6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Иммунопрепарат"үҙенең йөҙ йәшен билдәләй
08.06.05


       Етенсе июндә Өфөлә "Микроген" фәнни - етештереү берекмәһ е"федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы "Иммунопрепарат" үҙенең йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләне.
       Йөҙ йыл элек Өфөлә Пастер станцияһы эшләй башлай, унда ҡотороуға ҡаршы вакцинация үткәрелә. Артабан ул Өфө губерна земствоһының Бактериология институты тип үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында институт төрлө инфекцияларға ҡаршы п репараттар етештерә, был фронтта ла, тылда ла инфекция таралыуын туҡтатырға ярҙам итә.
       Бер һүҙ менән әйькәндә, институттың исеме лә, структураһы
       ла ҡуйылған мәсьәләләргә ҡарап үҙгәрештәр кисерә. Бөгөн ул Рәсәй һәм БДБ илдәренең инфекцион, аллергик, соматик
       ауырыуҙарҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау, иммунитетты коррекциялау өсөн иммунобиологик һәм дауалау средстволары эшләү һәм етештереү буйынса иң ҙур ғилми - сәнәғәт комплексы. Предприятие белгестәре көнө - төнө грипп, дифтерия, ҡотороу, дизенетрия һәм башҡа ауырыуҙарға ҡаршы көрәшә, хәрәкәт итеү, ашҡаҙан - эсәк тракты, иммунодефицит ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау өҫтөндә эшләй.
       Институтта һикһәндән ашыу препарат һәм йөҙләгән технологи я булдырылған, уларҙың байтағы ВДНХ миҙалдары, дипломдар, СССР - ҙың автор танытмаһы, Рәсәй патенттары менән билдәләнгән. Филиал коллективы ла күп тапҡырҙар халыҡ - ара,
       Рәсәй, республика наградаларына лайыҡ булды.
       Аңлашылыуынса, "Иммунопрепараттың" юбилейы - бөтә Рәсәй м асштабындағы ваҡиға. Шуға күрә Дим предприятиеһының
       юбилейын билдәләргә Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ставрополдән ҡунаҡтар килде. Белгестәребеҙҙе ҡотларға шулай уҡ РФ Федерал ь Йыйылышы Федерация Советының Фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм экология комитеты рәйесе Борис Шпигель,
       "Микроген" фәнни - етештереү берекмәһе" федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Антон Катлинский,
       һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Вячеслав Прохоров килде.
       Тантана саралары Илья Мечниковҡа һәйкәл асыуҙан башланып китте. Артабан юбиляр адресына Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.
       "Иммунопрепараттың" иң яҡшы эшләүсе хеҙмәткәрҙәренә Морта за Ғөбәйҙулла улы республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал