6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Рядовой Терехин: әсирме әллә дезертирмы
27.05.05


       Благовещен егете 19 йәшлек Олег Терехин үҙе Кавказ әсире тип атай. 2003 йылдың көҙөндә ул армияға саҡырыла. Уны хеҙмә т итергә башта Санкт - Петербургҡа ебәрәләр, һуңынан Осетияға, Владикавказға күсерә ләр. Унда, Олег үҙе һөйләүенсә ул армия тормошонан башҡа ҡоллоҡ "рәхәтт әрен" дә күрә.
       - Үткән йылдың июнендә рота командиры минең улымды урынд ағы осетинға һата. Һигеҙ ай буйына ул малайҙы мал ҡарарға һә м башҡа эштәр башҡарырға мәжбүр итә, - тип һөйләй Олегтың әс әһе Галина Михайловна. - Ул ниндәйҙер аласыҡта йәшәй, нимә тура килә, шуның менән туҡлана. Һәр аҙы мын хужа кеше тикшереп тора. Улым хужа булғанда ғына телефондан шылты рата алған, шуға күрә беҙ оҙаҡ ваҡыт уның менән нимә булғаны н белмәнек.
       Олегтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Аслан хәрбиҙәрҙе үҙенә "прок атҡа" тәүге йыл ғына алмай һәм егеттәрҙе ҡол хәлендә тота: хужалығы ҙур - сусҡалар, һыйыр - үгеҙҙәр тота - һәм уға арты ҡ ҡулдар ҡамасауламай. Аҙна һайын осетин рота командирына 700 һум түләй, яуап итеп командир Уставҡа күҙ й омоп ҡарарға һәм һалдатты часткә алмаҫҡа тейеш була. Ҡол биләүсе Олегтың артынан килгән атаһынан да аҡса талап итә.
       - Бер тапҡыр хужа күрмәгәндә мин машинанан уның кеҫә теле фонын алдым һәм өйгә шылтыраттым. Атайымдан мине килеп алыуы н һораным, - тип һөйләй Олег, - Бер ни тиклем ваҡыттан һуң у л килде һәм Аслан уға улыңды кире алыр өсөн аҡсаң етмәйәсәк тип белдерҙе. Атайым менән беҙгә төнөн ҡасырға тура килде. М иңә билетты ҡустымдың паспорты буйынса алдыҡ. Март айында Ол ег өйөнә әйләнеп ҡайта һәм Өфө гарнизонының хәрби прокурату раһына барып үҙенең тарихын һөйләй.
       - Алынған мәғлүмәтте тикшергәндә рядовой Терехиндың ысынл ап та хәрби хеҙмәткә бәйләнмәгән хужалыҡ эштәренә йәлеп ителеүе асыҡланд ы, - тине "БАШвестЪ" гәзитенә Өфө гарнизонының хәрби прокурор урынбаҫа ры Алексей Корниенко. - Ошоға таянып, Владикавказ гарнизонының хәрби
       прокуратураһында үҙ вазифауи хоҡуҡтарын арттырған өсөн рота
       командиры ъАлександр Терещукка ҡарата 285 - се статья буйын са енәйәт эше асылды.
       Владикавказ гарнизонының хәрби прокуроры Александр Тебло ев әйтеүенсә, "әлеге ваҡытта тикшереү тамамланыу стадияһында
       һәм бер ун көндән
       ғәйепләнеүсегә ҡарата хөкөм сығарыласаҡ".
       Әммә ике күҙәтеү ведомствоһында ла Олег Терехиндың "ҡолло ғо" ирекле булыуы тураһында һүҙ алып баралар. Йәнәһе, уның армияла хеҙм әт итеү теләге булмаған, һәм хәрби эшкә ҡарағанда бай осетинда йәшәү ҙе хуп күргән, һуңынан бөтөнләй өйөнә ҡайтып киткән. Ә был ҡ урҡыныс тарихты уны дезертир тип трибуналға бирмәһендәр өсөн уйлап сығарған.
       Әлеге "ҡол биләүсе" Аслан Догузов та беҙгә шуларҙы уҡ һөй ләне. Беҙ уның менән телефон аша элемтәгә индек.
       - Олег беҙгә рәхмәт әйтер урынына үҙен сусҡаларса тотто, - тип Кавказ халҡына хас булған ҡыҙыулыҡ менән һүҙ башланы Догузов. - Хеҙ мәт иткән
       ерендә уны ҡыйырһытҡандар, шуға күрә беҙгә ҡасҡан да инде. Бер нисә көн беҙҙең ихаталағы төҙөлөштә йәшенеп ятҡан. Беҙ у ны тапҡас, кире ебәрмәүебеҙе үтенде. Ҡатыным менән беҙ уны йәлләнек, шулай ҙ а часткә шылтыратып әйттек. Олегты килеп алдылар, әммә ул тағын ҡасып
       килде. Һәм шулай бер инсә тапҡыр ҡабатланды. Ниһайәт беҙ яр ай, йәшәһен инде, тип уйланыҡ. Проблемалар булмаһын өсөн Олег беҙҙә үҙ теләге менә н йәшәүе тураһында расписка ла яҙҙы.
       - Беҙ уны яҡшы ашаттыҡ. Көн дә ит ашаны, - тип һүҙгә ҡушы ла уның ҡатыны Ира. - Йәшәгән бүлмәһендә телевизор, магнитоф он бар ине. Беҙ уны йәлләп изгелек күрһәттек, ә ул беҙҙең даныбыҙҙы таратты - был хәбәр
       бит гәзиттәрҙә лә сығасаҡ! Ул ҡасып өйөнә ҡайтып китергә те ләй ине, мин уны кире өгөтләнем, сөнки был дезертирлыҡ буласаҡ тип аңлаттым.
       - Эйе, мин Олегтың атаһынан түләүен һораным, - тип дауам итә Аслан. - Ә
       мин уның улын бушҡа ашатып ятҡырырға тейешме ни Мин булмаһ ам часттә
       уны нимә эшләтерҙәре билдәһеҙ әле. Тик улар түләмәйенсә ҡас ыуҙы хуп күрҙе.
       Бөгөн Олег Терехин туған йортонда, Благовещенда, һәм хәрб и комиссариатҡа барырға ашыҡмай. Уның урынына әсәһе менән берг ә улар
       Олегтың дезертир булмауын раҫларға, ә мөмкин булһа хатта м ораль яҡтан
       килтерелгән зыянды ҡаплатырға теләп төрлө тупһа тапауҙарын дауам итә.
       - Хәрби прокуратурала беҙгә хәрби - врач комиссияһын үтеү гә йүнәлтмә бирҙеләр ҙә - вәссәләм , - ти Галина Михайловна. - Ул бер ни ндәй ҙә ҡоллоҡта булмаған, киреһенсә, башҡа һалдаттарға ҡара Ранда яҡшыраҡ шарттарҙа йәшәгән тиҙәр. Ә улымдың хәҙер паспорты ла, хәрби билеты ла
       юҡ. Һәм Олег хеҙмәт итеүҙән баш тартмай бит.
       Закон буйынса Олег хеҙмәт иткән урынын үҙ ирке менән таш лап киткән булып һанала. Әммә Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһында әйтеүҙәренсә, дезертирлыҡ өсөн уға ҡарата енәйәт эше асмаған дар әле: башта рота командирының эше буйынса һөҙөмтәләрҙе көтөргә кәр әк.
       Был тарихҡа һығымталар яһарға иртәрәктер әле, моғайын. Ка питан Терещуктың да, Аслан Догузовтың да бында ғәйебе барҙыр, моға йын. Тәүгеһе һалдаттың часттә булырға тейеш булып та унда бу лмауын белгән һәм быны төҙәтер өсөн бер ниндәй сара ла күрмәгән. Икенсеһе законды б оҙоуын белеп, хужалыҡта артыҡ ҡулдарҙан баш тартмаған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал