6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Күптән белгән дуҫтар яҡшыраҡ
08.06.05


       Өфөнөң "Нефтяник Башкортостана" волейбол клубы тағы бер билдәле спортсы менән килешеү төҙөнө. Ул да булһа тәжрибәле ветеран, СССР заманында уҡ уңышлы уйнаусы Олег Антонов.
       Элегерәк был волейболсы Өфө коллективы өсөн дә сығыш яһағайны. Һуңғы миҙгелдәрҙе Антонов Салауат ҡалаһының "Нефтехимик" клубында үткәрҙе. Ҡартаймаҫ спорт мастерының титулдары ғорур яңғырай: ул ике тапҡыр Рәсәй һәм Австрия чемпионы, берәр тапҡыр СССР һәм Украина чемпионы. "Нефтехимик" өсөн уның китеүе ҙур юғалтыуға тиң, сөнки бындай спортсылар өсөн уларҙың тәжрибәһе уйнай.
       Самсонов "Нефтяник Башҡортостана" командаһынан киткәс , уның урынына юғарыраҡ класлы "доигровщик" алырға хәл ителеүе билдәле. Әммә "нефтселәр" был позицияла уйнаусы суперйондоҙ һатып ала алманы әлегә. Ҡояшлы Куба егете
       Гуанторена бар, әммә составта бер юлы дүрт "доигровщик"
       булырға тейешлеген хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм. Тағы өс кеше - бер төп һәм өс запас уйынсыны ҡайҙан алырға
       Шулай итеп Өфөгә тәжрибәле спортсы Олег Антонов ҡайтты. Был волейболсының ҡулынан күп нимә килә - матчтың киҫкен мәлдәрендә ул айырыуса көслө, кәрәк ваҡытта һалҡын ҡанлы, иҫәпсел дә була белә. Моғайын, Антонов запастағы уйынсы булыр, хәйер Олегтың төп урынды ла биләүе лә ихтимал.
       Икенсе запастағы уйынсы Дмитрий Бакулин булыр, моғайын
       ( хәйер, барыһы ла волейболсының үҙ ҡулында, конкуренттан яҡшыраҡ уйнаһаң, һин - төп уйынсы). Ул беҙҙең командала тәүг е йыл ғына түгел һәм яҡшы волейбол күрһәтә. Әле ул ике йылға контракт төҙөнө.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал