6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Командала элекке капитандар йыйыла
03.06.05


       Өфө клубының матбуғат хеҙмәте команданың тулыландырылыуы
       тураһында хәбәр итә: ошо көндәрҙә Андрей Сидякин һәм Мәскәү ҙең "Динамо" командаһы составында Рәсәй чемпионы исемен яулаған Николай Ц улыгин килешеү аҫтына үҙ ҡултамғаһын ҡуйҙы - уларҙың икеһе лә үҙ ва ҡытында Өфө клубы капитаны булыуын көйәрмәндәр хәтерләйҙер, моғайын. Тағ ы өс элекке капитан - Хлыстов, Кутейкин һәм Заварухин килһе миҙгелдә шулай уҡ беҙҙең клубта уйнаясаҡ.
       Ҡайһы бер "ҡыҙыу баштар" Цулыгин менән Сидякинды күптән " Салауат Юлаевҡа" беркетеп ҡуйғайны инде. Әммә был хоккейсыларҙың ҡул тамғаһын алыу бик үк еңелдән булманы. Цулыгиндың киләһе миҙгелдә Өфө командаһын өсөн уйнаясағын аҙаҡҡа тиклем кире ҡағыуы ла ошо турала һөйләй. Сидякин бөтөнләй "төпкә төштө", беҙ әлегә тиклем ун ың менән бәйләнешкә инә алмайбыҙ. Әммә генераль менеджер Александр Ме ркуловтың һүҙҙәре буйынса, ҡул ҡуйыу тантанаһы булып үткән. Шулай уҡ ул хоккейсыларҙың эш хаҡы ла буйынса талабы ла бик ҙурҙан булма уын белдерҙе. Цулыгин бер йылға, Сидякин 1 + 1 системаһы буй ынса (бер миҙгелгә, әммә тағы бер йылға оҙайтыу мөмкинселег е менән) килешеү төҙөгән.
       Беҙ Рәсәй чемпионы Николай Цулыгин менән бәйләнешкә инеп,
       уның "Динамон" командаһын ташлап ни өсөн кире ҡайтыуының сәбәптәр ен һораныҡ. Николай был юлы һүҙгә һаран булды:
       - Суперлиганың башҡа клубтарынан да тәҡдимдәр булды. Мин бит Өфөгә бер йыл ғына уйнарға килмәгән инем. Киләһе миҙгелдә лә тыуғ ан ҡаламда уйнарға теләйем. Улым ҡәнәғәт ҡалғандыр, тип уйлайым. Ҡатыны м да риза.
       Килешеү нисек үтте тиһегеҙме Агент Өфө менеджеры менән оср ашыуға
       йыйыныуын белдерҙе. Мин уға нимәгә өмөт итеүемде әйттем. "С алауат Юлаев" минең теләгемде ҡәнәғәтләндерҙе. Бына шул ғына. Ниңә "Динамола" ҡалманым Миңә Мәскәү оҡшамай - өйҙә уйнарға телә йем.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал