6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Юрий Шевчуктың фанаттары үҙ кумирҙары тураһында ҡиммәтле мәғ лүмәт тапҡан
08.06.05


       Юрий Шевчуктың Өфөлә 12 июндә үтәсәк концерты яҡынлашҡан
       һайын легендар рокер тирәләй ваҡиғалар ҡуйыра. Ошо көндәр ҙә генә "ДДТ" төркөмөнөң ижады алдында баш эйеүселәр "БАШвестЪ" гәзитенә бер пакет документ алып килде. Уларҙың ҡулына ниндәйҙер ғиллә менән Башҡорт дәүләт педагогия университеты (әле БДПУ) студенты Юрий Шевчуктың
       документтары килеп эләккән. Улар раҫлауынса, был мәғлүмәттә р әлегә тиклем бер ҡайҙа ла баҫылғаны юҡ әле.
       Шулаймы, түгелме, әммә Шевчуктың фанаттары үҙ кумирҙары тураһында тағы бер тапҡыр ишетергә мөмкинселек тыуыуына ҡыуаныр, моғайын. БДПУ студенттары тураһында әйтәһе лә түгел . 1975 йылда 18 йәшлек Юра институттың художество - графика факультетына уҡырға инә. Быға тиклем ул ВЛКСМ сафына инергә( 1971 йыл), Өфөнөң 1 - се һанлы мәктәбен тамамларға өлгөрә. Беҙгә алып килгән мәғлүмәттәр буйынса, Юра мәктәптә бик шәп өлгәшкән тип әйтеүе ҡыйын. Уның аттестатында күберәк "өслө" билдәләре урын алған: рус теле һәм алгебра, геометрия һәм физика, астрономия һәм химия, биология һәм инглиз теле, шула й уҡ физкультура буйынса "өслө". Әҙәбиәт, СССР тарихы, география һәм башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәре уҡытыусылары Шевчукты нығыраҡ яратҡан, күрәһең - был
       предметтарҙан "дүртле". Уның ҡарауы хеҙмәттән "ДДТ" солисы
       "бишлегә" өлгәшкән.
       Физик культуранан "өслөгә" уҡыуы Шевчукка вузға инер алдынан БДПИ - ның физик тәрбиә биреү кафедраһына лаборант б улып урынлашырға ҡамасауламаған. Унда бер йыл тирәһе эшләгәндән һуң уға түбәндәге характеристика бирәләр:
       "1974 йылдың сентябренән 1975 йылдың майына тиклем Шевчук Ю. Ю. физик тәрбиә биреү факультетында лаборант булып эшләне. Был ваҡыт эсендә, тәжрибәһе булмау сәбәплелер,
       моғайын, үҙ бурыстарын тулыһынса үтәй алманы, хеҙмәт дисциплинаһын боҙоу осраҡтары булғыланы. Ансамблдә
       ҡатнашыусы булараҡ, институттың йәмәғәт тормошонда ҡатнашт ы, кафедрала спорт стендтарын эшләүҙә ярҙамлашты".
       Худграфта бер йыл уҡығандан һуң Шевчук "ғаилә хәле буйынс а" институттан сығарыла. Әммә Юра юғары белемдең кәрәклеген төшөнә, күрәһең, һәм кире алыуҙарын һорай.
       "БДПИ ректоры Р. Г. Кузеевҡа Ю. Ю. Шевчуктан
       ғариза
       Уҡыуымды дауам итер өсөн худ. граф. факультетының 2 - се курсына ҡабул итеүегеҙҙе һорайым. Һеҙгә билдәле сәбәптәр буйынса 1976 йылдың йәйендә мине институттан сығырғандан һуң, йылдан артыҡ Алыҫ Себерҙә эшләнем. Диңгеҙ портында йөк бушатыусы булып, навигация тамамланғандан һуң, складтар һаҡлауҙа намыҫлы эшләнем. Ыңғай характеристикаларым бар. Был ваҡыт эсендә мин 1 - се курста уҡығанда ҡылған хаталарымды аңланым. Себерҙә эшләгән ваҡытта оҙаҡ уйланыуҙарҙан һуң, буласаҡ һөнәремде дөрөҫ һайлағанмын һәм м инең өсөн башҡа юл юҡ, тигән һығымтаға килдем. Үткәндәге кеүек малайҙарса ҡыланмаҫҡа вәғәҙә бирәм. Рөстәм Ғүмәр улы, Себер миңә яҡшы тормош дәрестәре бирҙе. Һеҙҙең миңә тағы бер тапҡыр ышаныс белдереүегеҙҙе һорайым.
       1977 йылдың 22 авгусы, Ю. Шевчук".
       Шевчук ысынлап та аҡылға ултырған, күрәһең. Бына уның Себерҙә эшләгәндә алған характеристикаһы:
       "1957 йылда тыуған, Яҡут АССР - ның Түбәнге Колыма районы , Зеленый Мыс ҡасабаһында йәшәүсе, "Северовостокзолото" берекмәһенең 8 - се Билибин отрядының янғын хеҙмәткәре
       Шевчук Юрий Юлиановичҡа хеҙмәт характеристикаһы.
       Эшләү ваҡытында үҙен ыңғай яҡтан күрһәтте. Шәхси составта абруй менән файҙалана. Команданың йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Шелтәләре юҡ.
       ВСПК - 2 начальнигы, өлкән лейтенант В. В. Краев".
       Ниһайәт 1981 йылда Юрий вузды тамамлап сыға. Шевчук, ҡуйылған баһаларына ҡарағанда, "Атеизм" предметын һәм сәнғәт
       тарихын яратып уҡый, КПСС тарихы һәм фәнни коммунизмды яҡшы белә. Ә бына марксизм - ленинизм философияһы һәм политэкономиянан " имтиханды өслөгә" тапшыра.
       Бына ошо мәғлүмәттәрҙе алып килде беҙгә билдәле яҡташыбыҙ ҙың фанаттары. Беҙ иһә "ДДТ" төркөмөнөң концертына эләгеү мөмкинселеге бар әле, тип өҫтәйбеҙ. Билет хаҡтары ике йөҙҙән
       ете йөҙ һумға тиклем. Өфө ипподромындағы сығышы легендар коллективтың 25 йыллығына арналған донъя турнеһына башланғыс буласаҡ. "ДДТ" концерттары Лондонда тамамланасаҡ.

Сергей Звягинцев, Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал