6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Матурлыҡҡа ҡарарға оялмағыҙ...
08.06.05


       Моңһоу ҙа, шат та, өсөнсө быуын хиппи. Таныш булайыҡ, Влад
       Демченко булам. Мин һеҙгә оҡшайыммы Һеҙ миңә бик тә. Мин һеҙҙе шул тиклем төрлө һәм ҡыҙыҡлы булған өсөн яратам. Ҡыҙыл , һары, ҡара, йәшел... Мин һеҙгә ҡарарға, унан да бигерәк - һеҙҙең тәнегеҙҙе сәнғәт әҫәренә әйләндерергә яратам. Икенсе төрлө был боди - арт тип атала.
       Минең эштәрем менән һеҙ "Шартлау тулҡыны" Халыҡ - ара күргәҙмәһендә (2003), дүртенсе "Алтын тараҡ - 2004"
       конкурсында, "Проспект" күңел асыу комплексын асҡанда, "Фанки - хауз - бенд" концертында таныша ала инегеҙ... Гүзәл
       моделдәрҙән тыш бөгөн мин картиналар ҙа тәҡдим итәм.
       Картиналар ижад итеү менән 13 йәштән шөғөлләнәм. Уларҙа минең байлығым: дуҫтарым, мөхәббәт, матурлыҡ, ҙур ҡала романтикаһы. Минең уҡытыусыларым - Ван Гог, Пауль Клее, Миро , бөгөнгөләре - Башҡорт дәүләт педагогия университетының худграф факультеты уҡытыусылары.
       Бөгөн "Президент - Отель" картиналар галереяһында минең тәүге шәхси күргәҙмәм тәҡдим ителә. Уны ойоштороусылар - БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, "Башинформ" мәғлүмәт агентолығы, БР прическа дизайнерҙары, косметологтар һәм визажистар союзы, "Фигаро" парикмахер сәнғәте үҙәге, "Аэрола " туризм агентлығы. Бында - минең картиналарым һәм моделдәрем. Күргәҙмә тамашасыларҙа төрлө тәьҫораттар ҡалдыра. Берәүҙәр һоҡлана, икенселәр - ҡабул итмәй, өсөнсөлә р - аңламай. Минең кәйефем ҡырылманы, иң мөһиме - битарафтар
       юҡ.
       Кола, БДПУ - ның худграф факультеты студенткаһы.
       - Сәнғәт күҙлегенән сығып ҡарағанда, Влад Демченконың
       картиналары ғәҙәти түгел, бер жанрға ла тура килмәй. Уларҙа
       төрлө стиль ҡушылмаһы, бында реализм да, авангардизм да, импрессионизм да бар.
       Антонина Голубкова, йырсы, шағирә, композитор.
       - Миңә был кеше йәл, кешенең шундай ҡот осҡос тойғолар эсендә йәшәй ул.
       Лилиә, хәбәрсе.
       - Улар тәү ҡарашҡа ғына шулай күңелһеҙ күренә. Һүрәттәрҙә ҡояш юҡ, әммә ниндәйҙер балалыҡ һиҙелә. Бәләкәй караптар, кирбес төҫөндәге йорттар...
       Алехандро Гонсалес, эшҡыуар, (Мексика, Мехико).
       - Рәссам тормошто үҙе нисек тоя, шулай һүрәтләй. Уның эштәрендә төҫтәр күп, улар сағыу.
       Рауил Нәжметдинов, рәссам.
       - Уның эштәре - рәссамдың уйҙарының ағышы. Һәм улар миңә насар йоғонто яһай. Хәйер, мин бында ниндәйҙер театраль тамаша барыуына шат.
       Театр тамашаһы тип боди - артты күҙ уңында тотам. Әйткәнд Ьй, мин шундай үҙенсәлек һиҙҙем. Картиналар янында халыҡ күберәк йыйыла, акрил буяуҙар менән буялған матур ҡатындарға
       ҡарарға күптәр оялған кеүек. Тик был бер ун биш минут самаһ ы
       дауам итте, һуңға табан тамашасылар уларға өйрәнә төштө һәм
       фуршетта инде уларға кешелектең гүзәл яртыһы итеп ҡараны.
       Мин үҙем боди - арт сәнғәте менән бик теләп шөғөлләнәм. Кешеләргә ябай тормошта ҡарауы күңелһеҙ, ә улар төрлө төҫкә буялһа, ҡыҙығыраҡ. Һәр кешенең үҙ төҫө бар, һәм моделдәрҙе буяғанда мин теге йәки был ҡыҙға ниндәй төҫ тура килеүен
       интуитив рәүештә һиҙәм. Үҙҙәренә был сәнғәт оҡшаймы икән Береһенән булһа ла һорап ҡарағыҙ.
       Регина Заһиҙуллина ("Фигаро").
       - Башта миңә Влад модель булырға тәҡдим иткәс, мин ҡырҡа
       кире ҡаҡтым. Сисенергә - бер ваҡытта ла! Һуңынан, бер аҙ уйлағас, ризалаштым. Беҙ йәштәр бит, был беҙҙең ваҡыт, беҙҙе ң тормош. Фигураң бар икән, ниңә сисенмәҫкә ти! Был буяуҙар төрлөлөгөндә мин үҙемде иркен тоям, икенсе донъяға эләккән кеүек! Буяу процесынан да ҡәнәғәтлек тойғоһо алам. Был ваҡытта рәссамдың кәйефен тойомларға тырышам. Мин Влад менән икенсе тапҡыр эшләйем, һәм төҫтәр һәм буяуҙар илендә булыу минең өсөн байрамға әйләнә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал