6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмә

Болеслав Поповтың ике йөҙө
10.10.03


       Беҙҙең бөгөн һөйләйәсәк геройыбыҙ химия фәне кандидаты,
       Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы, профессор. Сәфәрҙәрҙә күп була, сөнки төрлө илдәрҙә химия фәндәре буйы нса халыҡ - ара конференцияларҙа докладтар менән сығыш яһарғ а тура килә. Күҙәтеүҙәр көндәлеге алып бара, үҙ тәьҫораттар ын ҡағыҙға төшөрә бара ул. Тик көндәлеге һүҙ һәм һөйләмдәрҙ ән түгел, ә һүрәттәрҙән тора.
       Был кешенең исеме Болеслав Попов. "Урал" галереяһының к үргәҙмә залындағы ҙур график автопортретында ул бер аҙ арыға н, йонсоу итеп һүрәтләнә. Әммә был уның йөҙҙәренең береһе ге нә. Болеслав Попов Львов институтының һынлы сәнғәт студ ияһында белем ала. Эштәре Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа 1981 йыл дан башлап күрһәтелә башлай. Бөтә союз фестивалдәре, Бөтә со юз, зона һәм республика күргәҙмәләрендә лауреат исемдәренә л айыҡ була.
       Потугалия, Франция, Германия, Швейцария... -- үҙе булғ ан һәр ерҙән ул иҫтәлеккә һүрәт төшөрөп алып ҡайта рәссам.
       Отпуск ваҡытында Болеслав Иванович элекке СССР - ҙың һ әр бер мөйөшөнә һәм Польшаға сәйәхәт ҡыла. Һәм һәр сәфәренән , әлбиттә, этюдтар алып ҡайта. Уларҙың бер өлөшө бөгөн "Урал " галереяһының күргәҙмәләр залында үҙ урынын биләне, икенс е яртыһын автор картина һәм композициялар өсөн файҙалана. Бы л эштәрҙе фотографиялар менән сағыштырып ҡарарға ярамай, сөн ки рәссам уларҙың һәр береһенда автор йәненең бер өлөшө. "В иши паркында" (Франция), "Кабо Да Рокала йәкшәмбе көн" (Порт угалия), "Ереванда иртә", "Лиссабонда төн", "Абхазия паркынд а"...Сәйәхәт көндәлегендәге альбом биттәре бының менән генә
       сикләнмәй, һәм уларҙың һәр береһендә сәйәхәтсе үҙе лә күрен еп ҡалғандай була.
       Рәссамдың икенсе йөҙө -- майлы буяу менән төшөрөү. "Си к авиаэскадрильяһы лейтенанты формаһында автопортрет" тында
       тәүге портреттағы һыҙаттар юҡ тип әйтерлек. Унан беҙгә бөтө нләй икенсе кеше иғтибарлы ҡараш ташлай. Майлы буяу менән тө шөрөлгән һүрәттәре рәссамдың график эштәренә оҡшамаған, зәһә р, сағыу төҫтәр ярылып ята уларҙа. Болеслав Ивановичтың ли рик пейзажы зәһәр йәшел һәм һары төҫтәр арҡаһында лирик булы уҙан туҡтаған һымаҡ, һәм беҙҙең тын тәбиғәткә хас булмаған т ропикка әйләнә. Бер ҡарағанда, күптән таныш урындарға калейд оскоптың төҫлө быялалары аша күҙ ташлаған кеүек: "Стәрле өҫт өнә эңер төшә", "Ауыл урамында", "Ашҡаҙарҙа октябрь башы"һәм
       башҡалар. Ысынбарлыҡ әкиәткә әүерелгәнен тояһың. Ысын тылсы мсының оҫталығы тап ошонда ла инде.
       Болеслав Поповтың эштәре Рәсәй, Украина, Төркмәнстан, Көнбайыш Германия, Швейцария, Франция, Португалия музейҙары нда һаҡлана. Бөгөн килеп был рәссамдың картиналар кргәҙмәһе Өфөлә лә асылды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал