6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

БДПУ - ла педагогик уҡыу йорттары ассоциацияһы барлыҡҡа килде
08.06.05


       Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙу ллин менән "Башинформ" агентлығында үткән тәүге осрашыу журналистарҙа бик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һөйләшеү ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк темалар тураһында барҙы. Уҡыу й орттарына инеү имтихандарына ла күп ваҡыт ҡалманы, абитуриенттар өсөн күп һанлы белем биреү уреждениелары араһынан үҙе өсөн иң яҡшыһын һайлап алыу еңелдән түгел. Шулай ҙа БДПУ - ны һайлаусыларға маҡтау һүҙҙәре әйтке килә. Сөнки улар - буласаҡ педагогтар, һәм беҙ уларға киләсәктә үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙы ышанып тапшырасаҡбыҙ. Шуға күрә, ректорҙың һүҙҙәре буйынса, буласаҡ уҡытыусыларға беҙ бик һаҡ
       мөнәсәбәттә булырға тейешбеҙ.
       - Беҙҙең ниндәй уҡытыусы тәрбиәләп сығарыуыбыҙ илебеҙҙең киләсәгенә туранан - тура йоғонто яһай, тик беҙҙә, ҡыҙғанысҡ а
       ҡаршы, быны ошоға тиклем аңлап етмәүселәр бар.
       Педагогия вузына маҡтау һүҙҙәре яуҙырыуҙы маҡсат итеп
       ҡуймаһам да, факттар үҙҙәре быны талап итә. Быйылғы йылдың ғинуар айында БДПУ комплекслы аттаестация үтеп, университет статусын тағы бер тапҡыр раҫланы. Рәсәй педвуздары рейтингы буйынса БДПУ тотороҡло 11 - 17 - се урындарҙы биләй. Унан
       алда бары Санкт - Петербург һәм Мәскәү вуздары килә.
       Аттестация уҡыу йортоноң күп профилле булыуын да раҫланы.
       Университетта "Педагогик белем биреү", "Гуманитар фәндәр", "Тәбиғи фәндәр", "Мәғлүмәт системалары һәм технологиялары", "Аҙыҡ - түлек һәм ҡулланыу тауарҙары" йүнәлештәре буйынса белем бирелә. Һуңғы йүнәлеш полиграфия һөнәре буйынса әҙерлекте күҙ уңында тота, ул республикала дефицит һөнәрҙәр
       рәтендә тора. Бары дүрт кешенең генә юғары полиграфия белеме бар, уларҙың икеһе пенсия йәшендә. Полиграфия өлкәһендә эшләүсе башҡалар - филологтар, инженерҙар...
       Рәсәйҙең башҡа күп кенә вуздарынан айырмалы рәүештә, беҙҙеке республиканың бюджет урындарына ихтыяжы ҙур булыуын күрһәтте. Һәм үткән йыл һандарына тағы 39 урын өҫтәлде. Рәсәй буйынса иһә бюджетлы ҡабул итеү ҡыҫҡара: Быйыл ул 7, 7
       процентҡа кәмергә тейеш һәм, беренсе сиратта, гуманитар өлкәлә ( иҡтисад, юриспруденция, менеджмент), һәм 4,4 процен тҡа - педагогия өлкәһендә. Раил Әсәҙуллин аңлатыуынса, белем биреү тураһынағы законға ярашлы, 10 мең кешегә 170 студент тура килергә тейеш. Бөгөн Рәсәй буйынса ғына ла бюджет урындарында 203 студент белем ала.
       Мәғариф системаһы проблемаларына килгәндә, уларҙы урында х әл итергә кәрәк, тип иҫәпләй БДПУ ректоры, йәғни белем биреү
       учреждениеларының үҙендә уҡыу процесын яҡшыртыу талап ителә.
       Күптән түгел БДПУ - ла республиканың педагогик уҡыу йорттары ассоциацияһы булдырылған.
       - Әлегә ассоциацияның бурыстары ябай, - ти университет ректоры, - ул да булһа бер нисә уҡытыу программаһын
       лицензиялау, был беҙгә колледжда бирелгән урта профессионал ь белем биреүҙе һаҡлап ҡалырға һәм өҫтәмә белем биреү
       программаһын юғары кимәлдә үҫтерергә мөмкинселек бирәсәк. Р еспублика өсөн был беренсе сиратта, башланғыс профессиональ белем биреү һәм квалификациялы белгестәр әҙерләүгә бәйле ҙу р проблемаларҙы хәл итергә мөмкинселек бирәсәк.
       Ассоциация буш урында барлыҡҡа килмәгән, әлбиттә.
       - БДПУ - ның педколледждарҙа ун бер вәкиллеге бар, был бе ҙгә урта профессиональ белемле уҡытыусыларға тейешле шарттар ҙа юғары белем алырға ярҙам итергә мөмкинселек бирә.
       Республикала БДПУ эргәһендә Профессиональ белем биреү инс титуты булдырыу ҙа төрлө йүнәлештәге башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү өсөн кадрҙар әҙерләү проблемаһын х әл итергә булышлыҡ итә аласаҡ.
       Үткән йыл БДПУ лицензия алды һәм грант отто, бөгөн ул Рәс әйҙә юғары мәктәп уҡытыусылары әҙерләү буйынса ете үҙәктең береһе булып тора. Волга буйы зонаһында 2004 йылда 150 - нән
       ашыу педвуз уҡытыусылары әҙерлек үтте. Быйыл университет Өфө дәүләт сервис институты менән эшләне, әле Башҡорт
       дәүләт медицияна университеты уҡытыусылары профессиональ пе дагогик әҙерлек үтә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал