6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Операция барышында биш килограмм наркотик тартып алынған
06.06.05


       "Синтез" операцияһы барышында Башҡортостандың наркотиктарҙы контролдә тотоу һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары хеҙмәткәрҙәре наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле 170 - тән артыҡ енәйәт асыҡланы. Бер аҙна эсендә йөҙ ярымға яҡын рейд үткәрелде. йөҙләгән төркөм автотрасса, тимер юл һәм һауа трассаһын, күңел асыу комплекстары һәм уйын клубтарын тикшерҙе. Һөҙөмтәләр үҙен аҡланы.
       Мәҫәлән, быға тиклем дә ошондай уҡ енәйәт өсөн яуапҡа тарттырылған 23 йәшлек өфөлө биш доза героин һатыу ваҡытында ҡулға алына. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, был егет Өфөлә наркотиктар менән сауҙа итеү буйынса киң селтәр
       йәйелдергән енәйәтсел төркөмдөң ағзаһы булып тора.
       Тәртип һаҡсылары төбәк - ара ойошҡан төркөмдәргә сығыуға ла өлгәште. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районында йәшәүсе ике кешене тикшереү уларҙа марихуана партияһы булыуын асыҡланы. Был "сауҙәгәрҙәр" Ырымбур өлкәһенән даими рәүештә наркотик ҡайтарыу менән шөғөлләнгән тип уйларға нигеҙ бар.
       "Синтез" операцияһы күрһәтеүенсә, синтетик наркотиктар баҙары ла киңәйә. Наркотик матдәләр етештереүсе дүрт лаборатория асыҡланды. Нефтекамала ғына "Дезоморфин" етештереү менән шөғөлләнеүсе ике йәшерен цех тарҡатылды. Синтетик наркотиктар айырыуса үҫмерҙәр араһында популяр һәм ғәҙәттә күңел асыу урындарында таратыла.
       Операция барышында наркотиктарға бәйле енәйәттәрҙән тыш, 70 башҡа төр енәйәт, башлыса законһыҙ рәүештә атыу ҡоралы һаҡлау асыҡлана. Был йәһәттән 177 кеше енәйәт яуаплылылығына , 349 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
       Биш килограмм наркотик, шул иҫәптән 160 грамм героин, ике килограмдан ашыу марихуана законһыҙ әйләнештән алынған. Наркотиктар һатыу һәм таратыуға бәйле факттар тураһында һеҙ Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Федераль хеҙмәт идаралығына (3472) 50 - 20 - 30 телефоны, 8 - 181 "наркоконтроль" абонентына, йәки: Өфө, Коммунистик урам, 29
       адресы буйынса хәбәр итә алаһығыҙ. Бер мәғлүмәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Хәбәр итеүселәрҙең анонимлығы һаҡлана.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал