6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

"Сәйәси технологтар" йоҡламай
09.06.05


       Билдәһеҙ "сәйәси технологтар" үткән ял көндәре, 3 - 4 июн дә Өфө һайлаусыларын ярайһы ғына аптыратып алды. Технологтар
       - сөнки иң ауыртҡан урынға, йәғни кеҫәгә һуҡтылар, "сәйәси"
       - сөнки һайлау системаһы нигеҙҙәренә сәйәси мәғәнә һалып
       һөжүм яһанылар. Билдәһеҙ әҙәмдәр ҡаланың һайлау комиссияһын көндәлек эшенән айырып, йәмәғәтселеккә күренергә мәжбүр итте.
       Ҡала халҡының почта йәшниктәренә һалынған дәфтәр бите ҙурлығындағы ғына ҡағыҙға яҙылған белдереү сираттағы ҡотҡо
       булып сыҡты. Листовка - листовка инде, һайлау алдынан беҙҙе ң почта йәшниктәренә нимә генә һалмайҙар. Әммә был юлы ул башҡаларынан айырыла ине, йәнәһе лә белдереү ҡаланың һайлау комиссияһы исеменән сығарылған, рәйестең фамилияһы ла бирелә һәм һайлауға килмәгән өсөн яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртелә - "өс мең һум штраф". Белешмәләр өсөн телефон да бар, дөрөҫ, ҡала түгел, республика үҙәк һайлау комиссияһыныҡ ы. Иртә менән Өфө ҡалаһы муниципаль берәмегенең һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәрен журналистар менән осрашыуға йөҙләгән ҡала халҡының асыулы шылтыратыуҙары алып килде. Йөрәгенә айырыуса яҡын алған граждандар үҙҙәре килгән. Әрләшергә. Был аңлашыла, сөнки листовка телгә алынған закон
       статьяларынан алып телефон номерҙарына тиклем үтәнән - үтә ялған. Һайлау хоҡуҡтарын йүнләп белмәгән граждандарыбыҙ барыһын да һүҙмә - һүҙ ҡабул итә. Провокаторҙар ошоға иҫәп тота ла инде. Өфө ҡалаһы муниципаль берәмегенең һайлау комиссияһы рәйесе Гөлшат Арыҫланова журналистар менән һөйләшеүҙә аңлатыуынса, билдәһеҙҙәр тауыш биреүгә килеүселәр һанын кәметергә, йәки киреһенсә - асыуланып, барыһына ла ҡаршы тауыш биреүҙәрен теләгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, кемдер республикабыҙҙың баш ҡалаһында 26 июнгә тәғәйенләнгән Өфө ҡала советына һайлауҙарға ҡамасауларға теләй. Һайлаусыны бер кем дә һайлауҙарға барырға йәки бармаҫҡа мәжбүр итә алмай - был уның шәхси ҡарары. Әммә "бысраҡ технологияларҙың" маҡсаты йәмәғәтселекте ҡуҙғытыу һәм ошо фонда үҙенең ҡара эшен эшләп ҡалыу икәнлеге аңлашыла. 2003 йылда президент һайлағанда өфөлөләр бының
       аша үткәйне инде. Әммә хәтер ҡыҫҡа булып сыҡты. Бөгөнгө һайлау алды марафонында ҡатнашыусылар ҙа шул уҡ юлды
       һайлай. Бушлай таратылған гәзит ишаралары, аноним белдереүҙәр, ҡоймаларға яҙыу һәм башҡалар.
       Ошондай уҡ ялған листовкалар йыл ярым самаһы элек һайлау
       комиссиялары "исеменән" Рәсәйҙең ике төбәгендә йәшәүсе граждандарға почта урынына таратылғайны, тип хәтерләй Гөлшат
       Арыҫланова. Өфөлә лә бөгөн шул уҡ сәйәси технологтар эшләүе
       мөмкин. Хәйер, былар барыһы ла фарызлау ғына, сөнки хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм прокуратура ялған листовкаларға заказ биреүсене һәм башҡарыусыны асыҡлай алмай әле. "Провокацияға бирелмәүегеҙҙе үтенәм, - тип мөрәжәғәт итте һайлау комиссияһы башлығы һайлаусыларға журналистар аша. - Д өрөҫ мәғлүмәт алыу өсөн беҙгә мөрәжәғәт итеүе бер ҡасан да һуң түгел".
       Хәйер, был хәлдең бер ыңғай яғы ла бар. Журналистар Өфөлә үтәсәк һайлау кампанияһы тураһында ентеклерәк белеү мөмкинселегенә эйә булды. Башҡортостандың баш ҡалаһында барлығы 415 участка һайлау комиссиялары төҙөлгән, уларға муниципаль берәмектең һайлау комиссияһы 22 июнгә тиклем 769 меңдән ашыу һайлау бюллетендәре тапшырырға тейеш.
       Әйткәндәй, бюллетендарҙың күпселеге рус телендә, 31 555 - е башҡорт һәм 32 355 - е татар телендә әҙерләнгән. Ҡала советы
       депутаттарына кандидаттарға килгәндә, әлегә улар һайлаусыла р менән осрашыу һәм үҙ программалары менән сығыш яһау йәһәтенән үҙҙәрен һүлпәнерәк тота. Бөгөн Өфөнөң 35 округы
       буйынса һайлау бюллетендәренә 208 кандидат индерелгән. Көрәш принципиаль булырға оҡшай - уртаса конкурс буйынса бер
       урынға алты кеше тура килә. Өс округта бер мандатҡа туғыҙ кандидат дәғүә итә, ә бына 28 - се округта барлығы ике дәғүә се. Кандидаттарҙың күпселеге ир - аттар, ҡатын - ҡыҙҙар - ту ғыҙ процент тәшкил итә. Иң өлкән дәғүәсегә алтмыш йәштән ашыу, иң йәше күптән түгел 21 йәшен билдәләгән. Һәм ошо барлыҡ эшҡыуар, чиновник, студент һәм пенсионерҙар араһында бер кеше генә һайлау комиссияһына беренсе килгәндә үк документтары тулыһынса тәртиптә була һәм ул шунда уҡ теркәлеү үтә. Ҡалғандары бер үк тырмаға баҫалар, ҡайһы берҙәре әле лә судлашыуын дауам итә. Фирҡә һәм сәйәси блоктар өфөлөләрҙең өмөтөн аҡламаны: бары ЛДПР һәм "Родина" ғына ҡала советы депутатына дүрт кандидат тәҡдим итте. Борсоғаны шул - бер кандидат булһа ла халыҡ тауышына иҫәп тотһа икән. Юҡ барыһы ла һайлау залогы индереүҙе хуп күргән, тик ике дәғүәсе генә һайлаусыларҙың ҡултамғаларын килтерергә
       баҙнат иткән һәм шунда уҡ ... залог та индергән.
       Хәҙер иң ҡыҙыу ваҡыт - һайлау алды өгөтләүҙәре башлана. Үҙҙәре өсөн һәм "коллегаларына" ҡаршы. Һайлауҙа аҡса эшләп ҡалыу мөмкинселегенә киң мәғлүмәт сараларының һалҡын ҡарашта ҡалыуы ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Бик аҙҙар ғына һайлау алды материалдарын урынлаштырыуға хаҡтарҙы баҫтырҙы, ҡала һә м республика телекомпаниялары һайлау алды ыҙғыштарынан
       бөтөнләй ситкә ктте. Һайлаусылар тауышы өсөн төп көрәш майҙаны булып тап почта йәшниктәре торор, моғайын. Кандидаттар халыҡ алдына сығырға баҙнат итерме, юҡмы - был һорау аҫтында ҡала. Ҡайһы берәүҙәр өсөн был еңел булмаған эште ирекле агитаторҙар башҡара.
       - Бөгөнгөләй провокациялар башҡа ҡабатланмаҫ тип уйлау дөрөҫ түгел, - тине һайлау комиссияһы ағзаһы Александр Сидякин. Шуға күрә һайлау комиссияһы һайлаусыларға бер тапҡыр - участка һайлау комиссиялары аша һайлау датаһы алдынан халыҡты һайлауҙарға саҡырып мөрәжәғәт итәсәген белдерә. Ошоноң менән тамам. Әлегә иһә комиссияның башҡа эштәре етерлек - депутатлыҡҡҡа кандидаттарҙың бер - береһенә
       ялыуҙарын тикшереп өлгөрөргә кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал