6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"БАШвестЪ" еңеү байрам итә!
14.06.05


       Өфөнөң "Проспект" күңел асыу комплексында глоба ль селтәрҙең әһәмиәте һәм ыңғай яҡтары тураһында һүҙ алып
       барылманы. Унда йыйылыусылар былай ҙа интернет менән бик яҡшы таныш. Уларҙың йыйылыу сәбәбе - Өфөлә өсөнсө йыл рәттән Ҡала көнөн байрам итеү уңайы менән үткәрелгән "Интернет - Өфө" ҡала конкурсының һөҙөмтәләре менән танышыу.
       Конкурсты ойоштороусы ролендә Өфө ҡала хакимиәте сығыш яһаны. Был сара ҡаланың иң яҡшы интернет - сайттарының "бөтә
       донъя селтәрендә" алға сығыу, халыҡ араһында интернет - технологияларҙың абруйын күтәреү, төбәк мәғлүмәт селтәрҙәрен
       үҫтерергә булышлыҡ итә тип раҫлай ойоштороусылар. Өфө башлығы Павел Качкаев тәбрикләү һүҙендә ҡалабыҙҙың донъя мәғлүмәт киңлегендә ныҡлы урын биләүен билдәләп үтте. Интернет ярҙамында өфөлөләр виртуаль рәүештә музей һәм китапханалар буйлап сәйәхәт итә, сауҙа эштәре менән шөғөллән ә, белем ала, дуҫтар таба. Планетала йәшәүсе һәр кем баш ҡалабыҙ тормошо, һәр өфөлө - башҡа илдәрҙә барған хәл - ваҡиғалар менән танышыу мөмкинселегенә эйә.
       Интернет киң аҙымдар менән алға барған һайын Өфөлә веб - сайттар һаны ла арта бара. Быйыл, мәҫәлән, "Интернет - Өфө" конкурсында ҡатнашыуға 85 заявка килгән. Әммә судьялар
       глобаль селтәр талаптарына яуап биргән сайттарҙы ғына ҡаран ы. Һәм беҙҙең "БАШвестЪ" гәзитенең дә ошо исемлеккә инеүенә
       нисек ҡыуанмайһың инде! Конкурста ҡатнашыусылар биш номинация буйынса ярышты: "Белешмә - мәғлүмәт сайты", "Эшлекле донъя", "Йәмғиәт, фән һәм мәҙәниәт", "Мәғариф" һәм "Спорт, сәләмәтлек, күңел асыу, ял".
       "БАШвестЪ" электрон гәзите өсөнсө номинацияла беренсе урынға лайыҡ булды. Бында беҙҙең гәзиттән башҡа фән һәм фәнн и - техник ҡаҙаныштар, һүрәт төшөрөү сәнғәте, музей коллекциялары, архитектура, музыка, әҙәбиәт, халыҡ ижады, театр сәнғәте, киноға арналған ғилми ойошма һәм фонд сайттары ҡатнашты. Наградаға лайыҡбыҙҙыр тип уйлағы килә, сөнки беҙҙең гәзит инде өс йыл дауамында реаль ваҡыт режимын да эшләй, шуға күрә телевидение, радио һәм гәзиттәрҙән
       алдараҡ бара. Сәйәсәт һәм иҡтисад, хоҡуҡ һәм мәҙәниәт, спор т һәм төрлө хәлдәр, күңел асыу саралары тураһында беҙҙең уҡыусыларыбыҙ рус, башҡорт һәм инглиз телендә уҡып белә ала.
       Оперативлыҡ, эксклюзив материалдар һәм ышаныслы сығанаҡтан алынған мәғлүмәттәр "БАШвестЪ" гәзитен уҡыусы
       аудиторияны арттырҙы - көн һайын гәзиттең электрон биттәрен ә меңгә яҡын уҡыусы инеп сыға.
       Былар барыһы ла кадр артында ҡала алмай ине. Өфө хакимиәт енең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Салауат Сәғитов диплом тапшырған ваҡытта билдәләүенсә, "БАШвестЪ" гәзитенең исеме һәм йөкмәткеһе был номинацияла алдынғы исеменә дәғүә итә.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал