6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙло портал

Тормошта ул экрандағы кеүек үк һөйкөмлө
01.06.05


       "Милли хәүефһеҙлек агенты" фильмында төшөргә уны продюсер
       Александр Капица саҡыра. Рәсәй сериалдарының иң "текә" аген ты, яуызлыҡҡа ҡаршы арымай - талмай көрәшеүсе Леха Николаев роленә уға тиклем дә
       унлап актер саҡырылған була. Кемде һайларға белмәй оҙаҡ ҡын а баш ватҡас, киноға төшөрөүсе төркөмдөң ир - аттары был эштә ҡатнашыусы ҡатын - ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итә. Һәм улар оҙаҡ уйлап тормайынса үҙҙәренең тауы шын Михаил Пореченков өсөн бирә. Шул ваҡыттан алып, бәлки ир тәрәктер ҙә, ул ҡатын - ҡыҙҙарҙың иң яратҡан актерҙарының береһенә әүерелә.
       Өфөлә актер көтмәгәндә хасил булды - ул яңы асылған фитне с - клубты асыуҙа ҡатнашты. "Агенттың" тамашасылар меәнн осрашыу урыны итеп тренажерҙар залы һайланды, унда Михаилға байтаҡ ҡына һорауҙ арға яуап бирергә тура килде. Футболка, джинсы, "терпе" сәс - кинолағы
       образынан бер нимә менән дә айырылмай. Ябай, "үҙебеҙҙең" ег ет, ысын мачо, актер һәм телетапшырыуҙар алып барыусы. Бокс, мотоцикл - машиналар, һу нар, экстремаль тиҙлек - былар барыһы ла уның күңеленә хуш килә. Беренсе синыфтан уҡ актер булырға хыялландым, ти ул. Әммә әсәһе быға
       яуап итеп:
       "Һин аҡылдан яҙҙыңмы әллә Уйлама ла, унда тик аҡсаһы булға ндар ғына үтеп инә ала", - ти. Тик, Михаил әйтеүенсә, үҙһүҙлелек - ула рҙың холҡона хас һыҙат, шуға күрә ул хыялына тоғро ҡала. Тик хыял тиҙ арала т ормошҡа ашмай: мәктәпте тамамлағандан һуң егет ата - әсәһен тыңлап Таллинн юғары хәрби - сәйәси училищеһына уҡырға инә һ әм унан замполит булып сыға. Бокс, һуңынан саньда ( кикбоксингтың бер төрө) менән шөғөлләнә, бе р йыл багет оҫтаханаһында эшләй, тик шунан һуң ғына театр училищеһына ки лә.
       - Мин һуң артист булдым - 22 йәшемдә генә. Әсәйем минең е тдиерәк һөнәр алыуымды теләй ине. Тик мин бәләкәй сағымда бө ҙрәханала Аркадий Райкин менән бергә сәс алдырғанымды яҡшы х әтерләйем. Ул миңә шул саҡ хәйләкәр итеп күҙ ҡыҫты. Шул мәлд ә миңә мотлаҡ артислыҡҡа барырға кәрәк, тип хәл иттем дә инде. Хәҙер киноға төшөүҙән тыш Мәскәүҙә бәләкәй ге нә театрҙа ла эшләйем - Чехов исемендәге театр тип атала ул.
       Шулай ҙа Пореченков өсөн беренсе урында нимә тора - кином ы әллә театрмы Был һорауға яуап алғандан һуң залда ултырыусы ҡатын
       - ҡыҙҙар актерға тағы ла олораҡ хөрмәт менән ҡарай башланы:
       - Ғаиләм, әлбиттә! Киноға төшкәндә мин уларҙы ла алып бара м. Мәҫәлән, ҡатыным менән улымды Африкаға алып барҙым.
       - Ҡатын - ҡыҙҙарҙа һаранлыҡ һәм ихлас булмауҙы өнәп етмәй ем. Дүрт ҡатын - ҡыҙҙы яратам: ҡатыным, әсәйем, ҡыҙҙарым Вар вара (тәүге ҡатынынан) һәм Маша.
       Михаилдың яуаптары йыш ҡына алҡышлауҙар менән аралашып ба рҙы.
       - Мин ниндәй атаймы Һәйбәт, әлбиттә, үҙемде насар атай т ип әйтә алмайым да инде. Бына тигән! Улымды күнекмәләргә йөрөтәм - у ға быйыл өс йәш тула. Был яуапҡа үҙе үҫкәс яуап бирер әле, әлегә уның ми ңә шелтә белдергәне юҡ.
       Спорт темаһына ла байтаҡ урын бирелде - беренсенән сәбәп бар, ни тиһәң дә фитнес - клуб асыу өсөн йыйылғанбыҙ, Икенс енән, һөйләшеү үҙе тренажерҙар һәм бокс грушалары араһында барҙы...
       Спорт, асыҡланыуынса, актерға кинола ҡатмарлы трюктар баш ҡарырға ғына түгел, үҙен психологик йәһәттән нормаға килтере ргә лә ярҙам итә икән. Өфө тамашасыһына Михаил пресҡа иғтибар бирергә кәңәш итте, был, уның әйтеүенсә, ирҙәргә лә, ҡатын - ҡыҙҙар өсөн дә бик мөһим.
       - Минең өсөн бокс күптән инде тормошомдоң бер өлөшөнә әүе релде, мин унһыҙ йәшәй алмайым тип әйтергә була. Экстремаль хәлдәр оҡша й миңә. Әйтәйек, тау саңғыһы. Мин аҡрын йөрөй белмәйем. Тренажерҙар залын да урап үтмәҫкә тырышам, аҙнаһына өс тапҡыр булһа ла киләм.
       Михаил Пореченков кино уның өсөн ысын тормош булыуын таны ны, ҡалғаны - көтөү һәм иҫтәлектәр ваҡыты, ти ул.
       Үҙенең мауығыуҙары тураһында ла теләп һөйләне Михаил:
       - Ҡоралды бик яратам. "ТТ" пистолеты бик һәйбәт, ҡулға то тоуы уңайлы. "Стечкин" да яҡшы машина, мин атып ҡарағаным бар...
       - Бынан тыш мин машинала бик шәп йөрөйөм, инде күп йылдар
       руль
       артында... Мотоциклға килгәндә, ул мауығыу ғына түгел, тран спорттың бик уңайлы төрө лә.
       Экстремаль хәлдәрҙән ҡурҡмауын да белдерҙе актер. Оло хәү ефтәрҙән мине алтынсы тойғо һаҡлай, ти ул. Уны тыңлай белергә генә кә рәк.
       Һорауҙар икенсе тапҡыр ҡабатлана башлағас, Пореченков һөй ләшеүҙәрҙән хушлашыуға күсергә кәрәклеген белдереп, ҡулдарын йәйҙе. Телә үселәрҙең барыһы менән дә ул фотоға төшөргә, автографтар өләшергә лә в аҡыт тапты. Ғөмүмән алғанда, ҡатын - ҡыҙҙар Михаил Пореченко в тормошта ла экрандағы
       кеүек үк һөйкөмлө тигән ҡарарға килде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал