6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Пленар ултырышта һөйләшеү нефть - газ комплексының бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында барҙы
27.05.05


       Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһында кисә Рәсәй нефть - газ сәнәғәтселәренең пленар улт ырышы үтте.
       Конгресс президиумында БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Констант ин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Б айдәүләтов, Рәсәй нефть - газ сәнәғәтселәре Союзы президенты
       Геннадий Шмаль, "АК" Транснефтепродукт" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең беренсе вице
       - президенты Владимир Караманов, Нефть эшкәртеүселәр һәм нефте химиктар ассоциацияһының генераль директоры Виктор Рябов һәм башҡалар
       булды.
       "Яғыулыҡ - энергетика комплексы: үҫеш проблемалары һәм перс пективалары" темаһына төп доклад менән БР Хөкүмәте Премьер -
       министры Рафаэль Байдәүләтов сығыш яһаны. Беренсе сиратта ул Өфөлә йыйылған б ыл форумдың Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына арналыуын һыҙыҡ өҫтөнә а лып үтте. Ә беҙҙең республика, билдәле булыуынса, Рәсәйҙең н ефть скважиналары араһында тө урын биләгән һәм уны "икенсе Баку" тип тә атаған дар. Урындағы нефтселәр фронт һәм тылды яғыулыҡ - майлау мат ериалдары менән тәьмин
       итеп торған, илебеҙ өсөн иң ауыр йылдарҙа Башҡортостанда һи геҙ яңы нефть ятҡылығы асылған. Рафаэль Байдәүләтов нефть та быу һәм эшкәртеү сәнәғәте ветерандары, тыл эшсәндәренә фаши змды еңеүгә индергән өлөштәре өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.
       Докладсы нефть сәнәғәтенең бөгөнгө хәленә лә ҡағылып үтте . Химия һәм
       нефтехимия менән бергә яғыулыҡ - энергетика комплексының ре спубликаның сәнәғәт продукцияһы күләменә индергән өлөшө 72 п роцент тәшкил итә. Был комплекс бюджеттың барлыҡ кимәлдәренә индергән һалым күләмен ең 42
       процентын тәьмин итә. Экспортҡа оҙатылған продукцияның ( әй ткәндәй, 60 илгә) 70 процентын ул етештерә.
       Сығышта яңғырауынса, Башҡортостан нефть табыу буйынса Рәсә йҙең иң алдынғы төбәктәренең береһе. Ятҡылыҡтарҙың төп өлөшө файҙала нылған, ҡалған нефть ятҡылыҡтарынан "ҡара алтын" табыу ауырға төшә. Нефть сеймалын эшкәртеү күләме буйынса ла республика алда бара. Әй ткәндәй, үткән йылда Башҡортостан 25 миллион тоннаға яҡын нефть эшкәр ткән. Ил масштабында ҡараһаҡ, Рәсәй нефтенең һәр һигеҙенсе тоннаһы - беҙҙеке.
       Әммә иҡтисадтың һәр өлкәһендәге кеүек, тикшерелгән тармаҡ та ла проблемалар етерлек һәм ул тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә. М әҫәлән, яғыулыҡ - энергетика комплексының сеймал базаһының торошо си фат һәм һан яғынан проблемалар кисерә. Минераль - сеймал базаһын тер геҙеү һәм
       һаҡсыл файҙаланыу буйынса дәүләт стратегияһы әле булһа эшлә неп етмәгән. Ер байлыҡтарын файҙаланыу һәм һалым һалыу өлкәһ ендәге закондар ҙа төҙәтмәләр индереүҙе талап итә.
       - Рәсәй яғыулыҡ - энергетика комплексының тотороҡло үҫеше
       өсөн бөгөн закондар сығарыу, административ, иҡтисади йәһәттән һөҙөмтәле
       саралар кәрәк. Федераль кимәлдә лә, төбәктәрҙә лә, - тип билдәләне Р афаэль Байдәүләтов һәм был конгрестың әйтелгән проблемаларҙың хәл и телеүенә ҙур өлөш индереүенә ышаныс белдерҙе.
       Артабан ҡалған сығыш яһаусыларҙың да сираты етте. Рәсәй н ефть - газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль ресурстарҙы ко мплекслы файҙаланыу һәм нефть - газ комплексының инновацион үҫеше темаһында ентекле туҡталды. Виктор Рябов сарала ҡатнашыусыларҙың иғтиб арын илебеҙҙә нефт эшкәртеү сәнәғәтенең төп проблемаларына й үнәлтте.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал