6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Башҡорт киностудияһына - 15 йыл!
27.05.05


       - Башланыҡ! - "Башҡортостан" дәүләт киностудияһының дир ектор урынбаҫары Владимир Савельев ҡулы менән ишара яһай һәм
       экран яҡтыра.
       Тамашасылар республика кинематографистары төшөргән тәүге таҫмаларҙы ҡарай. Тамашасылар тигәнем киностудияның элекке һ әм бөгөнгө хеҙмәткәрҙәре һәм, әлбиттә, журналистар.
       Ошо көндәрҙә киностудия үҙенең 15 йәшен билдәләй. Беҙ ҙә был датаны урап үтә алманыҡ. Байрам саралары һәм Өфө кинотеатрҙарында к инофильмдар күрһәтеү ойошторолманы, киностудияның бер залынд а йыйылған хеҙмәткәрҙәрҙе Башҡорт дәүләт киностудияһы директоры Рәис Ис милев байрам менән ҡотланы һәм был өлкәлә айырыуса яҡшы эшләүселәр ҙе почет грамоталары менән билдәләне.
       Сараға республика киноиндустрияһының башында тороусылар -
       Әмир Абдразаҡов, Вил Кәримов, Михаил Новиков саҡырылған ине. "Сән ғәт төрҙәренең иң мөһимен" аяҡҡа баҫтырыуы еңелдән булмаған, әлб иттә. Һәм бына, ниһайәт, 1990 йылдың май көндәрендә әһәмиәтле ваҡиғаға
       ваҡыт етә: Башҡортостан киностудияһын булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡу йыла. Ул ваҡытта телевидениеның баш режиссеры булып эшләүсе Әмир Ғәбд елмән улы бар донъяһын онотоп яңы эшкә тотона, үҙе менән бер гә тәжрибәле кинооператор Илдус Ғәлиуллин һәм кининженер Әхнәф Тимербулат овты ла алып килә.
       Ул ваҡытта киностудия бер генә бүлмәлә урынлаша. Алда иң ауыры - техник база булдырыу һәм ижади коллектив йыйыу тора.
       Республикала ул ваҡытта махсус белемле кеше булмай әле. Кинооператор Рият Исхаҡов һә м режиссер Роберт Булгаков үҙҙәренең дилетант булараҡ, ысын күңелдән төшөрөүҙәре, әммә эштәренең профессиональ кимәлдән алыҫ булыуын хәтерләй.
       Тәүге профессиональ кинематографистар иҫәбендә Башҡорто станға Ҡаҙағстандан ҡайтҡан Радик Яҡшымбәтов тора. Уның әүҙем ҡатна шлығында башҡорт мультипликацияһы барлыҡҡа килә, күп кенә йәш кинемат ографистар бөгөн уны үҙҙәренең остазы тип һанай. Башта докум енталь кино менән генә шөғөлләнеүсе студия аҡрынлап нәфис фильмдар төшөрөүгә лә тот она.
       Нәфис фильм төшөрөүҙең тәүге тәжрибәһе уңышлы була. Ҡыҫҡа
       метражлы "Быяла пассажир" фильмы авторҙары - ҡуйыусы - режи ссер Булат Йосопов, сценарист Айҙар Аҡманов, оператор Нияз Исхаҡов, ҡуйыусы - рә ссам Владислав Байрамғолов 1996 йылда Шәйхзада Бабич исемендәге р еспублика йәштәр премияһына лайыҡ булды.
       Беҙҙең йәнһүрәттәр айырыуса күп награда яуланы, уларҙы Ев ропала, Америкала, Японияла күрҙеләр. Рим Шәрәфетдинов, Александр Ми чуриндың исемдәре башҡорт кинематографының тарихына инде.
       Бөгөн киностудияның ижади багажында төрлө жанрҙағы етмешт ән ашыу фильм һаҡлана, улар иҫәбендә төрлө конкурстарҙа уңышҡа өлгәш кән ике тулы метражлы фильм - "Ауыл өҫтөндә йәйғор" һәм "Сөм бөлдөң етенсе йәйе" лә бар. Классик Мостай Кәримдең "Оҙон - оҙаҡ бала саҡ" әҫәрен э кранлаштарыу тамамлана. Әлеге ваҡытта киностудия яңы тулы ме тражлы "Елғыуар" фильмы өҫтөндә эшләй.
       Киностудияға уның хеҙмәткәрҙәренең хыялы тиҙерәк тормошҡа
       ашыуын - реконструкцияның тиҙерәк үткәрелеүен теләргә ҡала.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал