6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Ҡоролтай эшмәкәрлеген киңәйтә
31.05.05


       - Беҙ күршеләрҙең мәнфәғәтен дә иҫәпкә алырға өйрәндек, - тип таный Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комит еты рәйесе Нияз Мәжитов. Башҡорт милләтен туплау һәм тергеҙе ү маҡсаты менән төҙөлгән был ойошма үҙенең ун йыллыҡ юбилейы н билдәләй. "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡорол тайының Башҡарма комитеты башлығы Әхмәт Сөләймәнов һәм Башҡарма коми тет ағзаһы Рим Вәлиәхмәтов журналистарға ойошманың ябай булмаған
       яҙмышы хаҡында бәйән итте.
       Мәғлүмәт агентлығының был ҡунаҡтары фән юлында билдәле к ешеләр: Мәжитов һәм Сөләймәнов фән докторҙары һәм академиктар. Вәлиә хмәтов БР Фәндәр академияһының Социаль һәм сәйәси тикшеренеү ҙәр үҙәген етәкләй. Шуға күрәлер ҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тормош э таптарын һүрәтләүгә улар бик етди ҡараны. Хәйер, Халыҡ - ара йәмәғәт берләшмәләре
       союзының Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, рухи һәм социаль бушлыҡ ваҡытында барлыҡҡа килеүен хәтергә төшөрөү етә.
       1995 йылда, Беренсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, Рәсәй төбәктәре генә түгел, 12 сит ил дәүләтенән дә килгән делегат тар ҡатнашлығында, тәүге тапҡыр Башҡортостандың үҙаллылығын, рес публиканың милли - мәҙәни үҫеше, төбәктән ситтә йәшәүсе башҡ орттар менән үҙ - ара бәйләнеште нығытыу буйынса һорауҙар юғары кимәлдә тикшерелде. Ул ваҡытта Ҡоролтайҙың тәүгә һайланған етәкселәре ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ла, төҙөлгән пландарҙы ла нисек ите п тормошҡа ашырырға мөмкин булыуын асыҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмай и не, тип таный бөгөн Нияз Мәжитов.
       - Иң мөһиме, Ҡоролтай башҡорт халҡының күп быуаттарға һуҙ ылған үҫеш
       юлын, бөгөнгө хәлен ентекле тикшерҙе һәм халыҡты тергеҙеү һ әм артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән документтар ҡабул итте.
       Артабан инде республика етәкселеге лә Ҡоролтайҙы үҙенең я рҙамынан ташламай, власть органдары менән мөнәсәбәт тә ике яҡҡа ла о тошло хеҙмәттәшлек һәм партнерлыҡҡа ҡорола. 2002 йылдың июнь айынд а үткән икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында республика делега ттарынан тыш, РФ 33 субъекты һәм 19 сит ил вәкилдәре ҡатнаша. Бөгөн Р әсәй төбәктәренең башҡорттар йәшәгән һәр урынында Ҡоролтайҙың бүл ексәләре эшләп килә. Силәбе, Ырымбур, Пермь, Свердлов, Һамар, Һарытау
       өлкәләрендә, Ханты - Манси һәм Ямал - Ненец автономиялы окр угтарында, Татарстан һәм Удмуртияла, Мәскәү һәм Санкт - Петербургта, ҡайһы бер сит ил дәрҙә башҡорттарҙың милли - мәҙәни үҙәге, өлкә, район һәм ҡала баш ҡарма
       комитеттары эшәлп килә. "Австралияла йәшәүсе башҡорттар мен ән дә араны һыуытмайбыҙ", - тип Нияз Мәжитов.
       Ҡоролтай Башҡарма комитеты эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре
       булып Башҡортостанда, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәүсе ба шҡорт халҡының сәйәси, иҡтисади, социаль, мәҙәни һәм башҡа хоҡуҡта рын яҡлау
       тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡорт халҡының милли мәҙәни әтен һаҡлау, өйрәнеү һәм пропагандалауға йүнәлтелгән эшмәкәр лек союзға ҡағыла. Төбәк һәм республика ҡоролтайҙарын, башҡо рт милли байрамдарын, РФ һәм БДБ - ның башҡа төбәктәрендә башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте эшмәкәр ҙәре менән осрашыуҙарҙы әҙерләүҙә уның ярҙамы баһалап бөткөһ өҙ.
       - Минскиҙан Омскиға тиклем арала ҡурай моңо ишетһәгеҙ, бы л беҙҙең эш, - ти Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты рәйесе Әхмәт
       Сөләймәнов. - Үҙ мөмкинселегебеҙҙән сығып, төбәктәргә әҙәб иәт, музыкаль инструменттар һәм милли костюмдар менән дә ярҙ ам итергә тырышабыҙ.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450
       йыл тулыуы айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты бер нисә масштаблы сара тәҡдим итә. Беренсенән, Әхм әт Сөләймәнов әйтеүенсә, баш ҡалала Дуҫлыҡ музей - панорамаһы булдырыу мот лаҡ, унда
       халыҡтарҙың уртаҡ тарихи юлының барлыҡ этаптары ла урын таб ыр ине. Икенсенән, Өфөгә археологтарҙың ғына түгел, сәйәсмәндәрҙең д ә иғтибарын йәлеп итергә ваҡыт. Бында һүҙ, Нияз Мәжитов әйте үенсә, Өфө урта быуаттың иң боронғо ҡалаларының береһе булыу ы һәм уға нигеҙҙең беҙҙең эраға тиклем бишенсе йылдан да һуң ыраҡ һалынмауын раҫлаусы сенсацион мәғлүмәттәр тураһында ба ра.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал