6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Сиркәү тарихы
03.06.05


       1574 йылда, изге Троица байрамында Иван Нагой стрелецтар ы Өфөгә кремль төҙөргә килә. Улар Сутолока йылғаһының башынд а туҡтай.
       Христиандар йолаһы буйынса, беренсе сиратта улар ағас сир кәү төҙөй һәм уны Ҡазан сиркәүе тип атай.
       1581 - 1584 йылдарҙа уның урынында таштан эшләнгән Смолен ск сиркәүе була. Уны Алексей Михайлович заманында Өфөгә ебәрелгән Смоле нск дворяндары төҙөй.
       "Иҫке Өфө" китабы авторы, фәндәр кандидаты И. Ниғмәтуллин а храм Псков архитекторы Яковлев етәкселегендә төҙөлгән тип иҫбатлай. Яковлев бик күркәм эштәре менән билдәле, ул хатта Мәскәүҙә Василий Блаже нный храмын төҙөүҙә лә ҡатнашҡан тигән хәбәрҙәр йөрөй. Үҙ си ркәүҙәре һәм храмдары менән бөтә донъяға билдәле Италияла ла булып, унда сиркәү эс ендә акустиканы арттырыу серҙәренә өйрәнеп ҡайта. Тарихсы һә м крайҙы өйрәнеүсе И.
       Ниғмәтуллина, О. Васильева, В. Латипова соборҙың тәүге йөҙө
       ниндәй булыуы тураһында бәйән итә. Соборҙың көмбәҙе ҡыҙыл сатыр мен ән ҡапланған. Көмбәҙҙең осонда, тәреләр янында Рәсәйҙең татар -
       монголдарҙы еңеү хөрмәтенә ярым айҙар ҡуйылған. Храм үҙе 28 5 квадрат метр майҙанда урынлаша, көнсығыш һәм көнбайышҡа ҡараған стеналары бер метр
       ярым, төнъяҡ һәм көньяҡтан - 1,3 метр ҡалынлыҡта була. Дүрт яруслы
       иконостасты Захарьин фамилиялы рәссам төшөрә. Имәндән готика стилендә эш ләнгән Батша ҡапҡаһы (Царские врата) бик ҙур ҡиммәткә эйә була.
       Ошо хәлендә Смоленск храмы 1759 йылға, янғын әрәм иткәнгә
       тиклем тора. 1762 йылда уны яңынан тергеҙәләр.
       1824 йылда Өфөгә император Александр беренсе килә, храмда
       булғандан һуң ул ҡаланың ҙурая барыуын күҙ уңында тотоп, ҙурыраҡ собор
       төҙөргә кәрәклеген әйтә.
       1824 йылда Өфөлә Воскресенск соборы барлыҡҡа килә, Смолен ск соборы Троицк сиркәүенә әйләнә.
       1917 йылдан һуң Троицк сиркәүенең яҙмышы ҡыуаныслы булмай . 1933
       йылдың 14 апрелендә сиркәү ябыла, аҡрынлап емерелә бара. 19 55 йылдың 3 декабрендә рухи һәм матди мәҙәниәт мираҫын шартлатырға ҡар ар ителә. Уны 1956 йылдың 2 июнендә шартлаталар. Был хәл Бөтә Рәсәй та рих һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау йәмғиәте төҙөлөүгә сәбәп булып т ора.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал