6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Һәм былар барыһы ла - маска...
10.06.05


       Өфө художество галереяһында Никита Ситниковтың "Хәүефле сәйерлек" тип аталған фотокүргәҙмәһе уҙҙы. Галереяға
       килеүселәр иғтибарына барлығы 120 һүрәт тәҡдим ителде. Өфө тамашасыһы өсөн был ғәҙәти сара түгел һәм, беренсе сиратта, бының сәбәбе эштәрҙең Англиянан килтерелеүендәлер, моғайын. Автор Рәсәй һәм сит ил сәйәсмәндәрен - Владимир Путин, Михаил Горбачев, Виктор Черномырдин, Тони Блер, Маргарэт Тэтчерҙы һәм башҡаларҙың һүрәтен ҙур планда һәм көтөлмәгән
       ракурста бирә. Улар беҙгә гәзиттәрҙә бирелгән һүрәттәре буйынса таныш булһалар ҙа, был йөҙҙәрҙе нәҡ ошонда күреүе ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
       Шундай уҡ ғәҙәти булмаған ракурста төшөрөлгән билдәле
       артистар, әйтәйек, Михаил Боярский, Алла Пугачева, Надежда Бабкина, Людмила Гурченко, Пласидо Домингоны ла күрергә була. Земфира, "Ленинград" төркөмө солисы Шнур, Евровидение еңеүсеһе Руслана, Жан - Клод Ван Дамм, Анастасия Волочкова, Андрей Макаревич һәм башҡа бик күп сәнғәт эшмәкәрҙәре урын а лған бында. Дин әһелдәрен - "Владыка Антоний", "Монах", бай
       һәм ярлыларҙы - тротуарҙа батшаларса ятыусы "Өйһөҙ"- кәүҙәләндерә фотограф, төрлө илдәрҙәге балалар төшөрөлгән
       сюжеттар менән таныштыра - "Боҙ батшалығы", "Бала йөҙҙәре" һәм башҡалар.
       Боронғо биналар менән танышыуы ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра - "Кафедра соборы" (Испания), "Букингем һарайы" һәм "Иртәнге
       сәғәт биштә" - Биг Бен башняһы (Бөйөк Британия), "Иҫке Брюг ге" (Бельгия), Потсдам плац (Германия). Теләүселәр матур пар к һүрәттәренә ҡарап һоҡлана - Лондондағы Ричмонд паркы, ҡайһы бер ҡалала йәшәүселәргә ҡарап аптыраны - Нью - Йорк урамында ковбой эшләпәһе һәм итектәр генә кейгән егет гитарала уйнай.
       Венеция карнавалында төшөрөлгән һүрәттәр - айырым тема булып тора.
       Никита Николаевич Ситников - Өфөлә рәссамдар ғаиләһендә тыуған. 3 - сө һанлы мәктәпте тамамлағандан һуң белем алырға
       Мәскәүгә юллана. Әҙәбиәткә булған ынтылышы уға Н. К. Крупская исемендәге педагогия институтына уҡырға инергә мөмкинселек бирә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң яҡташыбыҙ утыҙ йыл тирәһе баш ҡалала йәшәй, Мәскәү мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Педагогиканан башҡа ла мауығыуҙары күп: журналистика менән шөғөлләнә, гәзит һәм журналдарға яҙыша, театр, кино, һынлы сәнғәтте өйрәнә.
       Туҡһанынсы йылдарҙа илебеҙҙә ҙур үҙгәрештәр башлана. Ошо тулҡындалыр, күрәһең, Никита Ситников та Англияға китә һәм Британия утрауҙарында йәшәүсе рус телле халыҡтың "Русский курьер" гәзитенә фотограф булып урынлаша.
       Был гәзиттәге эше буйынса уға донъя буйлап күп сәфәр ҡылырға тура килә, үҙенең мәҡәләләре һәм фотолары менән төрлө илдәрҙәге тормош, уларҙың халҡы хаҡында бәйән итә. "Ваҡиғалар, кешеләр, архитектураға субъектив ҡараш донъя мәҙәниәтен аңларға ярҙам итә. Уңышлы эшләнгән фотография ил тураһында тулы мәғлүмәткә ҡарағанда ла күберәк һөйләй ала ", - тип яҙа ул.
       Был ысынлап та шулай. Һәр фотограф рәссам йәки яҙыусы кеүек үк бер үк нимәгә үҙ күҙлегенән сығып ҡарай һәм үҙенең эсендәге "шәхси компьютерында" эшкәртә. Әммә рәссамдың техник арсеналы шул килеш ҡалһа, фоторәссам өсөн күп төрлө
       заманса техник яңылыҡтар барлыҡҡа килде.
       Лондонда йәшәп (әйткәндәй, билдәле Челси районында -
       "Абрамович менән беҙҙе зыярат айыра, йәғни берләштерә. Әммә ул Челсиҙа иң байы, мин - иң ярлыһы. Торлаҡ алып торам.
       Һарайҙар, байлыҡ миңә кәрәкмәй. Ил буйлап йөрөргә етһә - булды"), Никикта Ситников тыуған ҡалаһын онотмай. Өфөлә йыш була. Бында уның әсәһе, апаһы, башҡа туғандары йәшәй. Үткән ҡыш ул ҡышҡы Өфөнө лә төшөрҙө. Европа ҡалаларында үтәсәк күргәҙмәләрендә Өфө һәм Екатеринбургта (унда атаһы йәшәгән һ әм театрҙа эшләгән) төшөрөлгән фотоларын ҡуйырға вәғәҙә итә.
       Был кешене тәү тапҡыр күргәндә тыуған тәьҫораттар: серле,
       үҙенә яҡын ебәрмәй. Әммә уның һөйләшергә яратыуы, күргәҙмәгә килгән һәр кемгә һүрәттәренең ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа төшөрөлөүен аңлатырға тырышыуы, малайҙарса йүгереп йөрөүе ( ә уға алтмыштан артыҡ) икенсе төрлө фекергә килтерҙе - был кеше ихлас күңелле һәм аралашыусан.
       Шуға күрәлер ҙә уның фотолары араһында принцесса Диананың
       да һүрәте бар. "Король ғаиләһенә фотоға төшөргә ярамай. Әммә Диана минең өсөн быны эшләне", - тип һөйләй ул. Был осрашыу Диананың һәләк булыуына ике ай ҡалғас булған.
       Ни өсөн күргәҙмә "Хәүефле сәйерлек" тип атала Быны Никита Ситников түбәндәгесә аңлата:"Хәүефле сәйерлек - ул кешенең билдәһеҙлек алдындағы күңел торошо. Таныш булмаған ҡ алаға йәки илгә килгәндә, тәүге мөхәббәтеңде осратҡанда, мөһим ваҡиғаны көткәндә тулҡынланыу тойғоһо менән ауаздаш ул".

Алевтина Бугайчук.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал