6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ҡалабыҙ матурлығы - архитекторҙарҙың эш күрһәткесе
01.06.05


       Беҙҙе уратып алған мөхиттең ни тиклем матур икәнлеген я ҙ айҙарында ниңәлер тәрәнерәк төшөнөүсәнбеҙ. Тыныс, йылы май кисендә, ба тып барған ҡояш нурҙары аҫтында ҡалабыҙ архитектураһындағы үҙгәрештәр а йырыуса
       күҙгә ташлана. Эйе, Өфө һуңғы йылдарҙа йәшәрҙе һәм матурлан ды тип әйтергә булалыр. Айҙан айға ҡалабыҙ төҙөлөшөндә шырпы ҡабыла й теҙелешеп ултырған бер төрлө йорттар фонында сағыу төҫтәр һә м ҡыҙыҡлы, нескә формалы биналар барлыҡҡа килә. Баш ҡалабыҙҙың тышҡы й өҙө - республикала эшләүсе архитекторҙар, ғилми - тикшеренеү һәм п роектлау
       институттарының эшмәкәрлек күрһәткесе ул.
       Үткән йылда ғына әйтелгән институттар тәҡдим иткән проект тар буйынса Туймазыла "Спутник" кино залы булған күңел асыу үҙәге, Булга ковола 504 урынлыҡ мәктәп, Сипайлово биҫтәһендә 155 урынлыҡ балалар баҡ саһы һәм 576 урынлыҡ мәктәп, "Ассы" шифаханаһында йоҡо корпусы төҙөлд ө. Әммә архитектор һәм төҙөүселәр, тарихсы һәм сәнғәт белгестәре, ди зайнер һәм рәссамдарҙың ижади хеҙмәттәшлегенең төп өлгөһө булып Өфөлә К иров урамындағы собор храмын тергеҙеү торалыр.
       Проблемалар ҙа етерлек, әлбиттә. Республика торлаҡ фондын ың яртыһынан күберәге ремонт талап итә, ауыл һәм ҡасабаларҙы
       социаль - мәҙәни, инженер объекттары, транспорт системаһы м енән тәьмин итеүгә ҡағылған һорауҙар
       араһында хәл ителмәгәндәре бар. Һәм был мәсьәләләрҙе хәл ит еүҙең ҙур өлөшө республикала төҙөлөш тармағында эшләүсе проектлау, ғил ми - тикшеренеү менән шөғөлләнеүсе 493 ойошманан тора.
       Дөйөм алғанда, 2004 йылда улар был йәһәттән 947,5 миллион
       һумлыҡ эш башҡарған. Иң әһәмиәтлеләре араһында - Өфө буйынса ҡала төҙө лөшө документацияһы, дөрөҫөрәге Салауат Юлаев проспектына ҡараған территорияларҙа, шулай уҡ Өфөнөң бер нисә кварталында төҙөлө ш эштәре
       башҡарыу. Бер нисә социаль - мәҙәни көнкүреш объекты ла про ектланған, улар буйынса төҙөлөш эштәре лә башланған. Был Салауат Юлаев проспектында Эш үҙәге, Базилевка ауылында Республика психиа трия дауаханаһы комплексы, Асҡын районында шифахана төҙөүҙең бере нсе сираты, Талбазыла Мәҙәниәт һарайы, Баймаҡта Хоҡуҡ һаҡлау
       йорто, Аҡъярҙа тау колледжы һәм башҡалар.
       Проектлау менән шөғөлләнеүселәрҙең дә проблемалары юҡ түг ел. Мәҫәлән "ИСО 9000 стандарттары нигеҙендә халыҡ - ара сиф ат системаһына күсеү" һорау килеш ҡала бирә. Әлеге ваҡытта республикала бары бер и нститут - "Башгипронефтехим" сертификатлаштырылған, "Башкиргражданпрое кт" проектлау институты менән ошо йәһәттән килешеү эштәре алып б арыла. Ҡ алғандары бының менән шөғөлләнмәй. Һөҙөмтә булараҡ, төҙөлөш сифаты аҡһай.
       Дөйөм алғанда, ҡайһы бер етешһеҙлектәр йылдан йылға ҡабат ланып килә. Мәҫәлән, санитар - эпидемиологик һәм экологик хәүефһеҙлеккә бәйле талаптарҙы үтәмәү, дәүләт күҙәтеү органдары менән тейешле ки лешеүҙәр булмауы, үҙ ирке менән төҙөлөш алып барыу практикаһы һәм баш ҡалар.
       Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан архитекторҙары үҙ эшенең оҫталары тип ышаныс менән әйтергә мөмкин. Үткән йылда Башҡор тостандың Мәскәүҙә үткән архитектура буйынса халыҡ - ара фе стивалдә ҡатнашыуы һәм көмөш дипломға лайыҡ булыуы ла ошо ту рала һөйләй.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал