6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Хроменковҡа ҡул күтәреүселәр һаман иректә ҡала
02.06.05


       "Нефтяник Башкортостана" волейбол клубының элекке капитан ы Владимир Хроменковҡа һөжүм итеп, уны үлемесле йәрәхәтләүҙә ре тураһында "БАШвестЪ" гәзите хәбәр иткәйне инде. Хәҙер иң ҡурҡынысы арт та ҡалды - Владимир ошо көндәрҙә яһалған операцияны ла уңышлы үткәрҙе. Әммә спортсыны туҡмаған дүрт әҙәм аҡтығын һаман тапмауҙары ғәжәпл әндерә.
       Билдәле булыуынса, был хәлдең шаһиты бар, тап ул "тиҙ ярҙ ам" саҡырта ла инде. Әммә ул ҡатын хулигандарҙың тышҡы ҡиәфә тен тулыһынса асыҡлап бирә алмаймы, әллә уның үҙен дә ҡурҡытып өлгөргәндәрме, әммә
       күптән рәшәткә артында ултырырға тейеш булған ҡәбәхәттәр һаман да и ректә ҡала.
       Бының башҡа сәбәптәре лә булыуы мөмкин, әлбиттә, әммә улар беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай - был яуызлыҡты ҡылғандар үҙ язаһын алырға те йеш.
       Спортсының ҡатыны Наталья беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Владимир дауаланып бөткәс үк беҙ Мәскәүгә китәсәкбеҙ. У ға баш ҡалала Рәсәйҙең волейбол буйынса йыйылма командаһында статистика бу йынса белгес эшен тәҡдим иттеләр. Билдәле бәхетһеҙлек арҡаһында юл ға сығыу тоттҡарланһа ла, Мәскәүҙән эш урынын Владимирға ҡалдырыуҙары н белдереп хәбәр иттеләр. Гәзитегеҙ аша "Нефтяник Башкортост ана" волейболсыларына мораль һәм матди ярҙамдары өсөн ҙур рә хмәт белдергем килә.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал