6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Эш хаҡы буйынса бурыстар ҡасан бөтөр
14.06.05


       2010 йылға республика буйынса уртаса эш хаҡы ике тапҡ ыр артасаҡ. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә тулайым төбәк продуктының бөгөнгө үҫешен иҫәпкә алып, ошондай күҙаллауҙар яһайҙар. Әлегә республика граждандары үҙ хеҙмәте өсөн лайыҡлы эш хаҡы ала тип әйтергә иртәрәк. 170
       мең тирәһе яҡташыбыҙың алған эш хаҡы йәшәү өсөн кәрәк булған минималь күләмдән аҙыраҡ. Уҡытыусы, врач, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр, ғалимдар, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең эше лә
       әйтелгән күләмдән бик аҙға ғына юғарыраҡ баһалана.
       Ялланып эшләүселәр - республикала йәшәүсе халыҡтың күп
       өлөшөн тәшкил итә (85 процент тирәһе), ә эш хаҡы - күпселек рәсәйлеләрҙең йәшәү өсөн төп йәки берҙән - бер килем сығанағы. Ниңә хеҙмәт өсөн түләү хеҙмәткәрҙең квалификацияһына һәм етештерелгән тауар һәм хеҙмәтләндереү с ифатына ҡарамай Ниндәй сығанаҡтар республика халҡының килем кимәлен күтәрергә мөмкинселек бирә ала Хеҙмәткәрҙәренә айҙар буйы эш хаҡы түләмәүсе хужаларға
       ҡарата ниндәй сара күрергә була БР Хөкүмәтенең Республика
       Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов рәйеслеге аҫтында үткән киңәйтелгән ултырышында һүҙ ошо турала барҙы.
       1990 йылдан, илдә баҙар иҡтисады үҫешә башлаған ваҡыттан алып, бюджеттан тыш сектор ойошмалары үҙ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү һорауы буйынса тулыһынса үҙаллылыҡ алды.
       Үҙҙәрен тулы хоҡуҡлы хужа итеп тойған ҡайһы бер эш менән тәьмин итеүселәр хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуғын сикләүсе һәм дәүләттең иҡтисади мәнфәғәтенә яуап бирмәүсе шарттар ҡуя
       башланы. Мәҫәлән, бәғзе етәкселәрҙең хеҙмәт хаҡы ябай хеҙмәткәрҙәрҙекенә ҡарағанда унар ғына түгел, йөҙәр тапҡыр юғарыраҡ.
       "Ҡара" эш хаҡы ғәҙәти күренешкә әйләнә. Һалымдарҙан ҡасыу
       маҡсаты менән ҡайһы бер урындарҙа хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы "конверттарҙа" түләнә. Был иҫәпкә алынмаған средство күләме 20 - 40 процент тирәһе тәшкил итә. Хеҙмәткәрҙәр "ҡара" эш хаҡының киләсәктә үҙҙәренә ҡаршы йүнәлерен аңламай, күрәһең.
       Рәсми рәүештә иҫәпләнгән бәләкәй эш хаҡының алдағы көндәрҙә
       пенсия аҡсаһы билдәләнәсәк Пенсия фондына бүленгән өлөшө тейешенән кәмерәк килеп сыға. Бының дәүләткә лә зарары күп.
       Хеҙмәткәр һәм уның ғаиләһе аҙ тәьмин ителеүселәр иҫәбенә индерелеп, балалар пособиеһы, торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәтләндереүгә субсидия ала алыр ине. Республика һәм урындағы бюджеттарға йүнәлтелгән килем һалымының күләме лә т уранан - тура эш хаҡына бәйле.
       - Эш хаҡын күләгәнән сығарыу һорауҙарына килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, маҡтанырлыҡ бер нимә лә әйтә алмайым, - тине БР прокуроры Александр Коновалов.
       Эш хаҡын тотҡарлау - күптәргә билдәле проблема.
       - Хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен айҙар буйы аҡсаһы ҙ ҡалдырған эшкә яллаусыларға ҡарата иң ҡаты саралар күреләс әк, - тип ышандырҙы башҡорт хөкүмәте етәксеһе. Был йәһәттән республика прокуроры ла уны тулыһынса хуплай.
       Эш хаҡын түләмәүселәргә ҡаршы көрәш күптән алып барыла һәм билдәле һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, йыл башы менән сағыштырғанда, эш хаҡы буйынса бурыс 26 процентҡа кәмегән һәм бөгөн 213,7 миллион тәшкил итә.
       "Иҡтисади фәҡирлек" күпселек дәрәжәлә бюджет өлкәһендә формалаша. Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы уртаса республика кимәленең 50 - 70 процентын тәшкил итә. "Бюджетниктарҙың" 40 процент тирәһенең оклад күләме йәшәү
       өсөн кәрәкле минимумдан түбәнерәк, был уларҙы бер ярым - ик е ставкаға эшләргә мәжбүр итә. Был үҙ сиратында күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙең сифатына йоғонто яһамай ҡалмай. Әйтелгән хәл өсөн яуаплылыҡ хөкүмәт өҫтөнә төшә. Яҡын арала республика етәкселегенә 2008 йылға "бюджетниктарҙың" эш хаҡын ике тапҡыр арттырыу буйынса һорауҙы хәл итергә кәрәк.
       - Хеҙмәт хаҡына ҡағылышлы яңыса түләү системаларын индереү буйынса һорауҙарҙа беҙгә федераль үҙәктең ярҙамына иҫәп тоторға тура килмәй, - тип билдәләне Рафаэль Байдәүләто в. - Шуға күрә республикала ошондай системаларҙы әҙерләү мен ән шөғөлләнеүсе структуралар билдәләргә кәрәк. Был эштә төп йүнәлеш - хеҙмәт хаҡының минималь күләм кимәлен йәшәү өсөн кәрәк булған минималь күләмгә яҡынайтыу. Рәсәйҙең 2005 - 200 7 йылдарға Генераль килешеүендә ҡатнашыусылар бюджеттан
       тыш өлкә ойошмаларында йәшәү өсөн кәрәкле минималь күләмдән түбән булмаған оклад билдәләү тураһында йөкләмә
       алды. Бюджеттан тыш секторҙа эш хаҡын күтәреүҙең төп инструменты булып социаль партнерлыҡ торорға тейеш, тине
       хөкүмәт башлығы. Республикала эшләүсе социаль партнерлыҡ
       системаһы, инфляция һәм хаҡтар үҫешен иҫәпкә алып, эш хаҡы
       күләмен көйләй.
       "Генераль килешеү - тармаҡ килешеүе - территориаль килеше ү - коллектив килешеү - шәхси хеҙмәт килешеүе" сылбырында үҙәктәге урынды коллктив килешеүҙәр биләй. Тик бындай килешеүҙәрҙең бары тик 40 процентында ғына эш хаҡының
       минималь күләме йәшәү өсөн кәрәк булған минималь күләмдән кәм булмаҫҡа тейешлеге күрһәтелгән. Шулай итеп, Хеҙмәт кодексы ҙур хоҡуҡтар бүлгән профсоюздар эш хаҡы кимәлен көйләүҙән ситкә киткән.
       Сылбырҙың тәүге өлөштәренә кире ҡайтып, республика етәкселегенә яҡын арала иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарында ла эшкә яллаусыларҙың республика берләшмәләрен, шулай уҡ ҡала һәм райондарҙа территориаль берләшмәләр төҙөргә кәрәклеген әйтеү мотлаҡ.
       Эшкә яллап та эш хаҡын түләмәүсе һәм үҙ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын түбән баһалаусылар өсөн "көрәш планы" ла бар. Беренсе сиратта бындай ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтелмәйәсәк. Был иһә һалым льготалары, субвенциялар, бюджет ссудалары һәм кредиттар. Шулай уҡ был ойошмалар менән мөлкәт һәм ер майҙандарын арендалауға килешеүҙәр төҙөлмәйәсәк һәм оҙайтылмаясаҡ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ла үҙ һүҙен әйтер тип ышанғы килә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал