6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Рәсәй тормошонан бер көн
10.06.05


       Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһынд а Декларация ҡабул итеү датаһы азатлыҡ, конституцион федерализм, тигеҙ хоҡуҡлыҡ һәм партнерлыҡҡа нигеҙләнгән "яңы " Рәсәй дәүләтенең аяҡҡа баҫыуына башланғыс тип һанайбыҙ. 12
       июнь - Рәсәй Көнө, бөтә дәүләт халҡы өсөн байрам көнө булар аҡ билдәле.
       Рәсәй президенты Владимир Путиндың быйылғы Хатында Советтар Союзының тарҡалыуы "20 быуаттың иң ҙур геосәйәси һәләкәте" тип атала. Бөгөн Рәсәйҙең яңынан тыуыуын әлеге тарихи осорҙоң геосәйәси ҡаҙанышы тип әйтә алабыҙмы Әлбиттә, алабыҙ. Сөнки беҙ, бөгөн һәм бында йәшәүселәр, дәүләтебеҙгә ғаилә туғанлығына ҡарағанда ла нығыраҡ бәйләнгәнбеҙ. Беҙҙең тағы ла хаталар ебәрмәҫкә, тарихи склерозға ҡаршы дарыу ҡабул итергә һәм культуралы дәүләткә тейеш булған эштәр башҡарырға мөмкинселегебеҙ бар. Совет заманында әйтелгәнсә, һынылыш ваҡытының хәл иткес ваҡиғаларына әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул ваҡытта беҙгә илдең икенсе
       һулышы асыла, "ишек төбөндә" беҙҙе, ниһайәт, азатлыҡ ҡаршылай кеүек тойола ине.
       Үҙебеҙ өсөн бер нимә менән дә сикләнмәгән эшҡыуарлыҡты, ғөмүмән, донъяны, үҙ милләтебеҙ, халҡыбыҙ өсөн яуаплы булыуыбыҙҙы аңлағанда, беҙ үҙебеҙ өсөн тәүге сәйәси дәреслекте асҡандай булдыҡ. 1990 - сы йылда совет халҡы СССР
       - ҙың тәүге Президентын һайланы, артабан халыҡ депутаттарын ың 3 - сө съезында союз Конституцияһының йәмғиәттә КПСС - ты ң етәксе роле тураһындағы алтынсы статьяһын юҡҡа сығарҙы. Партия сафтарында берҙәмлектең юҡҡа сығыуын күрһәтеүсе Коммунистар партияһының 28 - се съезы власть монополияһының емерелеүенә ҡамасаулыҡ итә алмай ине инде. Ошо уҡ йылда әлегә тиклем тарихты яңынан ҡарап сығыу тураһында һүҙ ҡуҙғатмаған Прибалтика илдәре үҙҙәренең бойондороҡһоҙ милли дәүләт төҙөү тураһындағы ҡарарын белдерҙе, уның артынан башҡалар эйәрҙе. Яңырыу кисергән Рәсәй тәбиғи рәүештә сәйәси процесҡа ҡушылды.
       1990 йылдың 21 июнендә халыҡ депутаттарының 1 - се съезы делегаттары, барлыҡ һайлаусылар исеменән сығыш яһап, күпселек тауыш менән Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итте. Ошо мәлдән алып РСФСР дәүләт власы органдары, республика үҙ ирке менән СССР ҡарамағына тапшырған һорауҙарҙан тыш, барлыҡ дәүләт
       һәм йәмәғәтселек тормошона ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү хоҡуғына эйә булды, суверенитет федерацияның бар территорияһ ында ла йәйелдерелде. Шул уҡ ваҡытта тап Рәсәй суверенитетын
       иғлан итеү автономиялы республика, край һәм өлкәләрҙең хоҡуҡтарын киңәйтеү кәрәклеген раҫланы.
       Тәүгә Рәсәй дәүләтенең беренсе маҡсаты " һәр халыҡҡа үҙҙә ре һайлаған милли - дәүләт һәм милли - мәҙәни формала үҙбилдәләнешкә хоҡуғын тәьмин итеү" булды. Декларацияның демократик рухта булыуы һәм кеше мәнфәғәтен яҡлауға
       йүнәлтелеүе граждандарҙың үҙҙәре һәм улар булдырған сәйәси институттар эшмәкәрлегендә генә хәл ителә ала. Ярты йыл тирәһе ваҡыт үткәс, 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан
       республиканың сәйәси һәм иҡтисади үҫешенең мөһим йүнәлештәрен билдәләүсе дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итте. Дәүләттебеҙҙә йәшәүсе халыҡҡа уның реаль йоғонтоһо эҙемтәләрен күҙәтеүе ауыр түгел. Төрлө өлкәл әрҙә - иҡтисади күрһәткестәрҙең үҫеше, төплө социаль сәйәсәт , ижтимағи - сәйәси тотороҡлолоҡ һәм милләт - ара татыулыҡты тышҡы радикаль һәм экстремист көстәр ҡаҡшата алмай. Былар барыһы ла дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларация потенциалының асыҡ сағылышы.
       Рәсәй - федератив дәүләт һәм власть органдары үҙ - ара килешеп йәшәргә, йәмәғәтселектең мәнфәғәтен иҫәпкә алырға һәм уның файҙаһына сифатлы ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш. Бары тик ошондай юл менән генә күп милләтле дәүләттең
       бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалып була. Һәм был юлдың башында - дәүләт суверенитеты тураһында Декларация, йыл һайын билдәлән гән Рәсәй Көнө тора.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал