6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Өфөнөң боронғо гербы
09.06.05


       Өфөнөң боронғо гербында көмөш фонда йүгереп барыусы зәң гәр һуҫар төшөрөлгән. Һуҫар һүрәте был ҡиммәтле тиреле йәнле ктең Башҡортостан урмандарында йәшәүен генә түгел, был яҡтың тәбиғәте, уның урмандары, йылғалары, ялан һәм баҫыуҙарының дөйөм байлығын сағылдырған.
       Өфө гербы 16 быуаттың һикһәненсе йылдарында барлыҡҡа килгән тип аңлата тарихсылар. Өфө гербының һүрәте Өфөнөң приказдар мисәтендә лә төшөрөлә. Мисәттә йүгереп барыусы
       һуҫар, уның аҫтында ниндәйҙер үҫемлек була.
       18 быуаттың беренсе яртыһында ҡаланың яңы гербы барлыҡҡа килә. Унда һуҫар урынына аҡ яланда сабып барыусы ҡыҙыл ат һүрәтләнә. Тик был герб оҙаҡҡа бармай. 1782 йылдың 8 июнендә
       Өфөнөң элекке гербы тергеҙелә. Ул геральдик тамамланыу ала. Һүрәттең төҫтәре билдәләнә: көмөш фонда зәңгәр һуҫар. Герб һүрәте эргәһендә шундайыраҡ яҙыу ҙа була: "Көмөш яланда йүгереүсе һуҫар бындай хайуандарҙың күплеге билдәһе".
       1878 йылдың 5 июлендә Өфө гербы деталләштерелә һәм дөйөм губерна гербы булараҡ раҫлана.
       Өфөнөң бөгөнгө гербы 1991 йылдың 14 февралендә халыҡ депутаттарының ҡала советы сессияһы тарафынан раҫлана.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал