6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Бар флагтар беҙгә ҡунаҡҡа килә
02.06.05


       Өфөлөләр һуңғы йылдарҙа ҡалабыҙға төрлө сит ил делегаци яларының йыш килеүенә иғтибар итәлер, моғайын. Айына бер тап ҡыр, ҡайһы ваҡыт унан да йышыраҡ килеп тора улар. Рәсми осрашыуҙар, эшлекле аралашыу,
       яуап сәфәрҙәре - республиканың киң мәғлүмәт саралары был турала х әбәр итеп кенә тора. Хәйер, халыҡ уларға артыҡ иғтибар ҙа биреп бармай , Юозас Будрайтис кеүек билдәле берәйһе, күптәрҙең яратҡан кумиры ки лһә инде,
       икенсе мәсьәлә... Шулай ҙа был "дуҫтарса визит" ҡына түгел,
       белгестәр теле менән әйтһәк, "урындағы предприятиеларҙың ты шҡы сауҙа бәйләнештәрен нығытыу һәм ҡала иҡтисадына сит ил инвестицияларын йәлеп ите ү буйынса
       саралар".
       Дөйөм алғанда, Өфө - мөғжизәләргә бай ҡала ул. Сәйәси һәм
       социаль планда - тотороҡло, иҡтисади потенциалы ла ярайһы. Шуға күрә , шағир әйтмешләй, "бар флагтар ҙа беҙгә ҡунаҡҡа килә". Капиталистар
       үҙ - ара дуҫ һәм татыу йәшәүҙең отошло булыуын күптән аңланы инде.
       Был отошло хәлде баш ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конфе ренцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопов а һандар аша аңлатты. Шулай итеп, үткән йылда Өфө предприяти еларының тышҡы сауҙа әйләнеше 1,907 миллиард доллар тәшкил иткән! Әйткәндәй, дөйөм тауар ә йләнешенең 82 процентын экспорт тәшкил итә. 2004 йылда Өфө предприятиел ары сит илдәргә 1,76 миллиард долларлыҡ тауар һатҡан. Импорт продукц ия - 145,4 миллион һумлыҡ булған.
       Экспорт күләме буйынса беренсе урында яғыулыҡ - энергетик а комплексы продукцияһы тора, унан һуң машиналар төҙөү, нефть - химия ко мплексы тауарҙары, ағас һәм унан эшләнгән изделиелар, ҡара һәм төҫлө
       металл, аҙыҡ - түлек һәм уларҙы етештереү өсөн сеймал һәм башҡалар. Төп экспортерҙар иҫәбенә АНК "Башнефть" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Өфөнефтех им" асыҡ
       акционерҙар йәмғиәте, Өфө моторҙар төҙөү производство берек мәһе, Өфө нефть эшкәртеү заводы инә.
       Өфөнөң үҙенә ҡайтарылған тауарҙар араһында беренсе сиратт а төрлө машина төҙөү продукцияһы - станоктар, заманса ҡорамалдар, шу лай уҡ яғыулыҡ - энергетика, нефть - химия комплексы тауарҙары, аҙы ҡ - түлек, кейем - һалым һәм башҡа төр продукция. Төп импорт ерҙар иҫәбенә "Бето Хуавей", "ДеуАвтоӨфө", МТС "Башкирская",
       "Өфөоргсинтез", "Уфимский НПЗ" һәм башҡаларҙы индерергә була.
       Белгестәр иҫәпләүенсә, үткән йыл Өфөлә тышҡы иҡтисади эшм әкәрлек менән ҡала биләмәләрендә теркәлгән 309 предприятие шөғөлләнг ән.
       Өфө бөгөн ҡырҡтан ашыу сит илдәр менән сауҙа мөнәсәбәтенд ә тора. Улар иҫәбендә Бельгия, Германия, Ҡытай, Нидерланд, К анада, АҠШ, Испания, Англия, Австрия, Төркиә, Ҡытай, Болгария, Польша, БДБ илдәре
       һәм башҡалар.
       Инвесторҙар һанының йылдан йыл арта барыуы ла иғтибарға л айыҡ. Үткән
       йылда ғына баш ҡала иҡтисадына йәлеп ителгән инвестициялар күләме 85 миллион долларҙан ашыу иҫәпләнә. 1992 йылдан башлап иҫәпләгә ндә 2004 йылда тура инвестициялар йәлеп итеү кимәле айырыуса юғары б улған. Белгестәр был процесс артабан да дауам итәсәк тип күҙаллай. Иҫәпләүҙәр буйынса, 2005 - 2006 йылдарҙа Өфө иҡтисадына йәлеп ителгән с ит ил
       инвестицияларының дөйөм күләме 300 миллион долларға барып б аҫасаҡ. Был әлеге ваҡытта ҡалала алып барылған бер инсә ҙур инвестиц ия проектын тормошҡа ашырыуға бәйле, тип аңлата белгестәр.
       Улар бөгөн ундан ашыу, мәҫәлән, Европаның реконструкция һ әм үҫеш банкы менән хеҙмәттәшлек, Швейцарияның үҫеш һәм хеҙм әттәшлек буйынса агентлығы менән бәйләнештәрҙе нығытыу, Чехия, Төркиә, Герман ия, Венгрия, Ҡытай предприятиелары менән уртаҡ проекттарҙы т ормошҡа ашырыу. Киләһе йылдарҙа инвесторҙар ҡатнашлығында ҡа лала "ИКЕА" сауҙа - сервис комплексы асыласаҡ, Өфө трамвайҙары яңыртыласаҡ, "Конди" фаб рикаһы 16 төрлө "Harry' s" бисквиттары етештерә башлаясаҡ, Өфөлә би лдәле "EFES" маркалы һыра етештереү планлаштырыла һәм башҡал ар.
       Үткән йылда йәлеп ителгән сит ил капиталының ҙур өлөшө са уҙа, транспорт, төҙөлөш материалдары етештереү, машина төҙөү
       һәм химия тарма\ына тура килде.
       Төп инвесторҙар - Бельгия, Германия, Ҡытай, Нидерланд, Ка нада, АҠШ, Испания һәм башҡалар. Әлеге ваҡытта республикала 300 - ҙән а ртыҡ уртаҡ предприятие, утыҙҙан ашыу филиал һәм 75 сит ил фирмалары вәк иллеге
       теркәлгән.

Лиана Ғәйнетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал