6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Беҙҙең егеттәр - беренсе!
08.06.05


       Республикабыҙҙың бокс спорты оҫталары Өфөнөң Мәҙәниә т һарайында үткән Волга буйы федераль округы чемпионатында ҡатнашып, тулы составта булмауҙарына ҡарамаҫтан, еңеү яулауғ а өлгәште. Беҙҙең спортсылар өс алтын, ике көмөш һәм дүрт бронза миҙалға лайыҡ булды.
       Кисловодск ҡалаһында үткән Рәсәй йыйылма команда күнекмәләрендә ҡатнашыу арҡаһында үткән турнирҙа башҡорт спортының йәш йондоҙҙары Нияз Фәйзуллин, Андрей Йәнгилдин һә м Вячеслав Еремеевтың ҡатнаша алмауы тураһында "БАШвестЪ" хәбәр иткәйне инде. Әммә уларһыҙ ҙа мәҙәниәт һарайы стеналарында команданың ҡайһы бер вәкилдәренә етеүсе булманы. Абруйлы төбәк турнирында 48 килограмға тиклем ауырлыҡта чемпион исемен Илгиз Мәхмүтов, 57 килограмға тиклем - Игорь Иванов, 60 килограмға тиклем - Айҙ ар Ҡәҙимов яуланы. Өсөһө лә Башҡорт дәүләт университетынан. Егеттәр Рәсәй беренселегенә квалификацияланды.
       Финалда беҙҙең өс боксерға ғына уңыш йылмайманы. Данил Сәйетгәрәевҡа ( 51 килограмға тиклем) һәм Хәлит Лабазановҡа (81 килограмға тиклем) "көмөш" менән генә ҡәнәғәтләнергә тур а килде. Алдараҡ, ярымфинал ваҡытында тағы дүрт боксерыбыҙ башҡаларға биреште, әммә улар ҙа тейешле наградаһыҙ ҡалманы.
       Һөҙөмтәлә беҙҙең республика командаһы еңеү яуланы. Икенсе
       урында - Ульяновск өлкәһенән килгән спортсылар. Татарстан
       боксерҙары - өсөнсө урында. Ярыштарҙа барлығы 13 өлкә һәм республиканан 106 спортсы ҡатнашты. Өфөгә өс халыҡ - ара класс спорт мастеры һәм 38 Рәсәй спорт мастеры килде.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал