6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"УралЛегПром": шатланырға сәбәп юҡ
02.06.05


       Был күргәҙмәгә ҙур агрегаттар, ҡатмарлы механизмдар күре ргә тип килмәйҙәр, ғөмүмән, ул, йола буйынса, артыҡ шау - шы уһыҙ ғына үтә. Уның тураһында, әйтәйек, нефть - газ экспозициялары һәм күсемһеҙ милек күргә ҙмәләре менән сағыштырғанда, материалдар ҙа күп яҙылмай, тик
       шулай ҙа ул еңел сәнәғәт өсөн ҙур ваҡиға булып тора. "УралЛегПром" республиканың төп күргәҙмә комплексы булған "Башҡортостандың" беренсе павильон майҙанда рында урынлашты. Юбилей сараһы булыуға ҡарамаҫтан (быйыл ул, иҫәп буйынса, бишенсе тапҡыр үткәрелә), экспоненттар көскә - көскә павильо ндың яртыһын ғына тултыра алды. Күргәҙмә артыҡ бай булыуы менән дә айырыл ып тормай ине. Теләгең булғанда бында кейем - һалым, ҡайыш, сумка һәм башҡа матур әйберҙәр һайлап алып була, әлбиттә, тик шулай ҙа сара респуб ликала еңел сәнәғәт өлкәһендә хәлдәр тәртиптә түгел, күрәһең, тигән тойғ о ҡалдырҙы.
       Хәйер, был күптән инде бер кем өсөн дә сер түгел. Еңел сә нәғәттең бөгөн
       йондоҙло сәғәте тип әйтеүе ҡыйын. Һуңғы йылдарҙа ғына етешт ереү ҡеүәте бер аҙ арта башланы. Тик дәүләт кимәлендә тейешле тәүәккәл ҡ арарҙар ҡабул ителмәй әле, һәм үткән йыл да тармаҡ үҙ көсө м енән генә тейешле кимәлдә ҡала алмаясағын күрһәтте - тармаҡ инвесторҙарҙы ҡыҙыҡһындырм ай, кредиттар "буй етерлек түгел", сифат яғынан да, хаҡ йәһәтенә н дә конкурентлыҡ көслө... Һәм был исемлекте дауам итергә була. П роблемалар
       етерлек.
       Ә бит был күргәҙмәгә ярайһы уҡ ҙур әһәмиәт бирелә. Ул фед ераль һәм төбәктәр кимәлендә еңел сәнәғәтте үҫтереү өсөн ойошторолған "Рәсәй модаһы" йәрминкә - күргәҙмә эшмәкәрлеге программаһының бер ө лөшө
       булып тора. "УралЛегПромды" ойоштороуҙа "Рослегпром" асыҡ а кционерҙар йәмғиәте, Рәсәй кейем етештереүселәр союзы, "РЛП - Йәрминкә" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (бар структуралар ҙа федераль), шулай уҡ БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығы, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади  бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы, "Башлегпром" республика ассоциацияһы һәм Өфө хакимиәте ҡатнашыуын ғына әйтеп үтеү ҙә етә.
       Республика предприятиелары тәҡдим иткән тауарҙар араһынан
       ҡатын - ҡыҙҙарҙың "үткер" күҙе үҙебеҙҙә етештерелгән сумкалар, бер н исә трикотаж әйбер, балалар ассортиментында ҡуйылған ҡайһы б ер кейем - һалымда
       туҡталды, ә ҡалғандары бер ҙә маҡтанырлыҡ түгел. Ғөмүмән, к үргәҙмәгә килеүсе ҡатын - ҡыҙҙарҙың өмөтө аҡланманы тип әйтергә була.
       Күргәҙмә эшенең беренсе көнөндә тармаҡ проблемаларына арн алған төбәк - ара кәңәшмә үтте. Һөйләшеүҙә РФ Иҡтисади үҫеш һәм са уҙа министрлығы Департаментының директор урынбаҫары Петр Переде рий, Рәсәй кейем етештереүселәр союзы президенты Виктор Пантелеев , республикала еңел сәнәғәт өлкәһендә эшләүсе министрлыҡ, ведо мство һәм ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Проблемаларҙы тикшереүҙә тармаҡ производствоһы етәкселәре лә ҡатнашты - уларға бөгөн үҙҙәре
       эшләгән шарттарға һәм үҙаллы йырып сыға алмаған проблемаларға ҡарата
       үҙ фекерен белдереү мөмкинселеге бирелде.
       Һөйләшеү көсөргәнешле килеп сыҡты. Уның асылы иһә түбәнгә
       ҡайтып ҡала: федераль кимәлдә берҙәм сәнәғәт сәйәсәте юҡ, ә
       республика кимәлендә
       закондар сығарыу йәһәтенән тармаҡты тергеҙергә тырышһалар ҙ а, улар закон сығарыусылар кордоны аша үтә алмай, сөнки респ ублика бюджетында был башланғыстарҙы финанслауға аҡса юҡ. Әлеге ваҡытта был киҫкен
       хәлдән сығыу юлы табылды тип әйтеп булмай, үткән йыл һәм быйылғы йы лдың тәүге кварталындағы финанс - иҡтисади күрһәткестәр ҙә ошоно дәлилл әй.
       ... Эйе, күргәҙмә асылыуы хаҡындағы материал былай булырғ а тейеш түгел, әлбиттә. Әммә тармаҡтың хәл - торошо, күргәҙм әнең үҙе кеүек үк, шатланырмай.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал