6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Салауат Юлаев" һаҡсыларға байый
07.06.05


       Рәсәй суперлигаһының Өфө хоккей клубы вәкилдәре иң мөһим э тапта комплектлауҙың тамамланыуы тураһында белдерә. Команда ике яҡшы ҡапҡасыға байыны тип ҡуҡрҡмайынса әйтергә б ула.
       Көйәрмәндәр, ҡыуанығыҙ - "Салауат Юлаевтың" генераль менеджеры Александр Меркулов ошо көндәрҙә һеҙҙең яратҡан уйынсығыҙ Сергей Николаевтың Өфө клубы менән контрактын
       тағы бер миҙгелгә оҙайтыуын белдерҙе. Был тәжрибәле һаҡсыны ң конуренты ла шәп - кире ҡағылған шайбалар проценты буйынса
       иң яҡшы ҡапҡасы Андрей Мезин. Эйе, аптырамағыҙ, ҡайһы бер ҡыҙыу баштар Мезинды "Авангардҡа" (Омск) беркетергә ашыҡһа л а, ул "Салауат Юлаев" менән ике йылға килешеү төҙөүҙе хуп күрҙе.
       Һуңғы чемпионатта Андрей ысын голкиперҙың ниндәй булырға тейешлеген күрһәтте. Белоруссияның бик үк көслөләрҙән һаналмаған команда ҡапҡаһында тороп, ул планетаның иң яҡшы һөжүм итеүселәренә лә үҙҙәрен күрһәтергә бирмәне. Ике матчта
       бөтөнләй шайба үткәрмәне - хәйер, был осрашыуҙар иң көслө
       командаларға ҡаршы булманы, әммә һәр "ҡоро" матч ҡапҡа һаҡсыһы өсөн ҙур ҡаҙаныш. Ҡалған өс осрашыуҙа Мезиндың ҡапҡаһына шайба биш тапҡыр ғына инде - словактар Хосе һәм Габорик, рәсәйле Харитонов һәм Вышедкевич, швейцар Безинаның ғына ҡулынан килде был. Һөҙөмтәлә Андрей матчта уртаса 1,01 гол индереп, 97,13 (!) процентын кире ҡаҡты. Тик
       ике ҡапҡасы Мэдсэн менән Клиничка ғына үҙҙәрен унан яҡшыраҡ итеп күрһәтте, әммә уларҙың берәр генә уйын үткәреүен иҫәпкә
       алыр кәрәк. Мезиндың һөҙөмтәһе - бына тигән. Был күрһәткес
       буйынса Андрейға яҡын тороусылар араһынан чех Томаш Вокунды
       әйтергә була (95,26).
       Әгәр Мезин "Салауатта" ла шундай мөғжизәләр күрһәтһә, уйы ндарҙың беҙҙең өсөн нисек тамамланырын күҙ алдына килтерергә
       була. Тәүге миҙгел - ара турнирҙарҙан һөҙөмтәләр көтә башлаясаҡбыҙ. Әйткәндәй, Николаев та үҙен донъяның иң яҡшы ҡ апҡа һаҡсыһы итеп күрһәтә ала, бының өсөн уға бары тик Мезин дан яҡшыраҡ уйнарға кәрәк.
       Әлеге ваҡытта команда бер нисә ярайһы уҡ билдәле оҫталарҙ ың агенттары менән һөйләшеүҙәр алып бара, әммә әлегә уларҙың
       нисек тамамланыры тураһында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк. Рафаил Ишмәтов утыҙҙан үткән хоккейсыларҙы алыуға ҡаршы. Клубтың аҡса яғынан ҡытлыҡ кисермәүенә ҡарамаҫтан, Ишмәтов "улар өсөн үҙенә сығырға тура киләсәк уйынсыларға" аҡса түгергә йыйынмай.
       Таланттар менән байыу мөмкинселеге миҙгел алды турнирҙары нда буласаҡ. Эш түбәндә: иң бай клубтар үҙҙәренә кәрәккәндән
       артығыраҡ уйынсы һатып алды. Һәм ошо турнирҙар барышында уҡ Өфө командаһы көслө команда, әйтәйек, "Аҡ барс" хоккейсылары менән килешеү төҙөй аласаҡ.
       11 - июндә команда Төркиәгә оса. Күн куртка һәм люля - ке баб иленә башлыса йәш хоккейсылар һәм яңы уйынсылар бара. 25
       - е "юлаевсылар" кире ҡайта һәм медицина иткшереүе үтәсәк. Уның һөҙөмтәләре буйынса ҡайһы берәүҙәргә һаулығы буйынса команданан китергә лә тура килер бәлки.
       Һәм иң аҙаҡтан "Патриотлыҡ - тере" темаһына бер хәбәр. "Металлург" (Магнитогорск) етәкселегенең үҙ командаһына саҡырыуын кире ҡағып, Өфө тәрбиәләнеүселәре Николай Заварухин һәм Андрей Сидякин Өфөлә ҡалырға ҡарар итте. Ә ҡайһы бер егеттәр киреһенсә, үҙҙәрен юғары кимәлгә күтәргән команданан мөмкинселек булыу менән ҡасыу яғын ҡарай.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал