6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Турризм һәм ял

Туризм өлкәһе белгестәре Өфөлә тәжрибә уртаҡлаша
14.06.05


       Беҙҙең республикала туризм эшмәкәрлеге тураһында гәзит биттәрен сыбарлаған рекламанан белеп була. Дөрөҫ, туроператор һәм турагентлыҡтарҙың тәҡдимдәре төрлөлөк менән айырылып тормай. Бының сәбәптәре күп - менеджерҙарҙың үҙ эшен йүнләп белмәүе, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр булмауы... Шуға күрә туроператорҙы әлегә бармаҡ менән төртөп һайларға тура килә. Йәғни, быйыл туроператорҙан уңам икән, тимәк икенсе йыл да шуны уҡ һайлайым, уңмаһам, икенсене эҙләргә тура киләсәк. Мәскәүҙә туризм үҫеше йәһәтенән шулай уҡ проблемалар аҙ түгел. Әммә унда туризм эшҡыуарҙары эште яҡшы итеп ойошторорға өйрәнеп килә, буғай, был йәһәттән төп иғтибар клиенттарҙың компанияға ышаныс белдереүенә бирелә.
       Туризм өлкәһендә эшләп "күпте күргән, күпте кисергән" башҡала туроператорҙары үҙҙәренең белем багажын
       төбәктәрҙәге коллегалары менән дә уртаҡлаша. Бөгөн улар төбәктәрҙә туризм эшҡыуарҙарын клиенттарҙы хеҙмәтләндереү кимәлен арттырырға, эшмәкәрлектең сифатын һәм ышаныслылығын арттырырға өгөтләй. Шул уҡ ваҡытта улар Рәсәй ҡалаларында эшләүсе коллегаларының тәжрибәһе менән дә уртаҡлашырға әҙерлектәре хаҡында асыҡ белдерә. Ошоға бәйле ү ткәрелгән акцияларҙың береһе - компания етәкселәре ҡатнашлығында "Туризм брендтары - төбәктәргә" тип аталған турне - Өфөлә башланып китте. Был сарала ҡатнашыусылар "Башҡортостан" ҡунаҡхана комплексында урындағы туризм эшҡыуарлығы вәкилдәре менән осрашты, туризмдың үҫеш
       мөмкинселектәре, туристарҙы хеҙмәтләндереү кимәлен арттырыу һорауҙары тикшерелде.
       Һөйләшеү башлыса бренд, төбәк туризмы сәйәсәте, туроператорҙар ассортименты тураһында барҙы - йәғни, компаниялар йәшәһен һәм үҫешһен өсөн нимә эшләргә кәрәк.
       Брендтарға килгәндә, мин үҙем өсөн - улар кәрәк тигән һығымта яһаным. Алда әйтелгәнсә, республикала әле брендтар юҡ кимәлендә. Был йүнәлештә тәүге аҙымдарын яһаусы компаниял ар бар барлыҡҡа, тик уларҙы ла әлегә бренд тип атап булмай. Брендтың сауҙа маркаһынан төп айырмаһы - уның ыңғай хис - тойғолар тыуҙырыуы, уның эше сифатлы продукцияға нигеҙләнгән ышаныс кредитында төҙөлә. Бренд компанияһы уның етәксеһенең, команданың ышаныслы булыуын күҙаллай. Бында төп көс операторға төшә. Ошо урында баш ҡалабыҙҙағы бер туризм компанияһының етәксеһе Сергей Зенкинды иҫкә төшөрмәйенсә булмай. Ул урындағы туроператорҙарға үҙ командаһы менән булған бер ваҡиға тураһынад һөйләп үтте.
       - 1998 йылда, 17 августа, компанияның ун йыллыҡ юбилейын билдәләгән генә инек, шул ваҡыт - дефолт. Иртә менән планерк а йыйҙым:"Беләһегеҙме, ҡәҙерлеләрем, Италиянан һуңғы бортты алып сығыр өсөн минең аҡсам юҡ". Коллектив бер минутҡа тын ҡалды һәм: "Әйҙәгеҙ, булған аҡсаны йыябыҙ һәм клиенттарҙы үҙ аҡсабыҙа алып сығабыҙ. Беҙгә репутация ҡәҙерлерәк һәм туристарҙы унда ҡалдыра алмайбыҙ бит", - тигән һығымта яһаны ҡ. Шул ваҡытта мин коллектив өсөн үҙ абруйы ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген аңланым.
       Бренд күләм менән үлсәнмәй, туристар бер тапҡыр һеҙгә мөроәжәғәт иткәндән һуң, даими клиентҡа әйләнеүе мөһим. Әгәр
       ҙә клиент ҡәнәғәт икән, танылыу үҙен оҙаҡ көттөрмәйәсәк.
       Беҙҙең туроператорҙарға танылған, ышаныслы команда тупларға нимә ҡамасаулай Баҡһаң, бының сәбәбе - эшҡыуарлыҡт ың күләме ҙур булмауы, тикшерелгән технологиялар, профессионаллыҡ етешмәүендә икән. Быға тағы килеп ассортименттың ярлы булыуы өҫтәлә. Беҙҙең туроператорҙар башлыса Төркиә, Египет, Кипрға йүнәлеш тота, Профессионалдар
       иһә башҡа илдәрҙе лә, башлыса, Европаны үҙләштерергә кәңәш
       итте. Был продукттың файҙалылығы уның һәр миҙгелдә лә эшләү
       мөмкинселегендә, ә ҡышҡы һатыу күләме йәйгенән 20 - 25 процентҡа ғына айырыла. Сергей Зенкин Рәсәйҙе лә иҫәптән төшөрмәҫкә кәңәш итә.
       - Беҙ бында тыуып үҫкәбеҙ, был беҙҙең менталитет. Беҙ үҙ илебеҙҙе яҡшы тоябыҙ, һәм беҙгә йүнәлтмә һатыуы еңел. Мәскәүҙә, Рәсәйҙең көньяғында туристарҙы нисек
       хеҙмәтләндереүҙәре тураһындағы элекке стереотиптар инде - икенсе эш.
       Бер осрашыуҙа ғына урындағы туризм эшҡыуарлығы проблемаларын хәл итеп бөтөү мөмкин түгел, әлбиттә, шуға күр ә баш ҡала туроператорҙары Өфөлә үҙ компаниялары вәкиллектәрен асыу юлы менән яңы технологиялар индерергә тәҡдим итте. Бынан тыш әйтелгән структураның бурысы - агентлыҡтарҙың мәғлүмәти ярҙамы, башҡа компаниялар менән үҙ - ара мөнәсәбәттең оптималь технологияһын булдырыу, турҙа рға түләү, документ ҡабул итеү - тапшырыуҙың уңайлы системаһ ы, персоналды уҡытыу һәм башҡалар.
       - Төбәктәр беҙҙе ҡыҙыҡһындыра, - тип билдәләне Мәскәү компанияһы етәксеһе Инна Бельтюкова, - сөнки һатыуҙың 40 проценты төбәктәге партнерҙарға тура килә.
       Новосибирск, Екатеринбург, Рига, Красноярск һәм Пермдә
       беҙҙең биш төбәк офисыбыҙ бар. Йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында тағы 20 офис асыу ҡаралған.
       - Һеҙ Өфөлә лә вәкиллек асырға планлаштыраһығыҙмы
       - Эйе. Беҙ Башҡортостан перспективалы төбәкәтрҙең береһе тип иҫәпләйбеҙ һәм йәй аҙағына тиклем бында вәкиллек асырға ниәтләйбеҙ. Ул беҙҙең партнерҙарға, агенттарға, беренсе сиратта, мәғлүмәти - технологик ярҙам күрһәтергә мөмкинселек бирәсәк.
       - Ниндәйҙер компанияға өҫтөнлөк биреләсәкме әллә барыһына
       ла ярҙам итергә планлаштыраһығыҙмы
       Беҙ бер компанияны ла айырып ҡарамайбыҙ, сөнки был башҡалар менән конструктив мөнәсәбәт булдырырға ҡамасаулай. - Һеҙҙең ҡарамаҡҡа Өфөлә туризм эшҡыуарлығы ниндәй ҡыйынлыҡтар кисерә
       - Проблемалар башҡа ҡалаларҙағы кеүек үк. Улда булһа эске конкурентлыҡ, клиенттар етешмәүе.
       Туризм өлкәһендә уңышҡа өлгәшкәндәргә урында эшләүселәр менән тәжрибә уртаҡлашыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Өфөнө беҙ үҙ маршрутыбыҙға һеҙҙең туроператорҙар инициативаһы буйынса индерҙек. Был Өфөнөң туристик компания етәкселәре потенциалы йәһәтенән иҫ киткес ҡала булыуын һәм уның туристик эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса ҙур перспективаға эйә булыуы хаҡында һөйләй.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал