6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ун йәшлек бала өҫтөнә тимер ҡойма ауа
01.06.05


       Өфөнөң 47 - се һанлы мәктәп биләмәһендә ун йәшлек малайҙы ң өҫтөнә тимер ҡойма ауа. Умыртҡа һөйәге һынған, төрлө йәрәх әттәр алған баланы дауаханаға оҙаталар, ә уның әсәһе менән ағаһы милицияға юл т ота.
       Был хәл тураһында мәктәп директорына ике көндән һуң ғына мәғлүм була. Ул милиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә ҡойма ауған урынға килг әндә, тимер ҡойманың ни өсөн ауыуын асыҡларға мөмкинселек биргән эксперт иза
       үткәргәнде көтөп тормайынса, ҡойманы урынына күтәртеп ҡуйға н булалар инде. Заһирҙың туғандары үҙ объекттарын тейешле техник хәлд ә тотмаған мәктәп администрацияһын ғәйепләй. Директор иһә ҡойманы һелке теп ҡаҡшатҡан балалар үҙҙәре ғәйепле, тип бара: йәнәһе, теймәһәл әр, ҡойма
       урынында тора бирер ине.
       "Ҡаҡшатыусы" ролендә Заһирҙың класташы Руслан сығыш яһаға н. Баланың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул ҡоймаға тейеп ҡарай һәм у ның сайҡалып тороуын күрә. Көтмәгәндә оҙонлоғо һәм киңлеге ике метрлыҡ металл сек ция эргәһендә торған Заһирҙың өҫтөнә ауа. Малай иптәштәренән
       ҡойманы күтәреүҙе һорай, тик уларҙың көсө етмәй. Ҡысҡырған тауыштарға башҡа уҡыусылар һәм мәктәп биләмәһендә эшләүсе тө ҙөүселәр йүгереп килә һәм ҡойманы күтәреп, "тиҙ
       ярҙам" саҡырта. Уҡыусыларҙың һүҙе буйынса, икенсе көнө үк ҡ ойманы урынына ҡуялар. Заһирҙың әсәһе һәм ағаһы был осраҡлы хәл түг ел тип бара: мәктәп етәкселеге шулай итеп "эҙҙәрен йәшерергә " һәм яуаплылыҡтан ҡасырға ниәтләй, ти улар.
       Бөгөн Заһир 17 - се балалар дауаханаһында ята. Әсәһе әйте үенсә, малайға әле бер ай самаһы хәрәкәтһеҙ ятырға, артабан яңынан атларға өйрәнергә тура киләсәк, быға кәмендә ярты йыл ваҡыт кәрәк.
       Заһирҙың ағаһы Илдар Ҡаҙаҡҡолов әйтеүенсә, баш ҡаланың ул ар ғариза биргән Октябрьский районы прокуратураһында "вазифаһына һалҡы н ҡарау" (халатность) статьяһы буйынса енәйәт эше асыу мөмкин түгел, тип раҫлайҙар. Үҙҙәренең был ҡарарын тәртип һаҡсылары малай менән бәхетһеҙ осраҡтың дәрес ваҡытында булмауы менән бәйләй. Заһирҙың туғандарына матди һәм мораль зыянды ҡаплауҙы юлларға кәңәш итәләр. Улар был кәңәш тәргә ҡолаҡ һалырғамы, юҡмы икәнлеген хәл итмәгән әле.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал