6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Еңеү сериалдары
03.06.05


       "Содовик" һәм "Нефтяникты" бөгөн яҙмыш иркәләй. Рәсәй бер енселегенең һуңғы турында был командалар үҙҙәренең еңеү сери алдарын арттырҙы.
       Александр Игнатенконың "Содовигы" был миҙгелдә бер тапҡыр
       ҙа еңелмәне әле, тьфү, тьфү, тьфү. Команданың бар еңеүҙәрен
       дә ышаныслы тип әйтеүе ҡыйын, әммә уйын һөҙөмтәләренә ҡарап, был миҙгелдә беренсе л игаға тап стәрлетамаҡтар сығырға тейеш тип әйтке килә. "Содовиктың" Ур ень
       ҡалаһында урындағы "Энергетик" командаһына ҡаршы һуңғы матч ы ҡатмарлы булды. 13 - сө минутта беренсе булып хужалар алға
       сыҡты - Якунин иҫәпте 1 : 0 яһаны. Стәрлетамаҡтар шул мәлдә уянды һәм әкиәттәге р ус батыры кеүек "Мине уятырға баҙнат иттегеҙме Мә!" тип яуап бирҙеләр . Ике минуттан һуң Зацепин иҫәбендә бер мәрәй - 1 : 1.
       Урень егетәре тағы ла алға сыға ала ине, әммә уларҙын уйы нсыһы ун бер метрҙан штрафты тормошҡа ашыра алманы, ҡапҡа һаҡсыһы "содови ктарҙы" ҡотҡарып ҡалды. Икенсе таймда пенальти инде "Энергетик" ҡапҡ аһына тәғәйенләнгән ине һәм Иванов бындай бүләктәр менән нисек фай ҙаланырға кәрәклеген күрһәтте - 1 : 2. Осрашыу аҙағында, 80 - се минут та, Зернов өсөнсө гол индерҙе. "Содовик" рәттән алтынсы еңеү яулай, әмм ә үҙен эҙәрлекләүсе йәбешкәк "Носта" (Новотроицк) һәм "Ладанан" (То льятти) артыҡ алға сығып китә алмай әле.
       "Нефтяникка" ла Фортуна беренселек башындағы уңышһыҙлыҡта ры өсөн
       әжерен ҡайтара, буғай. Өфө клубы инде дүртенсе уйын рәттән еңелмәй , ә һуңғы өс матчта ярайһы уҡ ышаныслы еңеүҙәргә өлгәшә. Юри й Суренский тәрбиәләнеүселәренең һуңғы ҡорбаны - "Волга" (Тү бәнге Новгород) командаһы булды. Матч иҫәбе - 0 : 2. Голдарҙы 12 - се минутт а Ханов һәм 80 - се минутта Колякин индерҙе. Колякин кем ул,
       тип һорау бирерһегеҙ, моғайын. Дөрөҫ, беҙҙең командала унда й фамилиялы уйынсы юҡ. Ул "Волга" командаһы өсөн уйнай һәм у л үҙ ҡапҡаһына гол индерҙе. Был хәлдең нисек килеп сығыуы ха ҡында "Нефтяник" футбол клубының тренеры Юрий Суренский менә н әңгәмәлә уҡығыҙ.
       - Уңышһыҙ матчтарҙан һуң рәттән өсөнсө еңеү - бының сере mhlәлә
       - "Волга" менән осрашыу тураһында әйтәһегеҙ икән, бында б ер нисә факторҙы билдәләп үтергә кәрәк. Минең тәрбиәләнеүсел әрем физик яҡтан яҡшыраҡ әҙерләнгән. Осрашыу аҙағында егеттә р прессинг тактикаһын ҡулланып, баҫым аҫтындағы һаҡсыны тупт ы үҙ ҡапҡаһына индерергә мәжбүр итте.
       - Һуңғы еңеүҙәр коллективтың уйыны тотороҡланыуын аңлатам ы
       - Шул уҡ проблемалар һаҡлана - һөжүм итеүселәр уңайлы мәл де
       файҙаланмай. Үҙәктән һөжүм итеүсе кәрәк, тик яҡшы форвард һ атып алырға аҡса юҡ. Үҙебеҙҙең мәктәптә бындай планда уйнаусыларҙы күрмә йем. Хәйер, Милушкин һуңғы ике матчта үҙен яҡшы яҡтан күроһә тте.
       Шулай итеп, башҡорт клубтары әлеге ваҡытта футбол сериалд ары күрһәтә. Һәр сығыуҙа "Содовик" һәм "Нефтяник" сираттағы команданы еңә . Стәрлетамаҡтар инде алты серия "төшөрҙө", өфөләр - өстө. Нис ә серияға
       көстәре етер, әлегә билдәһеҙ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал