6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Иммунопрепарат" террорсыларҙың һөжүм итеүенә әҙер
10.06.05


       Гиппократ юҡҡа ғына медицинаны сәнғәттәрҙең иң изгеһе тип
       әйтмәгән шул. Бында кешелектең барлыҡ ҡаҙаныштарының тәүге сығанаҡтары ята: әгәр беҙҙе дөрөҫ һәм сифатлы итеп дауалаһалар, беҙҙе сирҙәр борсомай, мөхәббәттә лә, йортта ла , эштә лә уңыштарға ирешәбеҙ. Сәләмәтлек булһа, яҡшы эш хаҡы
       алабыҙ, дәүләт ҡаҙнаһына һалым инә, халыҡтың кәйефе күтәрел ә, ниһайәт, эске тулайым продукт үҫешә. Шуға күрә ҡайһы бер ҙур чиновниктарҙың халыҡ өсөн мөһим булған һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә һалҡын ҡарашта тороуы аңлашылып етмәй.
       Беҙҙең республикала һаулыҡ һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә. Һуңғы йылдарҙа ғына, мәҫәлән, Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия, Республика йөрәк - тамыр хирургия үҙәге, диагности ка , гемодиализ үҙәктәре асылды. "Өлкән" дауалау учреждениел ары ла онотолмай. Мәҫәлән, Ҡыуатов исемендәге республика
       клиник дауаханаһы, Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни - тикшеренеү институты, Башҡорт дәүләт университетының матди - техник
       базаһы үҫешә. Һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыуҙа фармацевтика тармағына ла ҙур урын бирелә.
       Мин бөгөн урындағы фарминдустрия алдынғыһы - күптән түге л "Микроген" федераль предприятиеһы филиалына әйләнгән
       "Иммунопрепарат" тураһында һүҙ алып бармаҡсымын. Бөгөн ул ү ҙ эшмәкәрлегенең барлыҡ йүнәлештәре буйынса йылдам үҫешә. Мә ҫәлән, үткән йыл эсендә генә унда 1,285 миллиард һумлыҡ иммунобиологик препарат һәм дарыу етештерелгән. Етештереү ҡеүәтенең үҫеше менән бер рәттән предприятиела эш хаҡы артыуы, хеҙмәткәрҙәрҙең социаль - көнкүреш проблемалары уңышлы хәл ителеүе лә ҡыуаныслы хәл.
       Быйыл беҙҙең иммунолог - ғалимдар ойошманың йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләй. Тантананың тәүге көнөндә "Иммунопрепарат" директоры Мәхәмәт Алсынбаев етәкселегендә эшләүсе белгестәрҙе Башҡортостан Президенты Мортаза
       Рәхимов, Федерация Советының Фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, м әҙәниәт һәм экология комитеты рәйесе Борис Шпигель, "Микроген" фәнни - етештереү берекмәһе" федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Антон Катлинский,
       һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Вячеслав Прохоров ҡотланы. Предприятиела байрам көндәре лә эш режимында үтә: Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһын да белгестәр иммунобиологик препараттар етештереү һәм ҡулланыу проблемаларын тикшерә.
       Улар әйләнгән һайын ҡапҡа шаҡыусы бактерия һәм инфекцияла р һөжүменә әҙер булырға тейеш. Ғөмүмән, ғалимдар төп террор кеше ҡиәфәтендә түгел, ә тәбиғәт тарафынан ебәрелә тип һанай . Уйлап ҡына ҡарағыҙ: 1972 йылдан алып 42 сир ҡуҙғытҡыс асыҡланған! Ә эш түбәндә: экстремаль шарттарҙа ла тере ҡалырға тырышыу, камиллашырға ашҡыныу кешелеккә генә түгел, микробтарға ла хас. Беҙ уларға ҡаршы ғына көрәшмәйбеҙ, был ике яҡлы, аңлы көрәш. Бактериялар беҙгә ҡаршы берләшә, һәр ваҡытта планетаның һәр мөйөшөндә быға тиклем билдәле булмаған инфекция барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға күрә, ҡурҡыныс эпидемияларға әсир төшмәҫ өсөн, илебеҙҙең биологик хәүефһеҙлеген һаҡлаусылар төрлө вакцина
       етештереүҙән тыш, уларҙы дөрөҫ итеп һаҡлай ҙа белергә тейеш . Ул ғына түгел, ғалимдар иммунопрофилактика өсөн өҫтәмә файҙалары булған һәм соматик патологиянан һаҡлаусы препараттар булдырыу өҫтөндә эшләй.
       Ябай миҫал. Америка эксперттары иҫәпләүенсә, АҠШ - та грипп эпидемияһы ваҡытында йылына 20 - 40 мең кеше һәләк була. Бында өҫтәлмә йәки артыҡ үлем тигән төшөнсә барлыҡҡа килә, үлем осраҡтары хәүеф төркөмө менән тулыландырыла: уларға диабет, гипертония сирҙәре, йөрәк - тамыр патологияла ры менән яфаланыусылар өҫтәлә. Ә беҙҙең "Иммунопрепарат"
       етештергән "Гриппол" грипп вирусына ҡаршы тороуҙан тыш, хәүеф төркөмө вәкилдәренең ғүмерен оҙайтыусы ла булып тора. Әйткәндәй, РФ баш дәүләт санитар врачы Геннадий Онищенко әле үк был вакцинаны прививкалар календарына индерергә тәҡдим итте. Бөгөн был һорау Рәсәй хөкүмәтендә ҡарала, һәм, Өфө конференцияһында ҡатнашыусылар күҙаллауынса, ыңғай хәл и телергә тейеш.
       Беҙҙә етештерелгән иммунобиологик препараттарҙың конкурентлыҡ һәләттәренә килгәндә, "Микроген" полиомиелит һәм ҡыҙамыҡҡа ҡаршы прививкаларҙан тыш, прививкалар календарына ингән барлыҡ вакциналарҙы ла етештерә.
       Журналистар менән һөйләшеү ваҡытында иммунологтар беҙҙең төбәк өсөн көнүҙәк проблемаларҙан булған проблема -
       геморрагик биҙгәккә лә ҡағылып үтте. Был ауырыу Башҡортостанда йылдам тарала. Үткән йыл "сысҡан биҙгәге" ун яҡташыбыҙҙың ғүмерен ҡыйҙы. Әлеге ваҡытҡа республиканың геморагик биҙгәккә ҡаршы вакцинаға булған реаль ихтыяжы 40 мең доза тәшкил итә. Был проблема Алыҫ Көнсығыш, Корея, Швецияға ла ярайһы уҡ мәшәҡәт өҫтәй икән. Унда ла ғалимдар был проблеманы хәл итеү өҫтөндә баш вата һәм, әйтергә кәрәк уңыштарға ирешә. Беҙ иһә төбәк патологияһы менән эш алып барабыҙ: уларҙың дарыуҙары беҙҙең киңлектәрҙә һөҙөмтә бирмәй - штамдар икенсе...
       Шуға күрә башҡорт иммунологтарының БР Фәндәр академияһы ғ алимдары менән берлектә геморрагик биҙгәкте алдан билдәләү б уйынса эшләгән тест - системаһы ҙур ҡаҙаныш булып тора. Ул ҡан буйынса үткәрелә һәм ауырыуҙы зарарланыуҙың һигеҙенсе көнөнә үк асыҡларға мөмкинселек бирә, йәғни геморрагик биҙгә к менән зарарланыусының һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинселек бирә.
       "Иммунопрепарат" директорының фән буйынса директор
       урынбаҫары Марсель Тойғонов һөйләүенсә, ғилми эшмәкәрлек 1990 йылда, предприятие үҙаллы булған ваҡытта уҡ башлана, уғ а республика бюджеты ярҙам итә, федераль холдингҡа ингәндән һуң филиал аҡса бүлә. Әлеге ваҡытта тест - системалар Мәскәү ҙә Тарасевич исемендәге медицина биологик препараттарҙы стандартлаштырыу һәм контролдә тотоу буйынса ғилми - тикшеренеү институтында "ныҡлыҡҡа" һынау тота. Был эштәр дүрт ай дауам итәсәк һәм киләһе йылда тест - системалар етештереү башланыр, тип өмөт итә урындағы иммунологтар. Иҫәпләүҙәр буйынса, уларҙың һәр береһе мең ярым һум талап итә, 96 тикшереүгә иҫәпләнгән. Марсель Тойғонов тест - систе малар Башҡортостанға кәрәк булған күләмдә етештереләсәк, тип
       ышандырҙы.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал