6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ҡыш хәстәре йәй күрелә
03.06.05


       Беҙ йәйге ҡояш аҫтында рәхәтләнеп ял итергә әҙерлә нһәк, республика етәкселеге энергетика хужалығын, торлаҡ - к оммуналь һәм социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙы алдағы көҙгө - ҡышҡы осорға әҙе рләү хәстәрен күрә башланы ла инде. Күптән түгел Мәскәүҙе те трәткән ваҡиғалар был һорауҙарҙы айырыуса көнүҙәккә әйләндерҙе.
       Республиканың министрлыҡ, ведомство, предприятие, йылылыҡ
       менән
       тәьмин итеүселәр йыйылған ултырышты республика Хөкүмәте Пре мьер - министры Рафаэль Байдәүләтов алып барҙы. Ул һуңғы ваҡытта ре спубликала йылылыҡ менән тәьмин ителештә өҙөклөк булмауын билдәләне. Ра фаэль Байдәүләтов әйтеүенсә, йылытыу сезонына барлыҡ сығанаҡтарҙан
       бер миллиард 700 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
       - Өҙөклөктәр булдырмаҫҡа беҙгә алдан ремонт эштәрен үткәр еүебеҙ ярҙам итте, - тине БР торлаҡ - коммуналь хужалыҡ мини стры Гемань Әсәҙуллин. - Хәйер, айырым проблемалар булманы түгел.
       Мәҫәлән, февраль айында Өфөнөң Ленин районында ҡаҙанлыҡты ң боҙолоуы арҡаһында ҡырҡҡа яҡын торлаҡ йорт йылытыуһыҙ ҡалд ы. Шул уҡ айҙа авария алты йөҙгә яҡын торлаҡ йорт, бер нисә уҡыу йорто, балалар баҡсаһы һәм дүрт дауахананы йылытыуһыҙ һ әм йылы һыуһыҙ ҡалдырҙы. Приютово эшселәр ҡасабаһында йылытыу селтәрендәге проблемалар 58 торлаҡ йорт һәм ике балалар баҡсаһын электрһыҙ һәм йылы һыуһыҙ ултырырға мәжбүр итә. Бәхеткә ҡаршы, бындай етешһеҙлектәр тиҙ арала бөтөрөлә - иң етди ремонт тәүлек самаһына һуҙыла.
       Һанап үтелгән хәлдәрҙең төп сәбәбе ҡорамалдарҙың иҫкерере үе. Гемань Әсәҙуллин әйтеүенсә, улар тиҫтә йылдар буйына файҙаланыла. А вария була ҡалһа, ҡаҙанлыҡтарҙың 40 проценты ғына резерв линияларын фай ҙалана ала.
       Энергия менән тәьмин итеүселәр үҙ сиратында граждандарҙың хеҙмәтләндәреү өсөн түләргә ашыҡмауына зарланды. "Башкирэнер го" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Николай Курапов б ындай битарафлыҡ өсөн ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарын яуапҡа
       тарттырырға тәҡдим итте. Аҡса юҡ икән, тимәк селтәрҙе ремон тларға ла, яңы ҡорамалдар алырға ла мөмкинселек юҡ, ти ул. Ә
       киләһе йылытыу сезонына 55 километр йылытыу селтәрен, 76 ки лометр һыу үткәреү селтәрен алмаштырырға, биш ҡаҙанлыҡты ремонтларға кәрәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал