6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Үҫмерҙәр әбейҙең үҙ йыназаһына йыйған аҡсаһын файҙаланырға м аташҡан
09.06.05


       Нефтекамала 16 йәшлек ун беренсе синыф уҡыусыһы һәм уның йәштәше, нефть колледжы студенткаһы яһалма аҡса менән файҙаланырға маташҡанда эләгә. Ике сауҙа нөктәһендә һатыусы лар аҡсаның ялған булыуын шунда уҡ асыҡлай - купюралар түбән сифатлы була - һәм был парҙы ҡыуып ебәрә. Ә инде өсөнсө киоскыла һатыусы биш йөҙлөк яһалма аҡса тураһында милицияға
       хәбәр итә һәм еңел юл менән байырға уйлаусылар ҡулға алына .
       Тикшереү ваҡытында үҫмерҙәрҙең кеҫәһендә 500 һумлыҡ ун ике купюра табыла. Нефтекама ҡалаһының эске эштәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ялған купюралар әҙерләү менән ҡыҙҙың 40 йәшлек атаһы шөғөлләнә. Әммә ул, үҙе әйтеүенсә, был аҡсаны файҙаланырға уйламай, был аҡса уларҙың ҡарт инәйҙәренә кәрәк, тип аңлата ул. Ҡартайып аҡылға еңеләй гән әбей үҙен үлгәс тейешенсә ерләүҙәрен һорай һәм бының өсө н һаҡланған аҡсаны көн дә урынынан алып күрһәтеүҙәрен талап итә. Ошо сәбәпле, аҡсаның сифатына артыҡ иғтибар бирмәйенсә,
       ул өйҙәге компьютерҙа биш йөҙлөктәр баҫа башлай.
       16 йәшлек ҡыҙ был турала белә, әммә аҡса эшләү теләге ун ы ошо шикле мажараға этәрә. Нефтекама ҡалаһының эске эштәр идаралығында әйтеүҙәренсә, ғәйеплеләр үҙҙәренең был шаярыуы нимә менән барып бөтөүе мөмкин булыуын һаман да аңлап етмәй. Шул уҡ ваҡытта "яһалма аҡса йәки ҡиммәтле ҡағыҙҙар әҙерләү йәки һатыу" статьяһы буйынса енәйәт эше асыу тураһында һорау хәл ителә. Үҫмерҙәр 16 йәшкә еткән, тимәк бы л статья буйынса улар яуаплылыҡҡа тарттырыла ала.
       БР Эске эштәр министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса,
       үткән йыл менән сағыштырғанда яһалма аҡса эшләү осраҡтары арта. Ялған аҡса эшләүселәр күпселек 500 һәм 1000 һумлыҡ банкнота әҙерләүҙе хуп күрә. Валютаға килгәндә, бында 100 доллар беренсе урында тора. Яһалма аҡсаларҙың күбеһе банкыларҙа ғына асыҡлана, яһалма аҡсаның ниндәй юл үтеүен
       табыуы еңел түгел, шуға күрә был енәйәттәрҙе асыу проценты ла түбән.
       ЯҺалма һумлыҡтарҙы билдәләүе ҡыйын түгел, бөгөлгән урынын
       ышҡып ҡарағанда уның буяуы сығырға тейеш, ә инде доллар һәм
       евроға килгәндә, бында юғары сифатлы ялған аҡсалар тураһынд а һүҙ бара.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал