6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Журналистар үҙ проблемалары тураһында һөйләште
15.06.05


       Кисә беҙ Рәсәй журналистикаһының иң яҡшы йолалары буйынс а, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләп үттек. Был көндө ҡәләм
       һәм клавиатура оҫталарын ғына түгел, плиграфистарҙы ла, рад ио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәрен дә ҡотларға кәрәктер.
       Байрам уңайы менән "Башинформ" агентлығында БР Хөкүмәте э ргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса и даралыҡ начальнигы Борис Мелкоедов, БР Журналистар Союзырәйе се Марсель Сәлимов һәм "Башҡортостан" республика дәүләт нәшриәтенең баш инженеры Фәрит Абдуллин килде. Һуңғыһы киң мәғлүмәт сараларын техник яҡтан биҙәү нескәлектәре тураһында һөйләне, журналистарҙы махсус терминдар менән күмде һәм киләсәктә төҫлө гәзиттәрҙең 48 биткә етәсәген күҙалланы. Ғөмүмән алғанда, бөгөн "Башҡортостан" нәшриәтендә торған баҫыу машинаһы иң ҡеүәтле һәм замансаларҙан һанала, Рәсәйҙә улар барыһы өсәү - тағы ике машина Мәскәү һәм Новосибирск ҡалаларында. Әммә бынан тыш та беҙҙең нәшриәттең өҫтөнлөгө тураһында күп һөйләргә була - бөгөн бында йөҙҙән ашыу гәзит һәм егермеләп журнал баҫыла, сифат һәм хаҡтарға ҡыҙығып, хатта күрше төбәктәрҙән дә киләләр. Беҙҙең полиграфистарҙың һуңғы уңыштарының береһе - улар "Башҡортостанда" Башҡортостан атласын сығарыуға тендер алыуға өлгәште. Был бик яуаплы һәм статуслы эш - быға тиклем карта сығарыу махсуслаштырылған типографияларға ғына ышанып тапшырыла ине.
       Полиграфияны маҡтауҙы дауам итеп, Борис Мелкоедов бөгөнгө
       техник кимәл - дәүләт инвестициялары һөҙөмтәһе булыуын әйте п үтте, заманса ҡорамалдар һатып алыу эштәре бюджет кредитына башҡарыла. Конференцияла ҡатнашыусылар киң мәғлүмәт сараларын дәүләт яҡлауы хөкүмәт эшмәкәрлегендә ҙур урын биләүе менән килеште. Район һәм ҙур булмаған ҡала типографияларын йыһазландырыу буйынса ябай булмаған проблемаларҙы хәл итергә ҡалды, уларҙың яртыһынан күбеһе иҫкереүҙең һуңғы сигендә, ә был бит урындағы матбуғаттың төп
       базаһы.
       Республиканың журналистар берекмәһе башлығы Марсель Сәлимов та ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты. Баҡһаң, 14 июнде байрам көнө итеп билдәләүгә уның туранан - тура ҡыҫылышы булған икән - "был тағы килеп уҡый белеүселәрҙең дә
       байрамы". Башҡортостан лайыҡлы рәүештә Рәсәйҙең иң күп уҡыусы төбәктәренең береһе булыуын дауам итә. Бында "яҙыусыларҙың" да өлөшө ҙур, әлбиттә. Журналистика классигы Хелемендиктың Журналистар союзы иң әүҙем ҡәләм, микрофон һәм телекамера оҫталарын берләштерә тигән һүҙҙәрен кире ҡағыу алйотлоҡ булыр ине, моғайын. БР Журналистар союзында, Марсель Сәлимов раҫлауынса, "9 июндең кисендә" 989 кеше булған. Уның иҫәпләүҙәре буйынса, республиканың ижади берләшмәһе иҫәбенә һәр дүртенсе журналист инә.
       Һүҙ иреклеге һәм журналистиканың сәнғәт булараҡ инфляцияһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, Марсель Сәлимов үҙен нимә борсоуы менән уртаҡлашты. Рәсәйҙең киң мәғлүмәт
       саралары материалдарының 20 процентын төрлө проблемаға, тикшереүҙәргә арналған, йәғни уҡыусы өсөн яҙылған журналист мәҡәләләре тәшкил итә. Ҡалғандары - пиар. Бында уйланыр өсөн
       урын бар, әлбиттә.
       БР Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Борис Мелкоедовтың республика прессаһының киләсәге тураһындағы һүҙҙәренән һуң залда йыйылыусылар еңел һулап ҡуйҙы.
       - Республика етәкселеге төбәк һәм урындағы матбуғат кәрәклегендә шикләнмәй, - тине Борис Николаевич. - Уға ярҙам
       итеү тураһында һүҙ йөрөтһәк, был һорау тикшерелә һәм, минеңсә, ул башлыса техник йүнәлешкә ҡағыла. Беҙҙә бындай ресурсты бер кем дә юғалтырға теләмәйәсәк. Әлеге ваҡытта киң
       мәғлүмәт саралары район һәм ҡала бюджеттарынан субсидия формаһында ярҙам ала. Бер генә нимә, һеҙ беләһегеҙ, 2006 йылдың 1 ғинуарынан башлап урындағы үҙидара органдары төҙөләсәк, тимәк был органдарҙың финанслауҙы ойоштороу буйынса үҙаллы системаһы буласаҡ.
       Был "бер генә нимә" бөгөн алда тороусы кәртәгә әйләнә - күпселек таныуынса, килем алып килмәгән өлкә менән "янсыҡ"
       уртаҡлашырға теләүселәр аҙ. Урындағы баҫма иҡтисадында ҡатмарлы хәл булыуын Борис Мелкоедов та таныны. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала 10 ҡала гәзите генә рентабелле булып ҡала, 20 - 30 мең кеше йәшәгән территорияларҙа киң мәғлүмәт саралары көс - хәл менән осон - осҡа ялғарға мәжбүр. Төбәк матбуғатына финанс ярҙам күрһәтеү ҙә федераль бюджеттың өлөшө күҙгә күренеп кәмей - үҙәктә, ғөмүмән, күп кенә һорауҙар буйынса прагматик мөнәсәбәттәргә күсәләр. Күптән түгел киң матбуғат сараларын яҡлауҙың ике федераль программаһы йәшәп килә ине, уларҙың береһе ябылды, икенсеһе дүрт тапҡыр ҡыҫҡартылды.
       - Бөгөн ике вариант ҡарала - йә район һәм ҡалалар менән килешеү мөнәсәбәттәре булдырыласаҡ һәм был бюджеттарҙан
       финанслау дауам итәсәк. Йәки субсидиялар сиктәрендә район һәм ҡала гәзиттәренә аҡса бүлеү менән беҙҙең идаралыҡ
       шөғөлләнәсәк, - тип 2006 йыл перспективаларын һүрәтләне Борис Мелкоедов. Йәғни уның ведомствоһы прессаны финанслауҙы ң әлеге кимәлдә ҡалыуын һораясаҡ, инфляция индексын иҫәптә тотоп, әлбиттә.
       "Башинформ" агентлығында журналистар Борис Мелкоедовҡа торлаҡ мәсьәләһен дәүләт иҫәбенә хәл итеү мөмкинлеге, тираж кәмегән һайын яҙылыу хаҡы артыуы кеүек ваҡ һорауҙар ҙа бирҙе . Беренсеһе - мөмкин түгел, икенсеһе - тикшереү стадияһында.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал