6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Араҡы аңығыҙҙы томаламаһын!
09.06.05


       Эсеп иҫереүгә Рәсәйҙә быуаттар буйына ниндәйҙер ябай, ғәф ү итергә мөмкин булған хәл тигән ҡараш һаҡланып килә. Ваҡыт үткән һайын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡараш үҙгәрмәй. Иҫерек булыу, тимәк яуаплылыҡты арттырыу тип һаналған РСФСР - ҙың 1960 йылғы Енәйәт кодексын практикала ҡулланыу ҙа, 80 - се йылдар аҙағындағы алкоголгә ҡаршы кампания ла үҙгәртә алманы уны. Һәм шулай ҙа "йәшел йыланға" ҡаршы көрәш файҙаһыҙ тип әйтергә ярамай. Республикабыҙҙа Наркомания, эскелек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылында барыһының да хәтерҙәренә эскелектең ниндәй яуызлыҡ булыуын йышыраҡ төшөрөп тороу кәрәктер. Беҙ бөгөн 3 - сө класлы юрист, БР Прокуратураһының дәүләт ғәйепләүселәре бүлеге прокуроры Ирина Бикмурзина менән әңгәмәләшәбеҙ.
       - Ирина Фәйзулла ҡыҙы, әгәр ғәйепләнеүсе иҫерек булмаһа, күпселек енәйәттәр бөтөнләй ҡылынмаҫ ине, тигән һүҙҙәр менән
       килешәһегеҙме
       - Әлбиттә. Мәҫәлән, шунда уҡ 12 йыл элек булған хәл иҫкә т өшә. Был енәйәт үҙенең аяуһыҙлығы һәм оятһыҙлығы менән таң ҡалдыра. 1992 йылдың 24 ноябрендә иҫерек Арутюнов, Крашенинников һәм балиғ булмаған Васильев һәм Паклев "Өфө универмагы" туҡталышында шоферҙың рөхсәтенән тыш машинаға инеп ултыра һәм быға тиклем таныш булмаған ҡыҙҙарҙы ла йәшәгән урындарына Моторҙар эшләү һарайына
       тиклем алып барып ҡуйырға вәғәҙә итеп, салонға ултырта. Артабан автомобиль хужаһын да, ҡыҙҙарҙы ла бысаҡ менән ҡурҡытып, "Ручеек" коллектив баҡсаларына барырға бойора.
       Баҡсалағы йорттарҙың береһендә туҡтап, егетәр башта бик күп
       итеп араҡы эсә, һуңынан ҡыҙҙарҙы көсләй һәм йыртҡыстарса үлтерә. Арутюновты БР Юғары суды тарафынан үлем язаһына, Васильев һәм Паклевты һигеҙәр йылға, Крашенинниковты 15 йылға иркенән мәхрүм итергә тигән хөкөм сығарыла. Эскелеккә бай "сәфәр" ошолай тамамлана. Әгәр алкоголь булмаһа, был ҡот
       осҡос енәйәт, бәлки, булмаҫ та ине.
       - Күптәр үҙҙәренең енәйәт ҡылыуын аңламауы, йәки бөтөнләй бер нимә лә иҫләмәүенә һылтана...
       - Эйе, ундай осраҡтар бик йыш була. Әммә был яуаплылыҡтан азат итеү генә түгел, язаны йомшартыуға ла сәбәп була алмай. Мәҫәлән, Таһиров фамилиялы гражданин Еңеү көнөн ныҡ ҡына байрам итеп алғас, өйөнә ҡайта. Ҡатыны өйҙә булмай һәм алкоголь мейеһен томалаған ир бысаҡ менән ҡоралланып,
       Ишембай районының Әхмәр ауылы буйлап уны эҙләргә тотона. Тормош иптәшенең туғандарына барып инә, уларҙы ҡатынын йәшереүҙә ғәйепләй һәм икеһенә лә бысаҡ ҡаҙай. Таһиров
       үҙенең ғәйебен таныны, әммә "йәшел йыланға" һылтана башланы, йәнәһе, ул, яуыз, уның аңын томалаған, шуға күрә ихатала нимә булғанын иҫләмәй. Ә ике бәләкәй бала етем ҡалды . БР Юғары суды хөкөмө менән Таһиров18 йылға иркенән мәхрүм ителде.
       - Хәҙер наркотиктар ҡулланыу хаҡында йышыраҡ һөйләнә. Бәлки, алкоголь бик үк ҡурҡыныс та түгелдер
       - Шулай булһа ла бит! Бына тағын бер миҫал. Үткән йылдың декабрендә Иглин районында Өфөнән килгән үҫмерҙәр Богач һәм Рождественский бейсбол таяҡтары менән ошо ауылда йәшәүсе егетте бары тик улар алдында тубыҡланырға теләмәгәне
       өсөн йыртҡыстарса туҡмай. Был кисте эселгән һыра һәм араҡы уларҙың аңын шул тииклем томалай, артабан нимә булыры тураһында улар уйлап та бирмәй. Ул ғына ла түгел, һуңынан иптәштәре эргәһенә килеп, ҡылған эштәре менән маҡтанырға ла өлгөрә әҙәм аҡтыҡтары. Ә туҡмалған малай был ваҡытта өйөндә мейеһенә ҡан һауыуҙан үлә. Суд Рождественскийҙы - ете, Богачты - һигеҙ йылға иркенән мәхрүм итте.
       - Ҡайһы ваҡыт иҫерек кеше ауырыуға тиң тигән фекерҙәр ишетергә тура килә.
       - Ауырыу һәм иҫереү бер - береһенән ҡырҡа айырыла: кеше ү ҙ теләге менән эсә. Шул иҫәптән - батырлыҡ өсөн. Һәм тағы: иҫерек кеше реаль хәл алдында тора, уның күҙенә күренмәй бит . Тәү ҡарашҡа күренгән мәғәнәһеҙлек, ҡылыҡтарҙың логикаға та п килмәүе, аяуһыҙлыҡ - былар барыһы ла кешенең аңында йәшәй
       һәм спиртлы эсемлектәр ярҙамында тышҡа сыға. Уйлап ҡарағыҙ,
       һәр беребеҙ тирә - яҡтағыларға иғтибарлыраҡ, үҙебеҙгә ҡарат а талапсаныраҡ булғанда ла күпме ғәйепһеҙ ғүмер ҡыйылмай ҡалыр ине.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал