6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Комсомол: һәр осорҙоң үҙ иҫтәлектәре
09.06.05


       Әгәр әлеге ваҡытта эшләмәгән ойошманың юбилейы ки ң билдәләнә икән, тимәк ул иғтибарға лайыҡ. Мин октябрь айын да 85 йәшен билдәләйәсәк ВЛКСМ - ды күҙ уңында тотоп әйтәм. Йәшлек дәрте, үткерлек, ҡыйыу йыйылыштар, ҡаты принципиаллек, ҡыҙғаныс һәм көлкөлө ваҡиғалар - был комсомол . 1969 - 1973 йылдарҙа Өфө нефть институты (бөгөн ӨДНТУ) студенттарының төҙөлөш отрядтарында ҡатнашыусы һәм ойоштороусы, 1973 - 1978 йылдарҙа институттың комсомол ойошмаһы секретаре, 1979 - 1989 йылдарҙа студенттарҙың
       төҙөлөш отрядтары командиры Марат Әхмәт улы Шәрипов менән һөйләшеү мине ошондай уйҙарға алып килде. Беҙ уның комсомол тормошоноң иң сағыу эпизодтары, был ойошманың йолалары, үтелгән һынауҙар тураһында һөйләүен үтендек.
       - Комсомол минең тормош биографияма нигеҙ һалды. Комсомол баҫҡыстарында үтелгән ойоштороу мәктәбе миңә эшләргә тура килгән иң ҡатмарлы коллективтарҙа ла үҙ - ара яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға асҡыс ролен үтәне.
       Мине, студенттар төркөмө старостаһын, комсомол комитеты ултырышына саҡырҙылар һәм 1969 йылдың йәйендә Бәләбәйҙә "Авт онормаль" заводын төҙөүгә студенттарҙың төҙөлөш отряды комиссары тиеп тәғәйенләнеләр. Отряд 120 кешенән тора ине. Палаткаларҙа егермешәр кеше йәшәнек. Төҙөлөш материалдары ет ешмәй. Әммә барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы ла еңергә ярҙам итеүсе иҫ к иткес дәрт бар ине. Беҙгә ауыр холоҡло ике үҫмерҙе тәрбиәләргә биреп ҡуйҙылар. Мин отрядтан Туймазыға - магнитофон артынан киткәс, улар ике мискә һыра урлаған. Ҡайтыуыма икеһен дә КПЗ - ға ултыртып ҡуйғандар. Милиция начальнигын көс - хәл менән малайҙарҙы минең менән ебәрергә өгөтләнем. Улар һуңынан беҙгә шул тиклем эйәләшеп китте, институтты тамамлағансы килеп йөрөнөләр.
       Тағын бер осраҡ һаман күҙ алдымда тора. Йәштәрҙе тәрбиәләгәндә эмоция, хис - тойғоға бай, ғәҙәти булмаған
       мәлдәр бик мөһим. Шуға күрә институтта комсомолдың отчет - һайлау конференцияларының береһенә минең инициатива буйынса Ленинды, йәғни уның ролен бик яҡшы башҡарыусы театр артисы Прибыловты саҡырҙыҡ. Конференция алдынан залда ут һүнде, прожекторҙар яндырылды, революция көйө уйнай
       башланы һәм сәхнәгә, трибуна артына донъя пролетариаты юлбашсыһы күтәрелде һәм Лениндың тауышы менән Октябрь революцияһы башланыуын белдерҙе. Зал аяғүрә баҫты һәм "Ура!"
       тауыштары һәм алҡышлауҙар яңғыраны. Ут янғанда юлбашсы юҡ ине инде. Әммә байрам һәм эш кәйефе ҡалды. Шул ваҡыт мин конференцияны асып ебәрҙем.
       Икенсе ваҡиғаны ҡыҙыҡлы осраҡ тип тә атарға булалыр, моғайын. Йыл да төҙөлөш отрядтары юлға сығыр алдынан институт стадионында митинг үтә торғайны, байраҡтар, тынлы оркестр, барыһы ла формала, матур күренеш, бер һүҙ менән әйткәндә. Отряд командирҙары комсомол комитеты секретаре һәм институт ректоры алдында эшкә әҙерлектәре тураһында рапорт бирә һәм отрядтар Космонавттар урамы буйлап Орджоникидзе исемендәге Һарайға барып етә һәм ҡабаттан институтҡа килә.
       Ә бер тапҡыр яҙ көнө хоккей буйынса донъя чемпионаты бара
       ине. СССР йыйылма командаһы финалда Чехословакия менән уйнаны һәм еңеп сыҡты. Ошо кисте йыйылма команда өсөн бар
       ил "ауырый" ине. Һәм һуңғы шайба индерелгәс, студенттар ҡаласығындағы алты дөйөм ятаҡтан да стадионға студенттар ағылды һәм шатлыҡтарынан бик ойошҡан рәүештә төҙөлөш отрядтарының маршруты буйынса йөрөп әйләнде. Ваҡыт төнгө икеләр тирәһе булғандыр. Икенсе көнө ректорҙы, партком секретарен райкомға, горкомға, обкомға саҡырттылар. Бар ерҙә
       лә демонстрацияның ни рәүешле килеп сығыуын аңлатырға тура килде.
       Минең өсөн иң ҡәҙерле комсомол йолаһы - студенттар отряды
       ветерандарының осрашыуы.
       Төҙөлөш отрядтарын тергеҙеү тураһында бөгөн бик күп һөйләйҙәр. Тик мин бының мөмкин булыуына ышанмайым, сөнки ун ы тергеҙеүгә нигеҙ юҡ. Ул ваҡытта эшсе ҡулдар етешмәй ине - комсомол ошоноң менән файҙаланды ла инде. Бөгөн юғары квалификациялы кадрҙарға ла эш етмәй, эшһеҙлек арта, вуз сығарылыусылары йылдар буйына эшһеҙ йөрөй. Бына был йәл, әлбиттә.
       Вуз комсомолы комитеты секретаре тормошонда иң ауыр һынау - ҡайһы ваҡыт отрядтарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу
       арҡаһында студенттарҙың һәләк булыуы. Был ҡайғылы хәбәрҙе ғәҙәттә беренсе булып секретарь ишетә. Уны ата - әсәләргә ал ып барып еткереү, ниңә улай килеп сығыуын аңлатыу, "200" йөг өн
       ҡабул итеү - бөгөн, утыҙ йыл үткәс тә, был турала хәтерләүе ауыр. Шуға күрә төп мәсьәлә һуғыштағы кеүек - программаны үтәргә һәм кешеләрҙе һаҡлап ҡалырға.
       Бер иптәште амораль тәртибе өсөн комсомолдан сығарғаныбыҙҙы һаман да үкенес менән хәтерләйем. Курсташ ҡыҙҙың уға ике тамсы һыу кеүек оҡшаған балаһы тыуҙы. Беҙ тул ы бер тикшереү үткәрҙек, хатта шаһиттар ҙа табылды. Ул иһә үҙенекендә торҙо: "Минеке түгел һәм бөттө!" Үҙебеҙҙең комсомол принципиаллеге менән ҡыҫылмаҫҡа кәрәк булған да бит. Тик шулай килеп сыҡты инде. Миңә лә комсомол комитеты ағзаларын хата эшләүҙән тыйырлыҡ тормош тәжрибәм етмәгәндер, күрәһең. Һуңынан уны осратып ғәфү үтенергә
       теләк ҙур булды. Яҙмышы нисек булғандыр, белмәйем. Комсомолдан сығарыу автоматик рәүештә институттан
       ҡыуылыуҙы аңлата ине бит.
       Тағы бер эпизод хәтергә төшә. Һәр шаршамбы кис комсомолды ң комитет ултырышы башлана. Һәр саҡтағыса, мөһим һорау тикшерәбеҙ, әлбиттә, барыһының да йөҙҙәре етди. Һәм бер ваҡы т асыҡ тәҙрәнән "Атай! Әйҙә ҡайттыҡ!" - тигән бала тауышы ишетелә. Баҡһаң өлкән улым Тимурҙы әсәһе балалар баҡсаһынан алып ҡайтып бара икән. Юл институт янынан үтә. Улым туҡтамайынса ҡысҡыра. Барыһы ла йылмая башлай. Мин һикереп т ороп тәҙрә янына барам һәм асыулы тауыш менән :"Барығыҙ, ҡамасауламағыҙ, мин тиҙҙән ҡайтырмын!" тип ҡысҡырам. Башҡалар рәхәтләнеп көлә башлай һәм тәҙрә төбөнә йыйыла.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал