6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Демография

Арта, арта башҡорттар...
16.10.03


       Үткән аҙнала Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Зинфир һәм Т әнзилә Нурыҙбаевтарҙың ғаиләһе бер юлы өс ир балаға артты. Б әхетле ата урындағы журналистарға үҙенең был ваҡиға менән би к ҡәнәғәт булыуын белдерҙе лә инде. Ҡатыны менән улар ике ҡы ҙ үҫтерә һәм күптән инде малай теләй. Һәм бына уларҙың теләк тәре ҡабул булды. Малайҙарға Ильфир, Ильмир һәм Дамир тип ис ем ҡушҡандар. Табибтарҙың әйтеүе буйынса, әсә кеше лә балала р ҙа үҙҙәрен яҡшы тоя.
       Малайҙарҙың ауырлыҡтары бындай осраҡтар өсөн ярайһы : 2
       килограмм 100 грамм, 2 килограмм 180 грамм, 1 килограмм 835
       грамм. Иртәгә уларҙы инде дауахананан сығарырға тейештәр. М алайҙарҙың ата - әсәһе икеһе лә 26 - сы мәктәптә эшләй, Зинф ир -- эшсе, Тәнзилә -- йыйыштырыусы. Ҡапыл артҡан ғаиләне ту йҙырыу өсөн хәҙер тағы берәй эшкә урынлашырға тура киләсәк, ти Зинфир. Ҡала етәкселәре лә уларҙа ярҙам итергә әҙерлектәр ен белдерҙе.
       Бала табыу йортонда эшләүсе врачтар әйтеүенсә, һуңғы та пҡыр бында өс игеҙәк тыуыу осрағы өс йыл элек булған. Ә бына
       сентябрайында бер нисә игеҙәк доньяға килгән дә инде. Быны
       Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре беренсенән, халыҡт ың көнкүреше яҡшырыуы, икенсенән, тыуым артыуын республикал а дәүләт кимәлендә хуплап, һәр төрлө ярҙам күрһәтелеүе менән
       аңлата. Был һорауҙы Республика президенты үҙ контролендә то та тип әйтергә мөмкин. Көн һайын тип әйтерлек Республика Йор тонда Моратза Рәхимов тарафынан биш һәм унан да артыҡ бала т апҡан әсәләргә "Әсә даны"миҙалы тапшырыу тантанаһы үтә. Ә ун
       һәм унан да артыҡ бала тәрбиәләнгән ғаиләләр "Газель" автом обилдәре менән бүләкләнә.
       БР Хөкүмәтенең ЗАГСтар идаралығы начальнигы Рәмилә Йом ағужина фекеренсә, тап 1998 йылда республика башлығы тарафын ан "Әсә даны" миҙалы тапшырыу тураһындағы ҡарар Башҡортостан да тыуым артыуына көслө этәргес булып торҙо ла инде. Был наг радаға республикала 2016 күп балалы әсә лайыҡ булды. Бынан тыш республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаты Рәшиҙә Солт анова Башҡортостанда "Ата - әсәләр даны" миҙалы булдырыу ини циативаһы менән сығыш яһаны. Миҙалдың исеме үҙгәреүе форма ө сөн генә түгел, ул тәрән мәғәнәгә нигеҙләнгән.
       Социологтар иҫәпләүенсә, беҙҙең республикала йәшәүсе ғ аиләләрҙең 49 процентында балаларҙы тәрбиәләү менән ҡатын - ҡыҙ шөғөлләнә. Ир кеше, балаларҙың атаһы, был мөһим эштән си тләтелгән кеүек килеп сыға. Һәр бишенсе бала тулы булмаған ғ аиләлә тыуа.
       Ҡыҫҡаһы, "Ата - әсә даны" миҙалы формаль билдә буйынса түгел, ә сифат буйынса бирелергә тейеш. Уны балалары күп бул маған, әммә Башҡортостандың ысын граждандарын тәрбиәләгән ат а - әсәләргә лә тапшырырға мөмкин булыр ине, моғайын.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал