6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Инновацион проекттар конкурсы хаҡында, йәки Стена түгел, күперҙәр төҙөгөҙ
31.05.05


       Инновацион конкурс Башҡоротстанда икенсе йыл үткәр елә. Уны ойоштороусылар - Инновацияларҙы яҡлау фонды һәм БР Иҡтисади үҫеш һәм
       сәнәғәт министрлығы башҡорт уйлап табыусыларының ҡыҙыһыныу тыуҙырырлыҡ идеялары тормошҡа ашһын өсөн ҡулдарынан килгәнде ң барыһын да эшләй. Аңлатып үтәм: конкурста ҡатнашыусыларға кә рәкле документация, бизнес - план әҙерләүҙә ярҙам күрһәтелә, улар
       өсөн махсус семинарҙар ойошторола һәм башҡалар. Иң яҡшы тип табылған про екттар инвестоҙарға тәҡдим ителә. Бер һүҙ менән әйткәндә, конкурс -
       үҙ хыялыңды тормошҡа ашырыу мөмкинселеге булып тора.
       Фондтың генераль директоры Галина Ғәниева әйтеүенсә, инно вацион проекттарҙы тормошҡа ашырыу был процеста ҡатнашыусылар үҙ - ара тулыһынса аңлашып эшләгән осраҡта ғына мөмкин. Шуға күрә бый ыл сараны ойоштороусылар уйлап табыусылар ҡатнашлығында йәмәғәт йыйылы штары үткәрергә ҡарар итте.
       - Был йыйылыштар элемтә булдырырға, ойоштороусылар эшенең етешһеҙлектәрен асыҡларға мөмкинселек бирә. Бынан тыш уйлап табыусылар конкурсты үткәреү механизмын камиллаштырыу һәм яң ы саралар булдырыу
       йәһәтенән йыш ҡына ҡиммәтле тәҡдимдәр индерә, - тип һөйләй Галина Ғәниева.
       Рәсми мәғлүмәттәргә килгәндә, конкурс өс этапта үткәрелә.
       Беренсе этапта сарала ҡатнашыусылар иновацион проекттар ан нотацияһы менән сыҡыш яһай. Икенсе этапта һайланған проект а вторҙарына проекттарын техник - иҡтисади йәһәттән нигеҙләүҙә
       ярҙам күрһәтелә. Өсөнсө этапта проекттарҙың бизнес - планы өҫтөндә эш алып барыла.
       Үткән йылда ойошторолған конкурста Башҡортостандан ғына т үгел, Мәскәү, Екатеринбург, Ҡазандан, Владимир һәм Свердлов өлкәләренән килгән уйлап табыусылар өс йөҙҙән ашыу проект менән сығыш яһаны.
       Конкурстың эксперт советы ҡарары буйынса финалға 12 проек т сыҡты, улар араһында медицина, биотехнология, төҙөлөш, эне ргетика өлкәһенә ҡағылғандары ла бар ине. Улар барыһы ла Башҡортостан Республ икаһы Хөкүмәте премияһы һәм Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан
       Республикаһы Хөкүмәтенең Мәғариф һәм фән министрлығы диплом дары менән наградланды. Инновацион проекттар конкурсы менән хеҙмә ттәшлек
       итеүсе ойошмалар ҙа еңеүселәргә аҡсалата премия һәм приздар
       тапшырҙы.
       Быйыл Башҡортостанда үтәсәк сараға ла республика һәм Рәсә й сәнәғәт предприятиелары ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал