6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Үткәндәрҙе һаҡлай архивтар
02.06.05


       Күптәребеҙ "архив" һүҙенең грек телендәге "арханон" һүҙен ән килеп сығыуын белмәйҙер ҙә әле. Уның тәржемәһе "боронғо" тигән мәғәнәне аңлата.
       Архивтар боронғо донъя дәүләттәрендә үк барлыҡҡа килгән. Киев кенәзлегендә лә булған улар. Ә рус дәүләтендә "архив" термин ы Петр беренсе заманында барлыҡҡа килгән. Ул барлыҡ коллегиялар (ми нистрлыҡтар) һәм дәүләт идаралығының башҡа юғары органдарына
       үҙ архивтарын булдырырға бойора. Тәүге рус дәүләт архивы 1712 йылда барлы ҡҡа килә.
       Петр беренсе архив эшен бик ҙур әһәмиәткә эйә тип һанай. Бөгөн дә архив хеҙмәткәрҙәре батшаның һүҙҙәрен ҡабатларға яр ата: "архивтарҙы бик матур
       бинала урынлаштырырға, губерналарҙа ағас төҙөлөштәрҙән алыҫ
       урында ике таш палата булдырырға, иҙәндәре лә таштан булһын , ишек һәм рәшәткәләре тимерҙән..." "Архивариус вазифаһына айыҡ аҡыллы, шикле булма ған, үҙен
       насар яҡтан күрһәтмәгән..." кешеләрҙе генә алырға ҡуша.
       Совет ваҡытында архив эшенә башланғыс РСФСР Совнаркомының
       1918
       йылдың 1 июнендәге "Архив эшен үҙгәртеп ойоштороу һәм үҙәкл әштереү тураһында" декретынан һуң һалына.
       Башҡортостанда 20 быуат башына тиклем документтар йыйыу һ әм һаҡлау
       эше менән Ырымбур һәм Өфө губернаһының архив комиссиялары ш өғөлләнә. Совнаркомдың беренсе декретын ҡабул итеү менән беҙ ҙең республикала ла архив төҙөлөшө башлана. 1919 йылдың 11 авгусында РСФСР архи в эше буйынса идаралығының Өфө бүлексәһе булдырыла. 1922 йылда Баш ҡортостан үҙәк архивы барлыҡҡа килә.
       Бөгөнгө көндә республиканың дәүләт архив хеҙмәте системаһ ы БР архив эштәре буйынса дәүләт комитеты, БР үҙәк дәүләт тарих архивы,
       БР йәмәғәт
       берекмәләренең үҙәк дәүләт архивы, ҡала һәм район хакимиәтт әренең архив бүлектәренән тора.
       "Дела давно минувших дней ьнадежно берегут архивы", - тиг ән үҙенең яратҡан эше тураһында архив ветераны Д. К. Үзбәков. Ысынлап та, Башҡортостан Республикаһының дәүләт архивтарында крайҙың ун һигеҙенсе быуат урталарынан бөгөнгө көнгә тиклем иҡтисади, социаль - м әҙәни үҫешен сағылдырған бик бай материал тупланған.
       Күҙ алдығыҙға килтереп ҡарағыҙ, архивтарҙа 1998 йылдың 1 ғинуарына өс миллиондан ашыу эш һаҡланған. Был бит документтар тауы!
       Документтар һәр ваҡыт хәрәкәттә, улар белешмә һәм документ аль китап әҙерләү өсөн файҙаланыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал