6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Екатеринбургта тарихи триумф
10.06.05


       Рәсәй Кубогы алдынан үткән этаптың икенсе туры "Нефтяник
       Башҡотостана" өсөн бәхетле булды. Һигеҙенсе июндә Өфө клубы
       бик көслө команда - "Локомотив - Изумруд" (Екатеринбург) волейболсыларын артта ҡалдырҙы. Быға тиклем Уралдың баш ҡалаһында был ҡеүәтле клубты артта ҡалдырыу мөмкинселеге булмағайны әле. Ике яҡ та төп уйынсыларынан башҡа көрәшергә мәжбүр булды. Өфөлөләрҙең алдынғы волейболсыһы Иванов әлеге ваҡытта ялда, "Изумрудтың" мейеһе Назинцев - дауалана.
       "Нефтселәрҙең" Филатовы команданы ташлап китте, Гуанторена йыйылма команда составына саҡырылды. "Локомотивтан" Апаликов, Александрович, Вушурович йыйылма командала, Валерий Горюшев та уйында ҡатнашманы.
       Уйынсылар етешмәүе "Нефтяник Башҡортостана" командаһына к иләһе миҙгелдә команда составында уйнамаясаҡ волейболсыларҙы саҡырырға мәжбүр итте - майҙанға Сериков, Касаткин һәм Самсонов сыҡты.
       Тәүге партияла өфөлөләр кәрәгенә алды. 25 : 13 иҫәбе - волейболда тар - мар итеүгә иҫәпләнә. Осрашыуҙың икенсе өлөшөн дә екатеринбургтар ышаныслы ғына еңеү менән тамамланы, 25 : 20. Артабан иң ҡыҙығы башланды: ауыр алышта "нефтселәр" өсөнсө партияны ота - 28 : 26, киләһе еңеү ҙә беҙҙеке - 25 : 23. Иҫәп, шулай итеп, 2 : 2. Бишенсе, хәл итк ес
       өлөш хужалар өсөн хөкөм булып яңғырай - 9 : 15 һәм партияла р буйынса - 2 : 3. Өфөлөләр төркөмдә алда барыуын дауам итә,
       ә икенсе тур хужаһы "Локомотив - Изумруд" икенсе урынды "Уралсвязьинформға" ҡалдырып, өсөнсө урынға төшә.
       Командаларға өсәр осрашыу үткәрергә ҡалды. Әммә ярымфиналға инәсәк дүртәү асыҡланды тип әйтергә була. Рәсәй Кубогы өсөн көрәште "Нефтяник Башкортостана" (Өфө), "Уралсвязьинформ" (Пермь), "Локомотив - Изумруд" (Екатеринбург) һәм "Нефтехимик (Салауат) дауам итәсәк.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал