6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Прометей" ҡунаҡтар ҡабул итте
27.05.05


       Өфөнөң "Прометей" командаһынан күптән хәбәрҙәр ал ған юҡ. Ҡатын - ҡыҙҙарҙың ошо исемде йөрөтөүсе волейбол кома ндаһы артыҡ күҙгә ташланып бармай, ҡайҙалыр кемдәр менәндер уйнай, ниндәйҙер у рындар
       биләй. Һәм бына ошо коллективтың үҙендә Рәсәй Кубогы алдына н үткән турҙы ҡабул итеүен ишетеп, беҙ разведкаға ашыҡтыҡ.
       Өфө дәүләт нефть техник университетының спорт залы үҙенең а рхитектураһы буйынса волейбол уйыны өсөн тап килә, һәр хәлдә
       "Нефтяник Башкортостана" йәки "Энергетик" кеүек популяр клу бтарҙың "министадиондары" менән сағыштырырға түгел инде. Шул уҡ ваҡытта зал елләтелмәгән, һа уа юҡ ине,
       ойоштороусылар көйәрмәндәр тураһында бөтөнләй онотҡан, күрә һең, бәлки ҡатын - ҡыҙҙар волейболы ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай тип уйлағандар ҙыр.
       Өфө клубының волейболсы ҡыҙҙарына күҙ ташлау менән айырым
       һығымталар яһарға була. Йөҙҙәр барыһы ла таныш - тәжрибәле оҫталар ҙа, йәштәр ҙә бар. Ҡайһы берҙәре "Прометей" өсөн күп йылдар уйнай. Галина Бутакова, Наталья Квицинская, Ольга Покинь - Борода - ҡасандыр беҙ был
       ҡыҙҙар Өфө клубын суперлигаға алып сығыр тип өмөтләнә инек. Тик һәр ваҡ ыт бер нимә
       ҡамасаулай - йә яҡшы аҡса түләп Өфө клубын уҙып китеүсе ком андалар барлыҡҡа килә, йә шәп уйынсылар икенсе командаға күсә, йә ҡы ҙҙарҙың берәйһе декретҡа китә...
       Баш тренер Николай Долгодворовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, "П рометей"
       үҙ алдына Рәсәй ҡатын - ҡыҙҙар волейболының иң көслө дивизи онына сығыу бурысын ҡуймаған. Бының өсөн финанслауҙың көслө булыуы кәрәк, ә клубтың аҡсаһы юҡ. Шуға күрә "Прометей" нисе к булдыра ала, шулай уйнаны - иң көслөләрҙең икенсе этабына үтеп, унда алтынсы урын яуланы. Б ындай сығыш беҙҙең команда өсөн сик тә түгелдер, бәлки, әммә
       Өфө клубы тиҙ арала суперлигаға сығыуға иҫәп тота алыр тип әйтеүе ҡыйын.
       Өфләге турҙа дүрт команда ҡатнаша, уларҙың өсәүһе киләһе этапҡа сығасаҡ. "Прометейҙан" тыш "Автодор - Метар" (Силәбе) , "Искра" һәм "Искра СГЭА" ( Һамар). Киләһе этапта ҡатнашыус ыларҙы әле үк әйтергә мөмкин, сөнки "Искра СГЭП" "Искраның" буласаҡ алмаштары тип әйтергә була, йәш ҡыҙҙарҙың уйында бары тик тәжрибә туплау өсөн генә ҡатнашасағы көн кеү ек асыҡ.
       Артабан алға барасаҡ командалар билдәле булыуына ҡарамаҫт ан командалар үҙҙәрен йәлләмәйенсә уйнаны. Өфөләр тәүге көнд ө "Искраға" ҡаршы ысын көрәш ойошторҙо. Уйын ике командаға л а ҡыйын бирелде, хаталаныуҙар йыш булды. "Прометейҙа" Светла на Соколова яҡшы уйын күрһәтә алды. Уның һөжүмдәре Өфө колле ктивының еңеүенә нигеҙ һалды.
       Икенсе матчта "Автодор - Метар" "Искра СГЭА" ҡыҙҙарын еңд е. Волга яры ҡыҙҙары 0 : 3 иҫәбе менән бирешһә лә уларҙың ны ҡышмал булыуҙары көйәрмәндәрҙең күңеленә хуш килде, ҡыҙҙарҙы ң уйынын алҡыштар менән ҡаршы алдылар.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал