6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Кем һуң ул Иван Нагой
14.06.05


       Өфө скульпторы, Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар с оюзы ағзаһы Владимир Дворник Өфөгә нигеҙ һалыусы Иван Григорьевич Нагойға һәйкәл эшләгән. Уның төҫ - ҡиәфәтен кәүҙәләндереүсе һүрәттәре һаҡланмағанлыҡтан, был образ -
       символ тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр, моғайын.
       Өфөгә нигеҙ һалыусы, "воевода" Иван Григорьевич Нагойҙың
       скульптураһы - Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт һәм архитектура академияһында уҡыусы 24 йәшлек Владимир Дворниктың диплом эш е була. "Сал һаҡаллы, ҡылыс тотҡан мөһабәт һынлы яугир рус эпик йырҙарҙағы батырҙы хәтерләтә", - тип баһалай уның эшен сәнғәт белгестәре. Билдәле скульптор Лев Ефимович Кербель был эш тураһында: "Скульптураның башы ғына ла диплом эшенә торош итә..."- тип билдәләй.
       Кем һуң ул Иван Нагой Был һорауға БР атҡаҙанған мәҙәниәт
       эшмәкәре, крайҙы өйрәнеүсе Зинаида Ивановна Гудкова Башҡортостанда йәшәүсе рустарҙың Соборында яуап бирә: "Башҡорттарҙың теләге буйынса Мәскәү хөкүмәте 1574 йылда Өфө ҡалаһын төҙөү өсөн үҙ ғәскәре менән Иван Нагойҙы ебәрә.
       Нагойҙарҙың нәҫеле тарихта киң билдәле ( Нагая Мария Федоровна батша Иван Грозныйҙың һуңғы, етенсе ҡатыны була). Ул ваҡыттағы Разряд китаптарында бер юлы ике Иван Нагой телгә алына. Уларҙың береһе Иван Семенович ҡалаға нигеҙ һалыусы булыр өсөн бигерәк йәш... Шуға күрә Петр Иванович Рычковҡа эйәреп, бар тарихсылар Өфөгә нигеҙ һалыусы тип Иван
       Григорьевич Нагойҙы атай. Ул үҙ ваҡытында яу яланында күрһәткән батырлыҡтары менән генә түгел, үҙенең бәхетһеҙлеге
       менән дә билдәле: ул Себергә һөргөнгә ебәрелә, мөлкәте тарт ып алына һәм батша Федор Иоанновичтың бойороғо буйынса төрмәгә ябыла".
       Иван Нагойҙың биләмәһе Коломнанан алыҫ түгел, Макарово ҡасабаһында була. 1550 йылда Григорий Иванович Нагой, баярҙың улы, Переславль - Залесскийҙа хеҙмәттә иҫәпләнә, уны ң менән бергә улы Иванец Григорьевич Нагой ҙа була. 1577 йыл да ул батша менән бергә Лифляндияға походта ҡатнаша, 1581 йылда Литваға бара. Ошо уҡ йылда Иван Грозный менән Мария Фе доровна Нагаяның туйы була... Туй өҫтәле артында кәләштең ағайҙары һәм Иван Григорьевич Нагой ҙа ултыра.
       1589 йыл. Иван Грозныйҙың үлеменән һуң Иван Гроигорьев ич Нагой Себергә һөргөнгә ебәрелә, унда 11 йыл воевода булып хеҙмәт итә. Ниһайәт, "хеҙмәт итеп арығас", үҙ ирке менән эше н ташлай һәм Мәскәүгә китә. Ҡазанда уны ҡулға алалар, әммә тиҙҙән ебәрәләр һәм үҙ биләмәһендә йәшәргә рөхсәт итәләр.
       ... Ә 1574 йылда, алдан әйтелгәнсә, Иван Григорьевич Наго й Өфөгә килә. Уға тиклем, 1569 йылда, башҡорттарҙың һорауы буйынса Өфө ҡалаһы өсөн урын билдәләү һәм төҙөү өсөн Грозный тарафынан бында Ҡазандан Иван Васильевич Артемьев еб әрелгән тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Шуға күрә Нагой килгәндә
       ҡала өсөн урын һайланып ҡуйылған булған тип күҙалларға мөмкин...
       Күп кенә тикшереүселәр Өфөгә нигеҙ һалыусы тип Михаил Александрович Нагойҙы атай. Әммә ул быны эшләй алмай, сөнки Өфөгә нигеҙ һалынған йылда (1574) ул бында булмай, бары 1586
       йылдың аҙағында ғына Өфөгә "ҡала воеводаһы" итеп тәғәйенләнә һәм дөйөм алғанда 12 йыл хеҙмәт итә.
       Һәр ҡаланың үҙ нигеҙ һалыусыһы бар. Мәскәүҙә - Юрий Долгорукий, Санкт - Петербург һәм Таганрогта - Петр беренсе. Үҙен хөрмәт итеүсе һәр ҡала, унда йәшәүсе һәр кеше үҙ ҡалаһының тарихын ғына түгел, уға нигеҙ һалыусыны ла мотлаҡ
       белергә тейеш.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал