙға ҡарата тыныс мөғәмәләлә ҡалабыҙ. "Осень" йырына ҡ аршы күпме көрәшкәнде беләһегеҙме Ике йыл буйы уйнаманыҡ. Барыбер еңдек.
       - Һеҙҙең ҡарамаҡҡа бөгөн Өфөлә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ рок - төркөмдәр бармы
       - Әлбиттә, талантлы йәштәр етерлек. Мин бында ҡайтһам, би к күп йырҙар яҙылған диск һәм кассета килтерәләр. "Люмен" үҙе генә лә ни тора. Әйткәндәй, улар хәҙер Өфөлә генә түгел, Рәсәйҙә лә билдәле. Бындай егеттәр булғанда Мин Өфөләге рок өсөн ҡурҡмайым.
       - Һеҙ Өфөлә һирәк булаһығыҙ тиҙәр...
       - Был дөрөҫ түгел. Өфөлә мин бер ай элек булып киттем. Атайыма, апайыма ҡунаҡҡа килдем. Атайым һуғыш ветераны, уны 9 май байрамы менән ҡотламайынса булмай. Мин үҙемдең Өфөгә килеүем хаҡында ҡысҡырып йөрөмәйем, шул ғына.
       - Өфө тамашасылары хаҡында бөгөн нимә әйтерһегеҙ
       - Ғәжәйеп йылы зал. Үҙ яғыма ҡайтҡанымды һиҙәм. Өфөләге һымаҡ йылы итеп Питерҙа һәм Мәскәүҙә генә ҡабул итәләрҙер, моғайын. Башҡа ҡалаларҙа беҙ тағы бер рок - төркөм генә.
       - Һеҙҙе Өфөлә концерттар менән тағы ҡасаныраҡ көтөргә
       - Берәй яңы, ҡыҙыҡлы әйбер тыуғас. Концерт өсөн генә
       концерт ҡуйыуы инде беҙгә ҡыҙыҡ түгел. Яңы материал, яҡшы
       тауышлы, сифатлы сығыш булһын ул, һеҙҙә бары тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырырлыҡ булһын. Исмаһам бөгөнгө кеүек.
       Юрий Юлианович һәр саҡтағыса артыҡ баҫалҡы. Концертттың ш әп килеп сығыуына бер кем дә шикләнмәй. Төркөм йөҙ процентҡа эшләне. Бик тәрән яңы программа, элекке хиттар... Барлыҡ нескәлектәренә тиклем уйланып эшләнгән. Был йырҙарға ғына түгел. арзан минераль һыуға ла ҡағыла. Эҫе июнь көнөндә был да бик мөһим. Ә биш һумлыҡ минералканы ҡалала башҡа урында миңә күрергә тура килмәне. Тамашала был юбилей концертына башҡаларға ҡарағанда тулҡынланыбыраҡ килгән кешеләр ҙә бар ине. Беренсе сиратта был Юрий Шевчуктың атаһы Юлиан Сосфенович, әлбиттә.
       - Миңә Юраның шөғөлө һәр ваҡыт оҡшаны.Ул ғәжәйеп маҡсатлы кеше. Хәйер, мин уны музыкант түгел, рәссам булыр тип уйлағайным. Беҙҙең өйҙә уның апаһы Наташаның портреты эленеп тора, уны ҡасандыр Юра төшөрҙө һәм "41 - се йылдың көҙө" тип атаны. Әммә Юра музыканы һайланы һәм хаталанманы. Ул йәштәр менән бик күп шөғөлләнә, ҡулына эләккән бер кассета ла тыңланмайса ҡалмай. Молодец ул.
       Барыһынан да бигерәк Юрий Шевчуктың апаһы Наташа тулҡынланды, әлбиттә:
       - Тәүге аккордтарҙан һуң да тулҡынланыуым үтмәй. Мин Юраның эшенә тәнҡит менән ҡарайым һәм уның өсөн һәр ваҡыт би к ныҡ борсолам. Хәйер, мин уның бик талантлы булыуын таныйым.
       Юраның иң яратҡан уҡытыусыһы Евгения Львовна Шнейдер ҙа у ҡыусыһы тураһында иң йылы һүҙҙәр әйтте:
       - Уның һәр сығышы - йөрәк байрамы. Йырҙарында гражданлыҡ,
       патриотлыҡ, кешеләргә һөйөү тойғоһо оҡшай. Уның йәмәғәт эшмәкәрлегенә хөрмәт менән ҡарайым. Мин Юра менән бик
       ғорурланам, уның беҙҙең мәктәптә уҡыуына шатмын. Мин иң хөрмәт иткән сифаты - Юраның һүҙҙәре бер ваҡытта ла эшенән айырылмай.
       Кисә Юрий Шевчук Өфөнән осто. 15 июнгә уның Екатеринбургта концерты үтәсәк. "ДДТ" төркөмөнөң юбилей концерттарына башланғыс һалынды.

Тамара Запретилина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал