6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Туған тел изгелеккә алып килә
03.06.05


       Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ның телдәре тураһында Законды тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмә т эргәһендәге комиссия ултырышы булып үтте. Билдәле булыуынса, был закон 1 999 йылдың февралендә ҡабул ителде, ә уны тормошҡа ашырыуҙың
       төп стратегияһы - БР
       халыҡтарының телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса 2 000 - 2005 йылдарға дәүләт программалары сараларын үткәреү. Был програм ма быйыл тамамланғанлыҡтан, уның үтәлеше мәсьәләһен ҡарау логикаға та п килә тип уйларға кәрәк. Сарала төп доклад менән Мәҙәниәт һәм милли сә йәсәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, шулай уҡ БР хөкүмәте эргәһ ендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ вәк илдәре сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, комиссия эшендә башҡарма власть ҡына түгел, мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә ҡатнашты. Ултырышты БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫар ы - БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев алып барҙы. Докладтарҙан күренеүенсә, дөйөм алғанда программа ярайһы уҡ уңышлы хәл ителә. Әммә проблемалар барыбер һаҡлана, хәйер, И лешев әйтеүенсә, Рәсәйҙең ошоға оҡшаш тел тураһындағы закондар тормошҡа ашыры лған күп кенә төбәктәре өсөн улар типик булып тора. Финанс яғына килг әндә, һуңғы дүрт йылда программаны тормошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһын ан 48 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән, финанслауҙың төп күләме 2 001 йылға тура килә.
       Бөгөн Башҡортостанда 14 тел өйрәнелә, уларҙың алтыһында: башҡорт, рус, татар, мари, сыуаш һәм удмурт телдәрендә уҡыты у алып барыла. Үҙ телен өйрәнеүсе балалар һаны йылдан йыл арта. Рус булмаған балалар ҙың өстән ике өлөшө үҙ туған телен өйрәнеү мөмкинселегенә эй ә, был 1994 - 1995 йылдар менән сағыштырғанда 15 процентҡа күберәк. Әлеге ваҡытта башҡ орт
       милләтле уҡыусыларҙың 89 проценты 2178 мәктәптә туған телен
       өйрәнә, алты йыл элек уларҙың һаны ун процентҡа аҙыраҡ ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ мәҙәниәтенә тартылыусыларҙың артыуы күҙгә ташла на: 1207 мәктәптә татар милләтле уҡыусыларҙың 60 проценты, 137 мәктәп тә - сыуаш милләтле 52 процент, 218 мәктәптә - мари милләтле 62,4 проце нт, 59 мәктәптә - удмурт милләтле балаларҙың 63 проценты үҙ телендә белем ала. Бынан тыш 19 йәкшәмбе мәктәбендә әсә теле
       өйрәтелә. Биш юғары уҡыу йорто һәм 12 педагогия колледжы мәктәпкә тиклем, дөйөм белем биреү учрежд ениелары өсөн туған тел буйынса белгестәр әҙерләй.
       Ултырыш барышында программаны тормошҡа ашырыуҙа ҡамасаулы ҡ тыуҙырған мәсьәләләр ҙә ҡаралды, улар араһында квалификациял ы педагогик кадрҙар етешмәүе, уларҙың туған телдәге әҙәбиәт менән тәьмин ителеше тейешле кимәлдә булмауы, планлаштырылған сараларҙы үткәреүҙә
       финанс тотҡарлыҡтар. Тағы бер хәүефле проблема - яуаплы ведомствола рҙың тейешле әүҙемлек күрһәтмәүе, был үҙ сиратында республик а халыҡтары телендә сығарылған әҙәбиәттең һәм уҡыу әсбаптарының сифатына йоғонто
       яһай. "Нисек итеп белем биреүҙең юғары кимәлдә алып барылыуын тәьм ин итергә, - тип һорау бирҙе Илдус Илешев, - беҙҙә ул уртаса нан түбән һәм түбәнәйеүен дауам итә..." Комиссия республика телевидениеһына ҡарата ла
       тәнҡит һүҙҙәре еткерҙе, тапшырыуҙарҙы башҡорт телендә алып барыусы лар йыш ҡына хата ебәрә икән.
       Юл, төҙөлөш, транспорт хеҙмәттәренә республиканың дәүләт телдәрендә яҙылырға тейеш булған төрлө вывескаларҙа ебәрелгән хаталар ө сөн шелтә һүҙҙәре әйтелде. Бынан тыш комиссия балалар өсөн башҡорт тел ендә сыҡҡан китаптар табып булмауына зарланды. Программаның тағы бер мөһим пункты үтәлмәй ҡала, ул да булһа, республика вуздары факультеттарын да башҡорт
       теле кафедраһы булдырыу. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр гражда нин кәрәкле мәғлүмәт һәм белемде туған телендә алыу хоҡуғына
       эйә булһын өсөн күп нимә эшләнмәгән әле.
       Комиссия көн тәртибенең ике пункты буйынса ҡарар ҡабул ит те. Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт, Мәғариф министрлыҡтарына һәм Матбуғат, нә шриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡҡа йөкмәтелгән эштәрҙең бы ға тиклем яңғырамағанын әйтеп үтәм: Бөтә донъя ЮНЕСКО тәбиғи һәм мәҙә ни мираҫы исемлегенә - ҡурай һәм "Шүлгән таш" дәүләт ҡурсаул ығын индереү,
       республиканың ҡала һәм райондарында, айырыуса Өфөлә лицей һ әм гимназиялар асыуҙы дауам итеү. Бынан тыш ата - әсәләр менән ғаиләне милли йолалар һәм мәҙәниәткә яҡынайтыу, туған башҡор т телебеҙгә ҡарата хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән һөйл әшеүҙәр алып барырға кәрәк. Ниһайәт республиканың барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла 1 сент ябргә туған тел буйынса директор урынбаҫары һәм методист эшл әй башлаясаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал