6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ташҡын үтте тип тынысланырға иртәрәк әле
03.06.05


       Тәбиғәттә насар һауа торошо юҡтыр ҙа бәлки, әммә кешене
       ҡурҡытып та алырға ярата шул ул. Бына быйылғы ташҡын да шартлатыусыларға
       байтаҡ эш өҫтәне. Ә һеҙ нисек уйлағайнығыҙ Быйылғы яҙҙың н исек килгәнен генә хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Башта март ҡарлы килде һәм Башгидроме тҡа ташҡын тураһындағы күҙалалауҙарын сүп кәрзиненә ырғытып,
       яңыһын төҙөргә тура килде. Артабан көн бер аҙ йылынырға уйлап торҙа, әммә ҡыш ки ткән хәлдә лә ишекте шартлатып ябырға булды, ахыры: декабрҙә
       лә күрмәгән һалҡындар
       башланды. Көлкө көнөнә тәбиғәт беҙҙе бер аҙ шаяртып алырға булды - төнөн температура рекорд ҡуйҙы - минус 24 градус.
       Күктәге канцелярияла календарь битен асырға оноттолармы, әллә яҙ ашығырға теләмәнеме... Әммә был ваҡыт эсендә йылғалар тағы н ыҡ ҡына туңып өлгөрҙө. Әммә Республика ташҡынға ҡаршы комиссия үҙ на мыҫына тап төшөрмәне - яҙҙы проблемаһыҙ үткәрҙек. Комиссияны ң быйылғы йылда һуңғы ултырышы ошо көндәрҙә Республика йорто нда булып үтте. Үткән яҙ һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, әҙерлектәр бушҡа булмаған. Ташҡын һыуҙың юлын ҡаплаусы боҙҙоң киңлеге ике ярым метр, оҙонлоғо 15 кило метрға һуҙылған урындары ла булған. Бындай хәлдә бер генә юл ҡала -
       шартлатырға.
       ... Һәм шартлаталар. Боҙ айырыуса Саҡмағош районында Сәрм әсән йылғаһы, Стәрлетамаҡ районында Ашҡаҙар йылғаһын, Аҙнағо л эргәһендә Ағиҙелдә, башҡа күп кенә урындарҙа проблема булдыра. Өфө быраулау - ша ртлатыу эштәре идаралығының авария бригадалары тәүлек әйләнәһенә эшл әй, уларға Учалы тау - байыҡтырыу һәм Белорет металлургия к омбинаты, Стәрлетамаҡтан "Сода" ярҙамға килә.
       Әммә ниндәй генә көстәр йәлеп ителмәһен, ташҡын һәр ваҡыт
       сығымдар алып килә. Был юлы ла Саҡмағош, Федоровка, Белорет, Балаҡата й, Мәсетле һәм Өфө райондарындағы ауылдар һәм ҡасабалар ташҡындан зыян күргән. Федоровка, Өфө, Белорет һәм Балаҡатай райондарында йәшәүсе 3 66 кеше һыу баҫмаған урынға сығарылған. Бөтәһе 1452 йорт һәм 5365 ке ше һыу баҫҡан урындарҙа ҡалған. Бигерәк тә 3 майҙа республика буйын са 4423, шул иҫәптән Өфө районында йәшәүсе 4409 кеше зыян күргән.
       Республика ҡаҙнаһынан ташҡынға ҡаршы саралар үткәреүгә өс
       миллион һум бүленгән. Республиканың тәбиғи ресурстар минист рлығы тағы 510 мең һум сарыф иткән.
       Дөйөм алғанда, быйылғы ташҡын артыҡ - хәүеф - хәтәр тыуҙы рманы, ғәҙәттән тыш хәлдәр ҙә булманы. Был иһә - бөтә көсөн һалып э шләгән яуаплы ойошмаларҙың, республика торлаҡ - коммуналь ху жалыҡтарының тырышлыҡтары һөҙөмтәһе.
       Әгә май айы менән бергә ташҡынға ҡаршы бригадаларҙың эше лә бөтә тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ. Белгестәр телендә көҙг ө ташҡын тигән төшөнсә лә бар. Йәйге ямғырҙар ҙа маҙаһыҙларға һәләтле.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал