6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Урал - Алтай: быуаттар аша киләсәккә"
07.06.05


       Урал менән Алтайҙы уртаҡ тарихтан да нығыраҡ нимә берләштерергә мөмкин Баҡһаң, фәнни ҡыҙыҡһыныу икән. Төрлө э тностарҙың уртаҡ башланғысын өйрәнеүсе ике йөҙҙән ашыу белгес ошо көндәрҙә Өфөлә үткән "Урал - Алтай: быуаттар аша киләсәккә" тип аталған икенсе Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы на йыйылды.
       Сарала Мәскәү, Новосибирск, Силәбе, Свердлов, Ырымбур
       өлкәләре, Алтай, Башҡортостан, Татарстан, Хакасия, Мордва, Удмурт республикалары, шулай уҡ Ҡаҙағстандан килгән ғалимдар
       ҡатнашты. Улар төрки, фин - уғыр, көнсығыш славян, монгол халҡы йәшәүсе Урал - Алтай төбәгендә телдәр, әҙәбиәттәр,
       фольклор һәм мәҙәниәттең формалашыуы, бер - береһенә
       мөнәсәбәтенә арналған һорауҙарҙы ғына түгел, заманса этник
       һәм этносәйәси процестарҙың нисек үтеүен дә тикшерҙе.
       Өфөлә үткән ғилми дискуссия сиктәрендә ҡаралған һорауҙар уралоалтаистикалағы тикшеренеүҙәрҙең көнүҙәк йүнәлештәренә ҡ арағанда күпкә киңерәк булып сыҡты. Бынан тыш республикала Урал - Алтай туғанлығы өлкәһендә тикшеренеүҙәрҙ е дауам итеүсе көслө фән мәктәбенә башланғыс һалыусы күренекле ғалим Йәлил Кейекбаевтың Башҡортостанда йәшәүе
       һәм эшләүе лә ҙур әһәмиәткә эйә. Урал - алтай тел ғилеменә арналған төп ике китаптың авторы ла ул. Был өлкәлә бөгөнгө көндә ирешелгән уңыштар менән йәмәғәтселектең 18 быуат
       тикшереүҙәренә ҡарағанда ла аҙыраҡ таныш булыуы парадокс, тине филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының Урал - Алтай телдәре бүлеге мөдире Анна Дыбо. Бындай ғилми тәжрибә уртаҡлашыуҙың телдәрҙе, филологик йолаларҙы, милли культураны өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереүҙә мөһим рлгә эйә булыуы тураһында тарих фәндәре докторы, профессор, Көнсығыш - Ҡаҙағстан университетының Ҡаҙағстан
       тарихы кафедраһы мөдире Советхан Игебаев һөйләне.
       Урал - Алтай төбәгенең уртаҡ генетик йәки тарихи - мәҙәни тамырҙарына эйә булған төрлө төрки этностары - башҡорттар, Себер татарҙары, тувалар, сыуаштар, алтайҙар, Ҡазан татарҙа рының айырым этнографик төркөмдәре үҙ - ара дуҫтарса мөғәмәл әлә йәшәүен күрһәтеүсе дәлил булып тороуын билдәләп үтергә кәрәк. Ошонда уҡ компактлы рәүештә фин - уғыр этносы - коми,
       мордва, удмурт, мариҙарҙың этнографик төркөмө йәшәй. Көнсығыш славян этносы ла төбәктә үҙҙәрен бик яҡшы тоя һәм башҡа этностар менән уртаҡ яҡтары булыуын белә. Телдәрҙең генетик туғанлығы тураһындағы Урал - Алтай гипотезаһы ике быуат ярым элек үк барлыҡа килгән. Күп кенә телдәр ҡасандыр
       уртаҡ тамырҙан сығып, һуңынан айырылған тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ. Мәҫәлән, төрки телдәре лә ингән алтай телдәре б ер боронғо телдән һигеҙ мең йыл элек таралып киткән, тип фар ыз ителә.
       Ғалимдар араһында урал - алтай проблемаһына ҡарата төп бәхәстәр был берлек генетикмы, әллә бары тик контактмы тигән
       һорау тирәләй тыуа. Бөгөнгө тикшереүҙәр ике яҡтың да дөрөҫл өккә яҡын булыуын раҫлай. Әммә кемдең кемдән нимә алыуы тураһындағы һорауҙа асыҡлыҡ юҡ, бында тикшереүҙәр тарихи
       беренселек мәсьәләһенә күсә.
       Бындай конференциялар тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнеүс еләр араһында бәйләнеш булдырыуҙың бик тә мөһим булыуын раҫл ай. Ул ғына ла түгел, уртаҡ экспедициялар, әйтәйек, мәктәп һ әм вуздар өсөн Рәсәйҙә йәшәүсе барлыҡ халыҡтар ҙа һанап үтелгән тарих дәреслектәренең көнүҙәк комплектын булдырыу проектын эксперттар тикшереүе кәрәк. Фән йәмғиәттән айырылы рға тейеш түгел. Удар бер - береһен байыта һәм үҫтерә. Шуға күрә өсөнсө конференция ла үткәреләсәк тип ышаныс менән әйтергә мөмкин, бер нисә төбәктең сараны үҙҙәрендә үткәреү өсөн бәхәсләшеүе уның әһәмиәте тураһында һөйләй. Үҙ эсенә икенсе конференцияның 260 ғилми докладын индергән "Урал - Алтай: быуаттар аша киләсәккә" тип аталған ике томлыҡ йыйынтыҡ тиҙ арала раритетҡа әйләнеүсе аҙ тиражлы ғилми баҫмаларҙың яҙмышын ҡабатламаҫ тип ышанғы килә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал