6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Киләһе тау батшаһы кем
01.06.05


       Берәүҙәр көтөп алынған отпуск көндәрен диңгеҙ ярында ҡыҙы нып үткәрә, икенсеһе үҙ башына мажара эҙләү менән мәшғүл, өсөнсөләре алы нған
       тәьҫораттары менән йыл буйына уртаҡлашыр өсөн ҡыйыу аҙымдар ға бара. Һуңғылары һоҡланыуға лайыҡ, тип уйлайым мин. Ҡояш, тау ауыры уы, һауа торошоноң боҙолоуына иғтибар бирмәйенсә, улар бейеккә үрмәлә й һәм... Мөғжизә! Тулҡынландырғыс, күңелде әсир итерлек матурлыҡтар ҡаршы ала уларҙы...
       - Һүҙ менән генә аңлатыуы ҡыйын, - тип һөйләй журналистар ға Стәрлетамаҡта альпинизм буйынса тренер булып эшләүсе Гүзәл Ғ үмәрова. - Быны үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк!
       Май айы башында Гүзәл тағы туғыҙ кеше менән бергә тәжрибә ле альпинист Әхмәҙулла Миңлебаев етәкселегендә Европаның иң
       юғары нөктәһе булған Эльбрус түбәһенә күтәрелгән.
       - Һауа торошо ярайһы уҡ яҡшы булды, - тип хәтерләй ул. Әмм ә, Әхмәҙулла Миңлебаев билдәләүенсә, Эльбрус Эверест түгел. Бында һауа то рошо "бүләк" яһай белә. Бер ваҡыт йылы тунға уранғы килә, ти
       Гузәл, ун биш минуттан һыу инеү костюмында ҡалыу тураһында хыялланаһың. Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусы тағы бер а льпинист Мария Овсянникова менән бергә Гүзәл биләнгә тиклем генә күтәрелеүгә өлгәшә. Тау түбәһенә иһә Әхм әҙулла Әхмәтгәрәй улы һәм уның улы Марат ҡғына барып етә һәм унда Б ашҡортостан флагын ҡаҙап ҡуя.
       Көнләшәһегеҙме Мин дә ҙур теләк менән Эльбрусҡа юл тотор
       инем. Тик бының өсөн физик, мораль һәм матди әҙерлек кәрәк. Тауҙар үҙҙ әренә етди әҙерлекһеҙ килгәндәрҙе ҡабул итмәй. Башта Башҡортостаныбыҙҙа ғы Ирәмәл тауына күтәрелеп үҙеңде һынап ҡарарға мөмкин. Тик шулай ҙа п оходҡа бер үҙең йөрөмәү яҡшыраҡ. Икәүләп юлға сығырға ла кәңәш итмәй бе лгестәр. Иң яҡшыһы команда һәм профессиональ инструктор етәк селегендә барыу. Шуға күрә, дуҫтар, башта альпинизм секцияһына яҙылығыҙ. Башҡортос танда улар тиҫтә самаһы. Дүрт миллиоен халыҡ йәшәгән Башҡортостан өсөн `ҙыраҡ, әлбиттә, әммә Стәрлетамаҡ, Ишембай, Белорет, Межгорье һәм ба шҡа ҡалаларҙа улар бар... Өфөлә альпинизм секцияһы нефть техник университетта Кирилл Мохов етәкселегендә эшләй.
       Башҡоротстанда альпинистар лагере юҡ, әммә өйрәнеү өсөн ш арттар тыуҙырылған. Силәбе өлкәһендә, Белорет, Стәрлетамаҡ райондар ында яҡшы полигондар эшләп килә. Тауҙарға бай булған был урындарҙа йыл
       да альпинизм буйынса ярыштар үткәрелә.
       Ишембайҙа альпинизм буйынса тренер булып эшләүсе Мария Ов сянникова
       икенсе йыл инде үҙ ҡул аҫтындағы балаларҙы ярыштарға алып килә. Улар
       ярайһы уҡ яҡшы әҙерлекле ти ул тәрбиәләнеүселәре тураһында.
       - Элекке спортсы булараҡ (Мария беренсе разрядлы саңғысы) , мин, беренсе сиратта балаларҙы физик яҡтан үҫтерергә тырыш ам.
       - Тәүге тапҡыр бейеклеккә күтәрелгәндәр ниндәй сифаттарға
       эйә булырға тейеш
       - Беренсе сиратта, сәләмәт булырға тейештәр. Тренировкала рҙы 14 йәштән башлау яҡшы, һуңыраҡ та мөмкин. Иң мөһиме - сә ләмәтлек. Һиңә 50 - 60 йәш булһын, әгәр һаулығың яҡшы икән -
       алға! Саңғыла йөрөргә, йүгерергә яратһаң, тағы ла яҡшыраҡ.
       Кислород маскаһы булған хәлдә лә, әҙерлек яғы хөрт икән, һеҙҙе Эльбрус та, башҡа тау ҙа үҙенә яҡын ебәрмәйәсәк.
       Әгәр ҙә инде әҙерләнеп, инструктор һәм команда менән берг ә Эльбрусҡа күтәрелергә ҡарар итһәгеҙ, ун мең һум самаһы аҡса әҙерләгеҙ.
       Был аҡса юлға, йәшәүгә һәм прокатҡа кейем, башҡа кәрәк - яр аҡ алыуға китәсәк. Бынан тыш - ҡара күҙлек, марля һәм ультра фиолет нурҙарына ҡаршы махсус крем алырға онотмағыҙ. Мәшәҡәт е күп тиһегеҙме Ә һеҙ түбәгә менеп етә алғандарҙың йөҙөнә ҡараш ташлағыҙ. Улар тау ауырыуы һәм башҡа күңелһҙлек тәрҙе онота, йөҙҙәрендә йылмайыу сағыла һәм һеҙҙе лә хыялығы ҙға ирешергә саҡыра. Шулай итеп, киләһе тау батшаһы кем Бәлки, һеҙҙер!

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал