6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Сәсеү эштәре, буласаҡ уңыш һәм икмәккә хаҡтар тураһында
07.06.05


       Ошо көндәрҙә "Башинформ" агентлығында Башҡортостан ауыл ху жалығы министрының үҫемлекселек буйынса урынбаҫары Артур Ноғманов ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында
       ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар тураһында һүҙ барҙы.
       Ауыл халҡы өсөн ҡыҙыуҙарҙан булған сәсеү кампанияһы быйыл
       артыҡ ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы. Башта күҙаллауҙарҙы өмөтлө
       тип әйтеүе ҡыйын ине, әлбиттә, әммә улар, бәхеткә ҡаршы, тормошҡа ашманы. Ул ғына ла түгел, быйыл крәҫтиәндәр сәсеү
       эштәренә ғәҙәттәгегә ҡарағанда ун көнгә һуңыраҡ төшһәләр ҙә , барлыҡ эштәрҙе үткән йылдағыға ҡарағанда иртәрәк тамамланы . Ноғмановтың һүҙҙәре буйынса, башта һауа торошо "сюрприздарын
       йәлләмәне". Һуңынан, май айында, игенселәр күптән инде әтер ләмәгән эҫе көндәр торҙо.
       Ямғырҙар, һауаның йылы торошо - былар барыһы ла сәсеү
       барышына ыңғай йоғонто яһай, әлбиттә. Шытым бар ерҙә лә тип
       әйтерлек матур сыҡты, һәм бөгөн үк республикала быйыл уңыш буласаҡ тип ышаныс менән әйтергә мөмкин.
       Дөрөҫ, матбуғат конференцияһы ҡунағы уңыш буйынса конкрет
       һандар әйтергә ҡыйынһынды, үҙе әйтмешләй, "күҙ тейеп ҡуймаһ ын". Хәйер, бер нисә тапҡыр өҫтәлгә шаҡып алғас, Артур Ноғманов мал аҙығы культураларынан ниндәй уңыш көтөлөүен әйтергә булды. Иң мөһиме, уларҙы дөрөҫ әҙерләү. Барлыҡ шарттарҙы ла һаҡлаған осраҡта бик яҡшы сифатлы һәм арзан мал аҙығы әҙерләргә мөмкин. Ә мал аҙығы - ул инде ярты эш тигән һүҙ. Йәғни ит, һөт, сыр, колбаса, төрлө деликатес һәм башҡа эшкәртеү продукттары менән тәьмин ителәсәкбеҙ.
       Хәйер, икмәк йәһәтенән дә проблемалар булырға тейеш түгел .
       - Беҙ йыл да Башҡортостанда йәшәүсе һәр кеше башына кәм
       тигәндә бер тонна иген әҙерләп ҡалырға тырышабыҙ, - ти Арту р Хисмәтулла улы, - был ауыл хужалығы уңышының үҙенсәлекле барометры тип әйтер инем мин. Беҙҙең республикала һәр ваҡыт һигеҙ айлыҡ иген запасы ҡала, ә Рәсәйҙә был күрһәткес бары ике ай ғына тәшкил итә.
       Кеше башына бер тонна! Был бик күп тип әйтерһегеҙ. Шунда уҡ был сағыштырмаса күрһәткес булыуын әйтеп үтәйек: бер кем дә йылына бер тонна иген ашап бөтөрөргә һәләтле түгел. Был һанға 200 килограмм иген инә ( уны беҙ икмәк, туҡмас һ. б. формала ҡулланабыҙ), ҡалғаны - малсылыҡ продукцияһы.
       Икмәк тураһында һүҙ сыҡҡас, журналистар икмәк изделиелары на хаҡ артыу кеүек көнүҙәк һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдыра алм аны. Һуңғы ике - өс аҙнала ғына ла улар 50 - 90 тингә артты.
       Асыҡланыуынса, "икмәк" һорауы - Башҡоротстандың баш агрономы өсөн дә "баш ауырыуы" булып тора икән.
       - Икенсе сортлы икмәктең бер килограм буханкаһы ни өсөн 1 3 һум торғанын мин үҙем дә аңламайым, - тине Артур Хисмәтулл а. - Икмәк бешереүселәр көҙөн - ҡышын беҙҙән һатып алған иге нгә хаҡ үҙгәрмәне бит. Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, икмәктең "кирбесе" өс һум 80 тиндән дә артмаҫҡа тейеш!
       Министр урынбаҫары башҡа продукттарға ҡуйылған хаҡтар
       менән дә риза булмауын белдерҙе.
       - Бөгөн ярты литр ҡуйыртылған һөттө магазиндарҙа 14 һум 5 0
       тингә һаталар, ауыл халҡынан иһә литрын күп тигәндә биш һум ға алалар - был ғәҙел түгел, - тип дауам итте Артур Ноғманов . - Баҙарҙа иттең килоһы йөҙ һумдан ашыу, крәҫтиәндән уны иң күбе 60 һумға һатып алалар.
       Был һорауҙы асыҡлар өсөн Артур Ноғманов БР Прокуратураһы , етештереүселәр һәм әйтелгән мәсьәләгә ҡыҫылышы булған башҡа хеҙмәт вәкилдәрен саҡырып матбуғат конференцияһы үткәрергә тәҡдим итте.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал