6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Содовик" "Ностаға" биреште
07.06.05


       Стәрлетамаҡтың "Содовик" командаһы Магнитогорск ҡалаһынд а үткән ярыштарҙа "Ностанан" (Новотроицк) 1 : 2 иҫәбе менән еңелде һәм хәҙер беренсе лигаға сығыу өсөн көрәш башлауға иҫәәп тота.
       Миҙгел башында "Содовиктың" баш тренеры Александр Игнатенко көйәрмәндәр менән осрашыу ваҡытында Стәрлетамаҡҡа
       тағы ла премьер - лига командаһын алып килергә тырышырбыҙ,
       тип әйткән ине. Александр Викторович "тағы ла" тип үҙ тәрбиәләнеүселәренең үткән йыл "сода һәм каучук" ҡалаһына "Ростов" клубы килгән ваҡыттағы ҡаҙанышын күҙ уңында тотоп әйтеүе аңлашыла. Игнатенко үҙенең көйәрмәндәргә биргән вәғәҙәһен үтәмәне тип әйтергә береһенең дә теле әйләнмәҫ, моғайын. Команда бик тырышты һәм үҙ көйәрмәндәренә мауыҡтырғыс футбол байрамы бүләк итә ала ине. Әгәр стәрлетамаҡтар Новотроицк командаһын еңһә, киләһе раундта улар "Ладаға" (Тольятти) ҡаршы сығырға тейеш ине, ә ул "Содовик" менән "Носта" кеүек үк "Урал - Волга буйы"
       зонаһында беренсе лигаға сығырға дәғүәләй. "Автомобилселәрҙе" үтеп, беҙҙең команда премьер - лига клубы - "Амкар" менән уйнар ине. Нимә эшләйһең инде, киләһе уйында уңыш йылмайыр, бәлки. Әгәр "Содовик" беренсе дивизионда уйнаһа, иң көслө лига командалары менән кубок
       осрашыуына тиклем күпкә аҙыраҡ еңеү яуларға тура киләсәк. Һәм "премьераға" тиклем - ҡул һуҙымы ара ҡала.
       Әммә уйынға әйләнеп ҡайтайыҡ. Осрашыу нейтраль яланда, Магнитогорск ҡалаһында барҙы. Уйын башында уҡ, икенсе минутт а, Стәрлетамаҡ клубы уйынсыһы Зернов гол индерҙе. Әммә биш м инуттан Олещук уға шундай уҡ яуап ҡайтарҙы.
       Беренсе таймда башҡа голдар индерелмәне. Икенсе өлөштә, 51 - се минутта, тағы ла "Носта" алға сыҡты - Иванов уңайлы мәл менән файҙаланып ҡалды. "Содовик" уйынсылары хәлде нисек тә төҙәтергә маташып ҡараны, Передня һәм Студзинский тупаҫлыҡтары өсөн өс карточкаға "лайыҡ" булды. Аҙаҡҡа табан "Носта" ҡапҡаһы эргәһендә хәүефле мәлдәр күп кенә булды, әмм ә туп бер нисек тә һыҙыҡты үтеп инергә теләмәне. Осрашыу "Носта" файҙаһына 2 : 1 иҫәбе менән тамамланды.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал